«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » «Йәшлегеңдең ҡәҙерен бел!» –



08.02.2013 «Йәшлегеңдең ҡәҙерен бел!» –

«Йәшлегеңдең ҡәҙерен бел!» –
ти йәш ғалим, уҡытыусы һәм алып барыусы Зөлфәт Ишбаев
Зөлфәт Ишбаев күптәрегеҙгә “Артылыш”, “Тай-тулаҡ”, “Ғәләмәт донъя” телетапшырыуҙары аша та­ныштыр. Ихлас һәм алсаҡ егет һәр телевизор ҡараусының йөрәгенә юл таба белә. Зөлфәт фәнде лә үҙ иткән икән. Ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле, әҙәбиәте һәм инглиз теле бүлеген тамамлағас, аспирантураға уҡырға ингән. Бөгөн ул “Урал батыр” эпосын рус-инглиз телдәренә тәржемә итеүҙә лексика-семантика үҙенсәлектәре” темаһына диссертация өҫтөндә эшләй.
“Халҡыбыҙҙың үлемһеҙ ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосы башҡортсанан рус теленә, унан инглиз теленә тәржемә ителгәндә күп урында төҫөн юғалтҡан. Эске кисерештәрҙе һүрәтләгәндә, тасуирлау сараларында хата ебәрелгән. Шуларҙы өйрәнеп-тикшереп, һығымталар әҙерләйем, – тине Зөлфәт. – Фәнни етәксем – филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Хәйруллина миңә һәр саҡ ярҙам итә. Рәйсә Хәниф ҡыҙының сит илдән аспиранттары ла бар, ул һәр беребеҙгә иғтибарлы”. Быйыл көҙ Зөлфәт диссертацияһын яҡлаясаҡ.
Мәләүез ҡалаһы егете, баш­ҡорт гимназияһын тамамлағас, ҡалалағы механика-технология фа­культетына уҡырға инә. Бер йылдан юриспруденция факультетына күсә. Белем усағын “ҡыҙыл диплом”ға тамамлағас, матур хыялдары уны Өфө ҡалаһына әйҙәй. Ул актер йә журналист булырға теләй. Бер нисә уҡыу йортона документтарын тапшыра һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡыр­ға инә. Артабан юриспруденция юлын дауам итеү маҡсатында 2008 йылда Мәскәү хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын тамамлай, шулай уҡ инглиз телен ныҡлап өйрәнә һәм тәржемәсе һөнәрен ала.
Бала саҡ хыялдары урау-урау юлдар менән булһа ла тормошҡа аша. 2006 йылда уны “Артылыш” телетапшырыуына саҡыралар. Ундағы мөхит уға бик оҡшай. “Коллектив берҙәм һәм татыу. Төрлө сценарийҙар яҙабыҙ, идеяларыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ. Балаларға өр-яңы донъя асыу үҙе бер мөғжизә, – ти Зөлфәт. – “Тамыр” телеканал булараҡ асылғас, яңы-яңы тапшырыуҙар барлыҡҡа килде. Инде үҙемде мөхәррир, режиссер, сценарист һәм алып барыусы булараҡ та һынаным. Әлеге мәлдә “Ғәләмәт донъя” һәм “13 метрлыҡ цирк” тапшырыуҙары өҫтөндә эшләйем. Ғөмүмән, телевидение күңелемә бик яҡын, эш еңел бирелә”.
Зөлфәт, фәнни эштән һәм телевидениенан тыш, белем биреү менән дә шөғөлләнә. Ул БДПУ-ла һәм ҡаланың 3-сө гимназияһында инглиз теленән дәрестәр алып бара.
Үҙ-үҙеңде камиллаштырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләргә кәрәк, тигән фекер­ҙә Зөлфәт. “Яҡшы физик формала булыу өсөн спорт менән шөғөлләнәм. Ә рухи яҡтан үҫеү өсөн интеллектуаль китаптар уҡыйым, күберәк сит ил автор­ҙарына өҫтөнлөк бирәм, телде шымартыу өсөн инглизсә уҡыйым”, – ти ул.
Бер мәл Зөлфәт Америкаға юллана. Был аҙымын, йыл аҙағында ныҡ арығанымды тойҙом, көндәлек эштәрем ҡыуандырмай башланы, тип аңлатты. Ул дүрт ай буйы ҡушма Штаттарҙа йәшәй. Был сәйәхәт емешле була. Унда Зөлфәт үҙенең асылын таба. “Башҡортостанға ҡайтҡас, киләһе ун биш йылға маҡсаттар билдәләнем һәм илемдән бер ҡасан да китмәҫкә ҡарар иттем”, – ти ул.
Хушлашҡан саҡта, егет сәғәтенә күҙ һалды ла, әгәр ҙә ваҡытың менән дөрөҫ файҙаланһаң, барыһына ла өлгөрөп була, тип, университетҡа ашыҡты. Йәшлегенең һәр миҙгеленең ҡәҙерен белгән тырыш егеткә артабан да уңыштар юлдаш булһын.

Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға