22.03.2013 Ҡайҙа уҡырға барырға?
Был һорауға яуап итеп баш ҡалала уҡыған яҡташтарыбыҙ Азамат Лоҡманов менән Илмир Әһлиуллин: «Әлбиттә, Мәскәүгә!» – ти
...Таныш ҡатын менән Өфөнән ҡайтып барабыҙ. Ул әсәһенең һүҙен иҫләп көлдө:
− Күршебеҙҙең ҡыҙҙары, йәй еткәс, ғаиләләре менән машиналарға тейәлеп, Себерҙән ҡайтып төштө. Әсәйем беҙгә, автобуста ҡайтҡан балаларына, ҡарап уфтанды: «Әллә нимәгә шул духтырға, уҡытыусыға уҡынығыҙ, ана, күршенең ҡыҙҙары һөнәрселек училищеһын тамамланы ла рәхәтләнеп бай йәшәй. Ә һеҙҙең башығыҙ эштән сыҡмай, тик машиналыҡ та аҡса эшләй алмайһығыҙ». Беҙ, әйтмәксе лә, яҡшы уҡығас ни, медицина, педагогия институттарына индек тә ҡуйҙыҡ, сөнки бар белгән һөнәрҙәребеҙ − табип, уҡытыусы, бухгалтер, штукатур-маляр, ташсы һәм механизатор. Эшемде яратам мин, ә шулай ҙа, элек дизайнер тигән һөнәрҙең барлығын белһәм, шуға уҡыр инем.
ҡыҙыҡ, миңә лә, яҡшы уҡыған уҡыусыға, уҡытыусылар, һинән педагог сығасаҡ, тип тылҡып торҙо, һәм мин педагогия училищеһына документтар тапшырҙым. Һис тә үкенмәйем унда белем алыуыма. Сөнки тап шунда журналист һөнәре тураһында ишетеп белдем. Әммә ҡайсаҡ ике йыл ғүмерем әрәмгә киткән кеүек тойола, алдан белгән булһам, мәктәптән һуң тура университетҡа, журналистикаға барыр инем, тип уйлайым. Хәҙерге заман балалары интернет, телевизор, матбуғат аша төрлө һөнәрҙәрҙең барлығын белеп үҫә, әммә ауылдыҡылар һаман да педагогия, медицина, аграр университеттарҙан ары китә алмай. Ныҡ тырыштары ла иҡтисадсы, юрист һөнәренән башҡаһын күрмәй. Һайлаған һөнәрҙәре оҡшаймы-оҡшамаймы − ул турала бошонмайҙар, иң мөһиме: кеҫәлә ниндәй ҙә булһа диплом ятһын, уҡыу йорто өйгә яҡын булһын, тиҙәр. Ошо стереотиптар кәртәләрен аша атлап үтә алғандар башҡаларҙы ла үҙҙәре артынан әйҙәй, төрлө үрҙәрҙе яуларға өндәй. Мәҫәлән, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының политология факультетында уҡыған яҡташтарыбыҙ Азамат Лоҡманов менән Илмир Әһлиуллин каникул ваҡытында, «Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы» вәкилдәре булараҡ, ҡалалағы 12-се башҡорт лицейы, Ахун, Ураҙ, Уральск, Учалы ауыл мәктәптәренең ун беренсе класс уҡыусылары менән осрашыуҙар уҙғарҙы.
– Сығарылыш класс уҡыусыларын берҙәм дәүләт имтихандары ғына түгел, ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау ҙа ныҡ борсой, шуға ла беҙ Мәскәү, Санкт-Петербургтағы юғары уҡыу йорттары, студенттар ассоциацияһы тураһында һөйләнек, һис бер нәмәнән ҡурҡмайынса абруйлы университет, институттарға документтарын тапшырырға өндәнек, − ти Азамат. − Беҙ, студенттар ассоциацияһы ағзалары, барыбыҙ ҙа сығышыбыҙ менән республиканан, шуға ла абитуриенттарҙы ниндәй шик-шөбһәләр борсоғанын яҡшы аңлайбыҙ. Осрашыуҙар ваҡытында уҡыу, йәшәү менән бәйле һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙек. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа беҙҙе һәр ҡайҙа яҡшы ҡабул итте, ҡыҙыҡһынып тыңланы, һорауҙар бирҙе. Бер-ике мәктәптә генә, кем баш ҡалаға уҡырға китеп барһын, тигән һүҙҙәр менән бәйле төшөнкөлөк һиҙелде. Ә нишләп бармаҫҡа ти? Хәҙер берҙәм дәүләт имтихандары барыһының да хоҡуҡтарын тигеҙләне, белемең бар икән, ауылда ятып та, баш ҡала университетына анһат ҡына уҡырға инә алаһың. Ниндәйҙер шикле филиалда уҡығансы, төп юғары уҡыу йортонда белем алыуың мең тапҡыр отошло бит.
Студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы исеменән ошо сараны ойошторорға ярҙам иткән Учалы районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенә рәхмәтлебеҙ (беҙҙе оҙатып йөрөгән мәғариф бүлеге методисы Аймара Минһажеваға айырым рәхмәт). Бер ҙә кәрәкмәй, был беҙгә артыҡ, тип торманылар, машинаһын да таптылар, мәктәп директорҙары менән дә һөйләштеләр. Минең уйымса, был осрашыуҙарҙан барыһы ла отто ғына, сөнки уҡыусыларға кәрәкле мәғлүмәт бирә алдыҡ.
Гәзитебеҙҙе даими алдырып уҡыусылар «Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан Республикаһы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы» тураһында яҡшы хәбәрҙар. Был ойошма ағзалары, Башҡортостан абитуриенттары илебеҙҙең алдынғы уҡыу йорттарында төплө белем алғандан һуң, республикаға әйләнеп ҡайтып, уның сәскә атыуына булышлыҡ итһен, тигән маҡсаттар менән йәшәй. Ошо маҡсатҡа ярашлы сығарылыш уҡыусылары араһында эш алып барып, һәләтле, аҡыллы, ныҡыш йәштәребеҙҙе юғары үрҙәр яуларға саҡыра. Ә инде саҡырыуға эйәрергәме-юҡмы – уныһы һәр кемдең үҙенән, уның ата-әсәһенән тора. Дөрөҫөрәге, кеҫә ҡалынлығынан бигерәк, аң офоҡтары киңлегенән.