«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Уҡытыусы ниндәй власҡа эйә?



14.08.2010 Уҡытыусы ниндәй власҡа эйә?

Бер нисә генә көн үтер ҙә, әле сабыйлыҡтан сығырға ла өлгөрмәгән балаларыбыҙ, үҙҙәрен инде өлкәнгә һанаған үҫмерҙәр, осрашҡанда ҡанат ҡағышҡан ҡоштарҙай ҡыуанышып, синыф бүлмәләренә, вуз аудиторияларына йыйылыр. Һәр йыл һайын ҡабатлана торған күренеш булһа ла, тиҫтерҙәрҙең осрашыуы – байрам, ғүмер юлында бер баҫҡыс. Улар, тормош тигән хәтәр сәфәрҙең алдында ғына торған балалар, үҙҙәрен ни ҡәҙәре лә ҡаты һынау көтөүе тураһында әлегә уйланмай. Йөрәкте алдан өҙгөләй башлауҙан да ҡояш байышы яғынан ҡалҡмаҫ, һыуҙар отороға аҡмаҫ. Донъя, йәшәү, бала тип, беҙ, өлкәндәр, янғас та әлегә етеп торор.
Сабый өсөн һәр көн, һәр аҙым үҙенә күрә асыш менән оҙатыла бара. Ғөмүмән, кешелектең мәғлүмәтле булып йәшәүе уның туҡтауһыҙ ҡыҙыҡһыныуҙары, өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәре менән бәйләнгән. Телебеҙгә «әсәй», «атай» һүҙен тәбиғәт үҙе һалһа, артабан тормошто танып белеү ҙә беҙгә иң яҡын кешеләребеҙ аша бирелә.
Кемделер булһа әсәйең, атайың менән йәнәш ҡуйыу, бәлки, әҙәпһеҙлектер. Шулай ҙа һинең аңыңа, донъяға ҡарашыңа йоғонто яһаған, мәғлүмәт һәм белем мөхитенә алып инеүсе кешеләр араһында мөғәллимдәрең айырым урын биләй. Ғүмер юлында байтаҡ уҡытыусы осрай, хәтереңдә күп образдар тоноҡланһа ла, беренсе уҡытыусыңды ла, яҙмышыңды бороп ебәргән шәхестәрҙе лә күңелеңдә һәр ваҡыт һаҡлайһың.
Яҡташым һәм өлкән дуҫым, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, күренекле математик һәм механик Марат ағай Илһамовтың һөйләгәндәрен йыш хәтергә төшөрәм. Уның олатаһы, Илһам Тәхәүетдинов, мулла булған. Атаһы Әҡсән Илһамов иһә тотош уҡытыусылар династияһын башлап ебәргән. Ошо ҡеүәтле ырыу вәкилдәре Әбйәлилдә әле лә һәр мәктәптә тиерлек эшләй. Әҡсән ағай ғүмерен яҡташтарына мәғрифәт биреүгә арнаған. Хәтерләүҙәренсә, әжәл менән осрашыр алдынан да ул: «Ярлыҡапҡа электр үттеме икән?» – тип һораған, ти. Үҙе китһә лә, тыуған ауылым яҡты ҡалһын, тип хәстәрләгәндер оло мөғәллим.
Уҙған йәй арабыҙҙан Әҡсән Илһамовтың иң оло улы, Шакир ағай, китте. Туҡһандан уҙғайны мөғәллим. «Ә беҙ бала саҡта, Шакир ағайыма көнләшеп, ул математиканы белә, ти торғайныҡ», – тип хәтерләй хәҙер физика-математика фәндәре докторы, профессор Марат Әҡсән улы Илһамов. Үҙ сиратында, уның да шәкерттәре бихисап. Әммә ғалим йөрәгендә Өфө авиация институтында уҡытҡан мөғәллиме Князь Ғәли улы Ғәлимхановтың образын ҡәҙерләп һаҡлай. Дүртөйлө районының Мәҫкәү ауылында тыуып үҫеп, уҡытыусылыҡҡа уҡып, аҙаҡ диңгеҙсе, карап төҙөүсе, ғалим булып киткән был легендар кешенең яҙмышы тураһында ентекләберәк һөйләү форсаты әле алда. Уҙған йыл ноябрҙә уның тыуыуына йөҙ йыл тулды. Академик Илһамов үҙ юлында осраған уҡытыусылары араһында ике кешене айырыуса яҡын күрә. Тәүгеһе – әлеге Князь Ғәлимханов, икенсеһе – ҡаҙандағы ғилми етәксеһе, мәшһүр ғалим-механик Хәмит Мөштәри. Шул уҡ ваҡытта үҙең тиҫтәләрсә таланттарҙың остазы булып та уҡытыусыларыңа ихтирамды саф көйө һаҡлар өсөн оло йөрәкле кеше булырға кәрәк.
Бер мәл миңә данлыҡлы геофизик, Европа геофизиктар йәмғиәтенең даими ағзаһы Наил ағай Юнысов үҙ уҡытыусыһы тураһында һоҡланып һөйләгәйне. 1942 йылда Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан мәктәбенә яңы директор ебәргәндәр. Әхмәт Сәлих улы Давыдовты ауыр контузиянан һуң өйгә ҡайтарғандар. Һуғышҡа ҡәҙәр ул Мәскәүҙәге ике татар мәктәбенең береһендә директор булып эшләгән. Һуғыш. Мәктәптәр ябылған, ә Давыдовты Башҡортостанға оҙатҡандар. Шулай, мөғәллим Стәрлебашҡа килеп юлыҡҡан. Мәскәү педагогия институтын тамамлаған Әхмәт Давыдов ул саҡта мәктәптә юғары белемле берҙән-бер уҡытыусы булған. Наил Кәбир улы мөғәллименең кешелеклелеген әле лә хәтерләй. Шулай, урта мәктәпте тамамлап, Өфөгә уҡырға барырға йыйынғас, Давыдов уҡыусыларын оҙата киткән, дөйөм ятаҡҡа урынлаштырып, шунан һуң ғына ауылға кире әйләнгән.
Бала йәнле шундай мөғәллимдәр элек кенә булғандыр тип уйламайым. Сөнки мәктәптәргә эшкә ғафил күңелле кешеләр килмәй. Ғөмүмән, ауылдарҙа уҡытыусылар шул ауылдың бөгөнгө йәне итеп кенә түгел, бәлки уның йәшәүен-йәшәмәүен хәл итеүселәр булараҡ кәүҙәләнә. Күп кенә ауылдарҙа фермалар, сәнәғәт предприятиелары ябыл­ған, белгестәр китеп бөткән саҡта ундағы зыялылыҡты һаҡлау бурысы уҡытыусылар иңендә генә ҡалып бара. Бөйөк Ватан һуғышынан алда, унан һуң беҙ ошо хәлде баштан үткәргәйнек инде, тарихтың шулай әйләнеп ҡайтыуы йәл.
Минең Әбйәлилемдә элек-электән белемле кешеләргә айырыуса хөрмәт булған. Ауылыбыҙҙың кескенә мәктәбендә Усман Ниязғолов исемле ағай яҡын тирәлә беренселәрҙән булып, 1907 йылда уҡ, арифметика, рус теле, география кеүек донъяуи фәндәрҙе уҡыта башлаған. Мулла дәрәжәһен йөрөткән ошо мәғрифәтсе инҡилаптан һуң Тамъян-ҡатай кантонының мәғариф бүлеген иң башлап етәкләгән. Миңә уның улы, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Әҙип ағай Ниязғоловты белеү бәхете тейҙе. Мөғәллим һуғыштан ҡайтып килешләй поезд аҫтына эләгеп, ике аяғын тотошлай юғалтҡайны. Урамда инвалид коляскаһында, мәктәптә кәүҙәһен ике ҡулы менән һелтәп йөрөгән мөғәллим ағайҙы күреү, әлбиттә, йәл ине. Әммә ярты кәүҙәле генә ошо кешенең үҙен ниндәй мәртәбә менән тотоуына, рухи ҙурлығына әле булһа һоҡланам. Әҙип Усман улы менән бергә Асҡар урта мәктәбендә Мотаһар ағай Билалов эшләне. Ул атайым менән ауылдаш, фронтҡа ла бергә киткәндәр, бер үк часта һуғышып та йөрөгәндәр. Шағир күңелле, хисле кеше, ауылынан сығып китешләй, Мотаһар ағай: «Сусаҡ тауың беҙгә һәйкәл булһын, иҫәнлектә әйләнеп ҡайтмаһаҡ», – тип әйткән тинеләр. Бәхеткә, яугир­ға имен-һау ҡайтыу насип булған. Ул да математика уҡытып, Мәскәүгә съездар­ға барып, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы булып ғүмер юлын тамамланы.
Асҡарҙа, шулай ҙа, мине һәр ваҡыт тартып торған өй бар. Тау битләүенән үткән борон­ғо урам­дар­ҙың береһендә Ро­за апай Сәйфиева йәшәй. Ул миңә Амангилде урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытты. «Миңә» тип әйтеүем шуға, сөнки апай синыфтағы ун һигеҙ бала араһынан миңә иғтибарҙы күберәк бүлә ине шикелле. Һәр хәлдә, шулай тоя инем. Рус теленә, рус классик әҙәбиәтенә һөйөүем Роза апайҙан киләлер, тигән уйҙамын. Университетҡа имтихандар­ға китергә булғас, мөғәллимәм минең менән, отпускыһын сарыф итеп, ун көн әҙерлек үткәрҙе. Был көндәр, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре булыуҙан бигерәк, әхлаҡ дәрестәре, мөғәллим юғарылығының өлгөһө булғандыр. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙан­ған уҡытыусылары Роза Мотаһар ҡыҙы Сәйфиеваның, мине, урамда «трай» тибеп йөрөүсе үҫмерҙе, етәкләп, мәктәпкә кире ҡайтарған Әшрәф Мостафа улы Хәмзиндың әле лә иҫән-һау йәшәүҙәрен белеү үҙе бер бәхет.
Ысын мөғәллимдең тормоштағы миссияһы синыф бүлмәләрендә дәрес биреү менән генә сикләнмәй. Ул һәр ваҡыт халыҡтың уй-хәстәрҙәре менән, уға рухи юғарылыҡ өлгөһө күрһәтеп йәшәй. Дүртөйлөләге оло педагог Вил ҡазыханов, минең ҡараш­ҡа, шундай кеше. Вил Суфиян улының белем биреү өлкәһендәге хеҙмәттәре шаҡтай билдәлелек алһа ла, йәмғиәттә тейешле дәрәжәлә баһаланып етмәгән. Уның тормошон, ижадын, яҙмышын бер ни ҡәҙәр белгән кеше булараҡ, халҡыбыҙҙың рухлы, саф намыҫлы улына хөрмәтемде еткереүҙе бурысым тип һанайым.
Сабып үтеп барған ғүмерҙе йүгәнләп-тышаулап туҡтатып торор әмәлдәр табылһа икән. Йәйҙең һуңғы көндәре яҡыная килә, йөрәк берсә ут яна, берсә боҙҙай туңа. Был һағыныуҙандыр. Уҡыу башланыр мәл яҡынайған һайын үҙемде мәктәбебеҙ ишеге янында күрәм. Алтын приискылары хужалары Рәмиевтарҙан мираҫҡа ҡалған бейек осормалы, ҡалай түбәле ошо дәү йорттарҙа минең һымаҡ хыялый нисәмә малай әлепте таяҡтан айырырға өйрәнде икән? Беренсе синыфтағы уҡытыусым – татар милләтле Хафаса өләсәйем – дәфтәргә таяҡтар һыҙҙыра башлауға алтмыш ике йыл үткән. Илебеҙҙәге халыҡтың күпселеге ул хәтлем йәшәмәй. Хәйер, ейән-ейәнсәрҙәрең университеттарҙа, юғары синыфтарҙа уҡып йөрөгәс, ғүмер ебеңдең ни ҡәҙәр нәҙегәйеүен тоҫмалларға мөмкиндер инде.
Кондовый бүрәнәләрҙән буралған иҫке мәктәпте хәтерҙә яңыртыуҙан ни файҙа? Хәҙер ауыл ситендәгерәк бер ҡалҡыулыҡта таш мәктәп ҡуҡырайып ултыра. Алыҫтағы ошо мәктәпкә лә, бүтән меңдәрсә мәктәптәргә лә асманда әлегә йондоҙҙарҙы һәм ай менән ҡояш­ты ғына күргән балаларыбыҙ килеп тулыр. Шөкөр, уларҙың аяғында, беҙҙеке кеүек, ҡуңалта ҡата, өҫтөндә ямаулы салбар түгел. Илебеҙ фәҡир, халыҡтың тормошо ауыр, тиһәк тә, әсә күкрәгенән кисә генә айырылған ҡыҙ һәм малайҙар ҙа галстуклы, затлы костюмдар кейгән, алҡа һәм сылбырҙар таҡҡан, кеҫәләрҙә – көйләп ятҡан телефондар. Биште унға ҡабатлайым тип, маңлай сирыштыраһы юҡ, сөнки һәр кемдең ҡул аҫтында – калькулятор. Балаларға хатта китап аҡтараһы ла түгел икән, улар өсөн Пушкинды, Мостай Кәримде, Хемингуэйҙы компьютер, интернет уҡый. Олоғайған кешегә үҙенән йәшерәк һәр кем матур, камил күренә. Синыф бүлмәләрен, вуз аудиторияларын тултырып ултырған ошо сибәр, килеш-килбәте нәзәкәтле үҫмерҙәрҙең аңында, йөрәгендә ниҙәр барҙыр? Уларҙы ниндәй уй-хистәр дәртләндерә, һыҙландыра? Ғөмүмән, ихлас ҡыуанысҡа һәм яҡты донъяны томалаусы көйөнөскә әлеге йөрәктәрҙә урын бармы?
Мәктәп зыялы һәр кешенең күңелен ғүмер баҡый үҙенә тартып тороусы рухи ҡәғбә бит инде. Атайым, фронт үҙенә саҡырып алғансы, Темәс педагогия училищеһын ситтән тороп тамамлап, уҡытыусы булып эшләгән. ҡырҡ икенсе йылдың йәйендә Харьков өсөн барған зәһәр алыштарҙа ғәйеп булған. Уның үҙенең ҡайҙалығын ғына түгел, ҡәберенең ни тарафтарҙа икәнлеген Украина далалары елдәре лә, Дон тулҡындары ла, ошоғаса әйтмәне. ҡатынымдың атаһы, Магнитогорск металлургия комбинатын марганец мәғдәне менән тәьмин итешкән таусы, һуғышҡа үҙе теләп китеп, Орел өлкәһендә башын һалған. Хәҙер ул Зеленый Холм утары тирәһендә, бөйөк рус яҙыусыһы Иван Сергеевич Тургеневтың ата йорто Спасское-Лутовиновонан алыҫ түгел, ята. Халҡыбыҙҙың йәнә: «Майҙанда йыҡҡан батырҙан яуҙа йыҡҡан батыр оло», – тигәне беҙҙең атайҙар тураһында булдымы икән?
Һеҙ, зирәк аҡыллы йәштәр, фекеремдең бер осо мәктәптә булһа, икенсеһе ниңә һуғышҡа барып бәйләнеүенең сәбәбен аңлағанһығыҙҙыр. Быйылғы майҙа, йөрәк­һеү һәм әрнеүҙәр менән өҙгөләнеп, атай-олатайҙарыбыҙ ҡулынан алған Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам иттек. Икенсе сентябрҙә икенсе донъя һуғышының тамамланыуы ла рәсми рәүештә билдәләнәсәк. Һабаҡ һәм хәтер өсөн был көндө онотмау ҙа кәрәктер, әлбиттә.
Ул саҡ арба кендеге хәтлем генә булһам да, мин – һуғыштан еңеп ҡайтыусыларҙы ҡаршылаған малайҙарҙың береһе. Иҫән ҡалған һәр яугир килеп күренеү менән, моң-һағыш даръяһына тамам сумған ауылыбыҙ бер мәлгә яҡтырып ҡалғандай. Ә беҙ көтәбеҙ. Әсәйҙәр – эстән һыҙып, беҙ – кескенә йөрәктәребеҙҙе усҡа йомарлап, көтәбеҙ. Һәм ул көтөүҙәр мәңгелеккә һуҙылды.
Беренсе сентябрҙә, мәктәп тормошо гөж килгәс үк, тәүге дәресте ҡаһарманлыҡҡа арнайҙар. Илебеҙҙәге байтаҡ һәйбәт нә­мәләр кеүек үк, ошо изге эш тә формалләште. Бик өлкән йәштәге һуғыш ветерандары менән тормошта әле аҡты ҡаранан айыра ал­маған бала-саға ара­һында уртаҡ фекер тойоу, минеңсә, ауырлаша бара. Ололар күңелендәге ихласлыҡ балалар күңеленә инеп ята алмай. Бөйөк Ватан һуғышы фажиғәһе һәм ҡорбандары Мәскәү телевидениеһы каналдарында, матбуғатында кәмһетелеүгә дусар ителә. Ветерандар йәш, белемле, таҫма телле демагогтарға аргументлы ҡаршы тора алмай, уларҙы етди рәүештә тыңлаусылар ҙа бик һирәк. Етмеш бер йыл әүәл, сентябрь башында, нацистик Германия Польшаға баҫып ингән. Фашист танктарылары ошо дәүләтте ике аҙна эсендә тапап уҙғанда уның формаль союздаштары – Англия менән Франция – фажиғәне ғафиллыҡ менән күҙәтеп кенә торған.
Хәҙер хаслыҡтың хаҡлыҡтан өҫтөн йөрөгән заман. Бурлыҡ булдыҡлылыҡ менән бер һаналған ваҡытта намыҫты саф көйө һаҡлау еңел түгел. Детектив әҙәбиәт, экрандарҙағы туҡтауһыҙ ҡан ҡойош, бандиттарҙы романтик юғарылыҡҡа күтәреү, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәҫ. Улай ғына ла түгел, халҡыбыҙ йә ҡалабыҙ, йә ҡолайбыҙ тигән хәлдә тора. Ошо мәлдә йәштәребеҙҙең аңын башҡорттоң беренсе ғалим-геологы ҡадир Тимерғәзиндың даһилығы, Заһир Исмәғилевтың илаһи моңдары, Мостай ижады балҡытып ебәр­һә икән!
Һәр кемдең баҡый иленә күсеүе кешелектең кире ҡайтмаҫ юғалтыуы булһа, сабый­ҙың донъяға килеүе лә асманда йондоҙ ҡабыныу менән бер. Әсә йөрәге янында балаһын яҡты уйҙар, игелекле өмөттәр менән йөрөтә. Сабыйҙы иң таҙа, гәлсәр һыуҙа ғына ғөсөл ҡойондоралар. Был тәбиғи ғәмәлдә лә, бәлки, әйтелмәгән мәғәнә барҙыр, сөнки һәр кемдең сабыйы беҙҙең араға сафлығы, тапланмаған ниәттәре менән килә.
Һәм тормошто ошо сафлыҡ һәм ихласлыҡ менән үтеү өсөн ҙур аҡса ла, хакимлыҡ та, дәрәжәләр ҙә мотлаҡ түгел. «Мәктәп ябылмаһа, ауыл бөтмәҫ», – тигән һүҙ бар. Хәҡиҡәт был, әммә уның төбөндә ғәмәли тормош тыуҙырған әрнеү ҙә ята. Халыҡ борон-борондан төпләнеп йәшәгән урын ни өсөн ҡорорға тейеш? Уҙған быуаттың егерменсе-утыҙынсы йылдарында һәр ауылда мәктәп асыу, һәр ке­шене уҡырға-яҙырға өйрәтеү намыҫ эше һанал­һа, бөгөн, «аҙ комплектлы мәктәптәр», «белем биреүгә сы­ғым­дарҙы оптималләштереү» кеүек һүҙбәйләнештәргә ышыҡланып, ауылдағы берҙән-бер зыялылыҡ йортоноң кәрәклеге лә шик аҫтына ҡуйыла.
Хәҙер хатта мәктәбебеҙ ҙә ғәҙәтләнгән мәктәп түгел, бәлки «белем биреү учреждениеһы». Учреждение... Ошо һалҡын төшөнсә мәктәптәребеҙҙән йылылыҡты алып киткән, уның хыялый буяуҙарын төҫһөҙләндергән һымаҡ. Йәмғиәттә мөғәллимдәрҙең түбәнсел хәлдә ҡалыуы ла шул чиновниктарса бәғерһеҙлектән, рәхмәт тойғоһон юғалтыуҙан киләлер.
Ысындан да, ауыл кешеһе булғанғамы, тәрбиә системаһын мин баҫыу менән сағыштырам. Мәлендә һөрөп-тырматып, ашлап та ебәрһәң, артабан да яландан күҙ алмаһаң, уңышҡа иҫәп тоторға була. Ә инде һабан-тырма теймәгән, орлоҡ төшмәгән ерҙә нимә үҫерен беләһегеҙ. Совет сәйәси ҡоролошон хәтерҙән тиҙерәк юйып ташлар­ға теләүселәр күп булһа ла, халыҡ мәғарифы өлкәһендә ул власть ифрат миһырбанлылыҡ күрһәткән. «Мәғариф» төшөнсәһе хәҙер иҫкергәнерәк тойолһа ла, ул үҙ эсенә белем биреү һәм тәрбиәләү комплексын ала. Инҡилаптан аҙаҡ йөҙҙәрсә мең бала, үҫмер урамда, ғәмәлдә ҡырағайлыҡ мөхитендә, ҡалғанда, ил хужалығы хараба рәүешендә ятҡанда, власть бар ихтыярын, йәмғиәттә һаҡланып ҡалған миһырбанлылыҡты әлеге балаларҙы аслыҡ, енәйәтселек ҡулынан йолоп алып ҡалыуға биргән. Шуны ла онотмайыҡ: балалар яҙмышы хаҡында хәстәрлек ил өсөн ауыр шарттарҙа ла кампания рәүешен алмаған, бәлки дәүләттең эҙмә-эҙлекле, даими сәйәсәте булып ғә­мәлгә ашырыл­ған. Был сәйәсәттең емештәре халыҡ хужалығын тиҙләтеп индустриялаштырыу осоронда йәш­тәр­ҙең дөйөм дәрте, патриотизмы менән бер күренһә, ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙенең иң юғары кәүҙәләнешен тапты. Мәктәп, йәмғиәт ул саҡтағы рәсми идеяға тоғро патриоттар ғына түгел, ә һәр йәһәттән аңлы, күп яҡлы белемле граждандар тәрбиәләй алған. Туҡһанынсы йылдарға тиклем Рәсәй йәмғиәте шул гражданлыҡ пафосына һәм фундаменталь тәрбиә һәм әхлаҡ ҡиммәттәренә таянып йәшәне. Беҙ хәҙер генә Рәсәй халҡын элегерәк тәрбиә алған ысын зыялыларға һәм интернет-мәғлүмәтле йәштәргә айыра башланыҡ.
Тормош иптәшем ярты быуатҡа яҡын ғүмерен балалар уҡытыуға биргәс һәм үҙемдә лә мөғәллим ҡаны булғас, мәктәп тормошона, тәрбиә мәсьәләләренә һис ҡасан да битараф булманым. Әйткәндәй, яҙмышыма әүерелгән яҙыу-һыҙыу эше лә төп маҡсаты итеп кешене яҡшылыҡ өлгөләрендә тәрбиәләүҙе ҡуя бит. Бына шул белем биреү һәм йәштәрҙе тәрбиәләү, үҙенең кешелеклелек һәм миһырбанлылыҡ асылынан ситләшеп, сәйәсәттең бер элементына әүерелә бара һымаҡ. Совет осоронда булдырылып, һынау­ҙар аша үтеп, донъяла иң ипле, иң һөҙөмтәле тип танылған белем биреү системаһы дәүләт сәйәсәте концепцияһының үҙгәреү ҡорбаны булды. Элекке власты емереүселәр, коммунистик идеологияны ҡороторға ынтылыу менән бергә, дәүләтселектең төп институттарының береһе булған белем-тәрбиә нигеҙҙәрен дә ҡаҡшатты.
Рәсәй халҡының борондан килгән традицияларын, ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе, милли менталитетты инҡар итеп, белем биреүҙә Көнбайыш стандарттарын механик рәүештә күсереү башланды. Хәйер, был процесс әле лә дауам итә, сөнки ул педагогик йәмәғәтселектең һүрелә барыу­сы ҡаршылығына, ата-әсәләрҙең ризаһыҙлығына осрай. Ғөмүмән, белем биреү өлкәһенә килгән һәр бер етәксе үҙенең «реформаторлыҡ» эшмәкәрлеген күрһәтергә тырыша. «Федераль компоненттар», «төбәк компоненттары» тип, уҡыу программаһын туҡтауһыҙ әүеш-тәүеш килтереү, «Йыл уҡытыусыһы» кеүегерәк шоу-саралар уҡыусыларҙың белемен, мөғәллимдәрҙең һөнәри кимәлен күтәрмәй, бәлки нығынып та етмәгән аңды бутай, психикаһын имгәтә. Тәжрибәле педагогтар, уйлай белгән ата-әсәләр бының нимәгә килтереү ихтималын аңлай, бары чиновниктарға ғына эксперименттар, реформалар, Берҙәм дәүләт имтихандары кәрәк. Иманым камил, белем биреү системаһы хәҙерге реформаларҙан йәнен алып сыға алған хәлдә лә, иртәгә тағы «реформаторҙар» табыласаҡ. Шунда ғына беҙ ниндәй хазинаны юғалтҡаныбыҙҙы аңларбыҙ.
Фатихалар биреп, балаларыбыҙҙы олораҡ юлға оҙатабыҙ. Олораҡ, тигәнебеҙ – ауырыраҡ та, яуаплыраҡ та бит инде. Күптәренең эргәһендә ҡанатын йәйеп ҡурсалап, кәңәш-ярҙамынан ҡалдырмай торған өлкәндәр ҙә булмаҫ. Уларҙы донъя ҡазаларынан, яман ғәҙәт-ҡылыҡтарҙан Хоҙай үҙе һаҡлаһын. Ил улы һәм ил ҡыҙы булып өлгөрөү өсөн хатта белем дә етмәй, бәлки Ватаныңдың гражданы булыу тойғоһо ла кәрәк. Һуңғыһы – иң мөһимелер әле.
Күренекле инглиз сәйәсмәне Уинстон Черчилль: «Мәктәптәге уҡытыусылар премьер-министрҙар хыял да итә алмаған власҡа эйә», – тип йыш ҡына әйтер булған. Тормош ошондай һүҙҙәрҙе раҫлай килһә икән.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға