«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Йөрәктән йөрәккә юлдар һала уҡытыусы



08.03.2013 Йөрәктән йөрәккә юлдар һала уҡытыусы

Йөрәктән йөрәккә юлдар һала уҡытыусы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, талантлы башҡарыусы Альбина Шәмсетдинованың дәрестәре ҡалып буйынса үтмәй
Учалы районы Туңғатар ауылында тыуып үҫкән Альбина Шәмсетдинованың тормошта ла, фәндә лә, сәйәсәттә лә хәл-ваҡиға­лар­ға ҡарата үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар. Тура һүҙле, ялғанды, ике йөҙлөлөктө яратмаған ҡыҙға йыр-моңға, рухҡа, телгә ҡарата һөйөү Туңғатар мәктәбендә һалынған. Василий Клю­чевскийҙың матур һүҙҙәре бар: «Уҡытҡан фәнегеҙҙе һәм уҡытҡан балаларығыҙҙы яратығыҙ». «Мин уҡытыусыларымдан бик уңдым. Ысынлап та, уҡытыу­сынан һөйөү ташып торорға тейеш. Сөнки бала күңеле бик нескә, ул барыһын да тоя, әгәр һинең күҙҙәрең балҡып торһа, баланың да күҙҙәренә ут төртөп, балҡытып ебәреүе ҡыйын түгелдер», − ти йәш уҡытыусы.
– Альбина, 8 Март байрамы алдынан әңгәмәне ошондайыраҡ һорау менән башлайыҡ: ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ирҙән, тигән фекер менән килешәһеңме?
– Тормош юлдашым Айнур менән университетта уҡығанда таныштыҡ, тәү күреүҙән ғашиҡ булдым мин уға. Йылмайыуына, ихласлығына... Йөрәгем яңылышмаған, Айнур һымаҡ кешене таба алмаҫ инем. Ул минең таяныр терәгем дә, илһамландырыусым да, иң яҡын дуҫым да. Ирем шул тиклем эскерһеҙ – ете йыл бергәбеҙ, ә уның ябайлығына һаман аптырайым, һоҡланам. Исмаһам, бер ауыр һүҙ әйткәне, тауышын күтәргәне лә юҡ. Беҙҙең арала аңлашылмаусанлыҡтар булмай. Сөнки һөйгәнем мине нисек бар, шулай ҡабул итә. Уның янында ҡатын-ҡыҙ бәхетен тулыһынса тойоп йәшәйем. Бар ҡаҙаныштарымдың сәбәбе ул Айнур. Банк хеҙмәткәре булыуына ҡарамаҫтан, ижадымды һәр саҡ аңлай, битараф ҡалғанын иҫләмәйем. Төрлө идея, хыялдарымды күтәреп алырға ғына тора. Тыуған көнөмә лә сәскә йәки алтын әйбер түгел, ә электр гитараһы алып бирҙе. Артыҡ бер ни талап итмәй. Үпкәләмәй, үпкәләтмәй. Күҙ тейеп кенә ҡуймаһын инде.
Тормошҡа һөйөүем бик көслө. Аллаға шөкөр, йәшәү мәғәнәһен, тәмен бик иртә аңланым. Шуға ла ғүмеремде тулы, ҡыҙыҡ һәм азат итеп йәшәгем килә.
– Һин – башҡорт теле уҡытыу­сыһы. Балаларҙа уҡытҡан фәнеңә һөйөү уятыу, улар­ҙы гелән үҙеңә ылыҡтырып тотоусы уҡытыусы булыу өсөн нимә эшләргә?
– Уҡытыусының роле бик юғары, шуға күрә бөгөн мәктәптәргә йәш, эрудициялы, креатив лидерҙар килергә тейеш. Бөтәһе лә − ябай эшсенән алып президентҡа тиклем уҡытыусы күңеле ҡылдары аша үтә. Тап уҡытыусы яңы быуат шәхесен булдырыуға бөтә көсөн һала. Күбеһе уҡытыу­сыһын рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала һәм йөрәге түрендә уңың яҡты образын һаҡлай. Уҡытыусы хеҙмәте ябай хеҙмәт түгел. Уны сығарылыш уҡыусылары һаны йәки үткәрелгән сәғәттәр һаны менән үлсәп булмай. Сөнки балалар менән аралашыу ваҡыт рамкаларына һыймай. Уҡытыусы булыуҙың ҡыйынлығы шунда: ул үҙ эшенең һөҙөмтәләрен йылдар үткәс, быуындар алмашынғас ҡына күрә ала. Мин эшләгән 123-сө лицейҙа педагогик идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Матур иркен кабинеттар, бик бай әҙәбиәт һәм тейешле сәғәттәр һаны. Тәжрибәле һәм ойошҡан коллективта эшләйем. 2010 йылда тәү башлап йәш белгес, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ролендә был мәктәп ишеген астым. Мин бәләкәйҙән артист булырға хыялландым. Көҙгө алдында тороп, төрлө ролдәрҙе башҡарып ҡарайым, йырлайым, бейейем. Ә иң яратҡан ролдәремдең береһе – уҡытыусы. Хыялым тормошҡа ашманы, тип әйтә алмайым, мин иң ярат­ҡан ролемде көҙгө алдында түгел, ә класс алдында, ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡарам. Хәҙер инде ул роль генә лә түгел, тормош мәғәнәһе, минең яратҡан эшем. Башҡорт теле уҡытыусыһымын, тимәк, миңә балалар алдында ғына түгел, коллегаларым алдында ла үҙемдең бәҫемде төшөрөргә ярамай. Сөнки мин үҙем өсөн генә яуап бирмәйем, республикабыҙға исем биргән башҡорт халҡының көҙгөһөмөн.
Ниндәйҙер рамкалар, стереотиптар, принциптар − быларҙың барыһы ла минән алыҫ. Инструкция йәки тәртип буйынса ғына эшләп йәшәй алмайым. Хатта эштә лә, уҡытыусы булғас, балалар өсөн ниндәйҙер идеаль кеше булыр­ға тейеш бит инде. Минең килеп сыҡмай. Нисек теләйем, нисек балалар теләй, дәресемде шулай уҙғарам. Был үҙемә лә, уҡыусыларға ла күпкә ҡыҙығыраҡ, яҡшыраҡ. Яҙылған планым күҙ алдымда асыҡ ятһа ла, дәрестең бүтән юҫыҡҡа йүнәлеүе бар. Бына ни өсөн минең уҡыусыларым менән осрашыу урыны дәрес түгел, ә йөрәк. Шөкөр, өс йыл ғына эшләһәм дә, ҙур еңеүгә өлгәштем – 2012 йылда Йәш уҡытыусылар өсөн Баш­ҡортостан Республикаһы грантына лайыҡ булдым.
– Төп һөнәреңдә лә, йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнашыу­сы, алдынғы ҡарашлы башҡорт ҡыҙыһың. Һинеңсә, ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш, уның ғаиләһе алдындағы яуаплылығы ниҙән ғибәрәт?
– Был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмайым. Сөнки был индивидуаль ҡараш. Ер йөҙөндә нисә кеше бар, шунса фекер ишетергә була. Тик шуны ғына айырып әйтер инем: ниндәй генә ғүмер юлы үтмәһен, ниндәй генә хеҙмәттә тир түкмәһен, һәр гүзәл затҡа үҙен ысын ҡатын-ҡыҙ итеп тойор өсөн эргәһендә һөйгән йәре булыуы мөһим.
Һәр бер ҡатын-ҡыҙҙа үҙ бәҫеңде белеү тойғоһо булыр­ға тейештер, тим. Ғүмер буйы иренән ҡурҡып, үҙенә күптән инде ҡул һелтәгән ҡатындарҙы, дөрөҫөн генә әйткәндә, аңламайым. Мин кеше һүҙенә әллә ни илтифат бирмәйем. Ғүмер баҡый кеше һүҙе тип йәшәгән кешеләрҙе йәлләйем, улар үҙҙәре өсөн түгел, кеше өсөн йәшәгән булып сыға бит инде.
Ижад темаһына килгәндә, йырҙар ижад итеүем студент йылдарынан килә. Гитарала уйнағас, күп йырым шул инструмент ярҙамында яҙыл­ған. Күберәк йырҙарым Айнур армияла булғанда тыуҙы, һағыш илһамландырған, күрә­һең. Иң популяр йырҙарымдың береһе – “Башҡорт улына” ла тап ошо осорҙа яҙылды.
– Кешеләрҙә яратҡан сифатың...
– … ул юмор тойғоһо. Һәм тағы ла тура һүҙлелек. Биткә бәреп кәрәккәнде лә, кәрәкмәгәнде лә, нисек уйлайһың, шулай әйтеп йөрөү түгел, ә аҡыллы, кешенең абруйын төшөрмәй генә һөйләй белгән кешеләрҙе яҡын күрәм. Ә яратмағаным − күптәрҙең ваҡыт юҡлыҡҡа һылтаныуы. Ваҡыт ул һәр саҡ бар! Ваҡыт һеҙҙең менән идара итә алмаҫлыҡ итеп йәшәргә кәрәк, теләгең булһа, бөтә ергә лә өлгөрөп була.

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға