23.04.2013 Йыл әйләнәһенә – «Йәйләү»ҙә
«Салют» шифаханаһында һәләтле балалар өсөн ял итеү үҙәге асылды
БР Мәғариф министрлығы тарафынан 15 йылдан ашыу ойошторолоп килгән Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса йәйге лагерь балаларҙың яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Балалар унда отрядтарға түгел, ырыуҙарға бүленеп, һәр ырыуҙың оранын, йырын өйрәнде. Лагерҙа аралашыу тик туған телдә генә барҙы. Был лагерь республикабыҙҙың Ғафури, Стәрлебаш, Ейәнсура райондарында ойошторолдо. Уны уҡыусылар шул тиклем оҡшатты, хатта икенсе, өсөнсө тапҡырға ла бик теләп барҙы. Хәҙер иһә уҡыусыларға йәйгеһен генә түгел, «Салют» балалар шифаханаһы нигеҙендә уларға йыл әйләнәһенә ял итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Бында яңыраҡ «Йәйләү» балалар ял итереү, һауыҡтырыу һәм үҫтереү үҙәге эшләй башланы.
– Был яңылыҡ түгел, Мәғариф министрлығында эшләгән ваҡытта Яҡутстанда күреп ҡайтҡайным. Унда «Ленский край» тип аталған форум ойошторолған. 10 – 14 көн буйы балалар унда ял итә, төрлө курстарға йөрөй. Шул ваҡытта уҡ беҙҙә лә ошондай ял итеү урыны булдырыу хаҡында хыяллана башлағайным. Маҡсатыбыҙ – халыҡ традициялары һәм педагогикаһы нигеҙендә тәрбиә биреү, ауыл балаларына рус теле һәм математика фәндәренең ниндәй кимәлдә ойошторолорға тейешлеген күрһәтеү. Сөнки бында уҡыусыларға ошо фәндәр буйынса өҫтәмә дәрестәр ҙә ойошторабыҙ. Уларҙы юғары категориялы уҡытыусылар үткәрә, – тип һөйләй үҙәктең директоры Рәйсә Күзбәкова.
Бөтә эштең нигеҙендә билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы ята. Ял үҙәгендә үҫмерҙәр шулай уҡ бер нисә ырыуға бүленгән. Уҡыусылар бында дауалау курстары ла үтә, шул уҡ ваҡытта туған телдә үткәрелгән төрлө сараларҙа үҙҙәренең һәләтен үҫтерә, рус теле һәм математика буйынса ойошторолған өҫтәмә дәрестәрҙә белемен камиллаштыра, психолог кәңәштәрен алып, үҙ-үҙенә ышанысын арттыра ала. Тәрбиәселәр һәм вожатыйҙар балаларға тормошта дөрөҫ йүнәлеш биреү, рухи ныҡлыҡ тәрбиәләүгә ныҡлы иғтибар бүлә. Баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсиялар, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ҙа быға йоғонто яһамай ҡалмай.
– Республиканың төрлө төбәктәренән иң һәләтле балалар йыйылған, улар менән эшләүе лә күңелле. Иплеләр, тәртиплеләр, ихластар, яуаплылар. Һәр әйткәнде тыңлап, сараларҙа ихлас ҡатнашып торалар, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша тәрбиәсе булып эшләүсе Илүзә Яхина.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары бында вожатый булып эшләй. Был уларҙың үҙҙәре өсөн дә файҙалы.
Ял итеү үҙәгендә тәүге смена 10 – 11-се синыф уҡыусыларын йыйған, әле иһә 8 – 9-сы синыф уҡыусылары ял итә. Бер нисә көн эсендә улар бында өйрәнеп, бик оҡшатып та өлгөргәйне.
– Ял бик оҡшай, күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ, көн дә төрлө саралар булып тора. Үҙемә яңы дуҫтар таптым. Көндәр һиҙелмәй ҙә үтеп тора, хатта, ҡайтыр көн етеп ҡуйыр инде, тип борсолабыҙ. Тағы ла бик теләп ял итергә ҡалыр инем, – ти Туймазы районының Ҡандра ауылынан килгән Рамаҙан Әхмәтйәнов.
Һәр эште башлағанда ауырлыҡтар аша үтергә тура килә, балалар өсөн ял үҙәге ойоштороусылар ҙа әлеге ваҡытта бер аҙ ҡыйынлыҡтар кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, был файҙалы эштең яҡты киләсәгенә өмөтләнә улар.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.