«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Уҡыусыларҙы имтихан менән ҡурҡытырға түгел, ә аңлатыу эшен көсәйтергә кәрәк



30.04.2013 Уҡыусыларҙы имтихан менән ҡурҡытырға түгел, ә аңлатыу эшен көсәйтергә кәрәк

БР Хөкүмәтендә Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса имтиханға әҙерлек мәсьәләһенә арналған ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Уның эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, район мәғариф бүлектәре на­чальниктары ҡатнашты.
Һуңғы осроҙа берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороуҙа етешһеҙлектәр күҙәтелә. Мәҫәлән, былтыр райондарҙа БДИ буйынса юғары балл алған уҡыусылар һуңынан вузда уҡығанда үҙҙәренең баһаһын аҡламаған. Шулай уҡ контроль-үлсәү материалдарын интернетҡа ҡуйыу осраҡтары асыҡланған. Һөҙөмтәлә 15 кеше аттестат ала алманы. Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндән һуң БДИ һөҙөмтәһен интернетҡа ҡуйған абитуриент шулай уҡ студент булыу бәхетенән мәхрүм ҡалды. Сығарылыш синыф уҡыусыларының дөйөм иҫәбенең 0,97 проценты иһә БДИ-ны тапшыра алмаған.
Мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, быйыл республикала 25699 кеше БДИ тапшырасаҡ. Нигеҙҙә, улар − 11-се синыф уҡыусылары һәм былтыр­ғы сығарылыштан 65 кеше. 126 БДИ тапшырыу пункты бул­дырыл­ған. Алда әйтеп үтелгән етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, имтихан комиссияһы составы 38 процентҡа яңыртылған, ә пункт­тарҙың етәкселәре составы 41 процентҡа яңырған.
БР-ҙың Мәғариф өлкәһен контролләү һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Әлмира Ғә­ниева: «Контроль-үлсәү материалдарын интернетҡа ҡуйыу фактын асыҡлау өсөн махсус программаға 5 минуттан алып 30 минутҡа тиклем ваҡыт етә. Системанан ҡасып ҡотолоу мөмкин түгел, өҫтәүенә, ул туҡтауһыҙ камиллаштырыла. Программа төбәкте, имтихан тапшырыу пунктын, тест яҙған кешене күрһәтә», − тип иҫкәртте.
Һуңғы тапҡыр Өфө уҡыусылары тарафынан интернетҡа текст ҡуйыу осрағы 20 апрелдә, ваҡытынан алда имтихан тапшырған мәлдә күҙәтелә. Класта алты комиссия ағзаһы һәм 12 имтихан тапшырыусы булыуға ҡарамаҫтан, 40-сы мәктәп уҡыусыһы контроль-үлсәү материалдарын фотоға төшөрөп, интернетҡа ҡуйыуға өлгәшкән.
– Уҡыусылар үҙенең ҡылығының эҙемтәһе тураһында уйламайынса ошондай аҙымға бара. Улар бит былай ҙа, БДИ-ны тапшырып, уҡырға инә алырҙай уҡыусылар. Бында уларҙың исемдәрен атап тороу кәрәкмәй, тип иҫәпләйем. Бөгөнгө улты­рыш­ҡа әҙерләнгәндә 25-кә яҡын уҡыусынан һораштым. Дөйөм алғанда, шуныһы асыҡланды, улар психологик ярҙам алмай. Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа балаларҙы ҡурҡыта ғына, ә улар­ға ярҙам кәрәк. Был совет педагогикаһының, балаларҙы маҡтар­ға ярамай, тигән ҙур хатаһынан килә, – тине үҙенең сығышында Лилиә Ғүмәрова.
Вице-премьер һәр бүлектә уҡыусыларҙы нисек итеп сығарылышҡа әҙерләргә кәрәклеге тураһында уйларға саҡырҙы.
– Бәлки, һәр сығарылыш класына психолог саҡырыу кәрәктер, сөнки психологтар менән әңгәмә ойошторолған синыф­тар­ҙа уҡыусылар БДИ-ны еңел үткәрҙе, – тине ул, тәртипте ме­талл эҙләгес менән түгел, ә аңлатыу, ышандырыу эше аша урынлаштырырға саҡырып.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға