«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Салауат рухын йөрөтә



08.02.2013 Салауат рухын йөрөтә

Салауат рухын йөрөтә
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры Таһирйән Ғәниев дүрт балаһын да милли ғөрөф-ғәҙәттәр буйынса тәрбиәләгән
Хужаның ниндәй булыуы ҡойманан уҡ билдәле икәнлеген беләбеҙ – Таһирйән Мөхәммәт улы Ғәниевты шәхсән күрер алдынан коллегалары менән һөйләшкәндә үк шуны аңланыҡ ‒– Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын үҙ эшенең баһаһын белгән ҡаты ҡуллы, әммә аб­руйлы, аҡыллы фекерҙәре ме­нән хөрмәт ҡаҙанған директор етәкләй! Һәр ерҙә тәртип, хеҙмәткәрҙәр һәм етәксе араһында – үҙенсәлекле йылылыҡ һәм хөрмәт менән һуғарылған мөнәсәбәт, колледж студенттары араһында – теләктәшлек, тырышлыҡ. Шуға ла ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләүсе Таһирйән Мөхәммәт улы менән аралашып ултырыуҙың ғына ла үҙе бер тормош мәктәбе икәнлеген алдан уҡ тойомлағайным инде.
Ул – утыҙ йылға яҡын ғүмерен мәғарифҡа арнаған шәхес. Хеҙмәт юлын мәктәптә физика уҡытыусыһы булып башлаған, бөгөн республиканың иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе – Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының директоры.
– Дөйөм алғанда, тормошомдан ҡәнәғәтмен. Ләкин башҡараһы эштәр, ҡуйыл­ған маҡсаттар, идеялар береһе артынан икенсеһе үҫеп сығып ҡына тора. Шунлыҡтан, ҡәнәғәтмен тип, тыныс ҡына йәшәргә йыйынған юҡ әле, – ти ул.
Таһирйән Мөхәммәт улы – үҙе тырыш һәм рухлы, уңған булғанғамы икән, алдына ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға икенсе идеялар менән яна башлай торған кеше. Битарафлыҡ хас түгел уға. Мәҫәлән, мәғариф өлкәһендә кадрҙар “ҡартайыуы” Таһирйән Ғәниевты борсоған мәсьәләләрҙең иң ҙурҙарының береһе. Әлбиттә, зарланыу һәм юғалып ҡалыуҙың нимә икәнен дә белмәгән етәксе был проблеманы ла йырып сығыу өсөн юлдар эҙләй. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү өсөн, ятаҡтан урын биреү кеүек сараларҙан тыш, башҡа мөмкинлектәр ҙә асыла. Мәҫәлән, бөгөн тарих йәки башҡа гуманитар фәндәр уҡытыусыларын табыуы ҡыйын түгел. Ә бына колледждың үҙенә генә хас фәндәрен, аныҡ предметтарҙы өйрәтеүселәрҙе табыу – ай-һай. Шуға ла Таһирйән Ғәниевтың тырышлығы менән уҡытыусыларға икенсе юғары белем биреү өсөн аҡса бүлеү сығанаҡтары табылған. Улар профилен үҙгәртеп, һин дә мин эшен дауам итә. Бындай эштәр­ҙе ойоштороу өсөн үҙ көсөңә ышаныр­ға ла, баш­ҡалар­ҙы яратырға ла кәрәк.
– Кешеләрҙең, шул иҫәптән балаларҙың да яҡшы мөнәсәбәтте ҡабул итеүен һәм ҡәҙерләүен күреп һоҡланам. Юҡлыҡ кешеләрҙе сыныҡтыра ул сыныҡтырыуын, әммә барлыҡ та матур тәрбиә бирә ала. Студенттар йәшәгән ятаҡтарҙы заманлаштырып, яҡшы ремонт эшләнек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тәүҙә, үҫмерлектән сығып ҡына барған студенттарыбыҙ яңы нәмәләрҙе емереп бөтөр, тырышлыҡтың бер мәғәнәһе лә булмаҫ, тип ҡурҡҡайныҡ. Ләкин улай булып сыҡманы – ятаҡтарҙа йәшәүселәр үҙҙәре өсөн тыуҙырылған уңайлыҡтарҙы ҡулланып, һаҡлап ҡына йәшәй. Ошо ғына факттан сығып та шуны әйткем килә: эшләнгән эш ерҙә ятып ҡалмай, етәксе булып үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алғанһың икән, һиңә ҡарап торған кешеләр өсөн уңайлыҡтар тыуҙыр. Шулай булмаһа, етәксе булып ултырыуҙан ни мәғәнә?! Мин был принципҡа һис кенә лә хыянат итмәйем, нимәгәлер ҡаршы барыр­ға, үҙеңде хәүеф аҫтына ҡуйырға тура килһә лә, туҡтап ҡалмайым. Студент саҡ – йәшлек бит ул, ә иң бәхетле мәлдәр тап ошо осорға тура килә. Нишләп ошо ваҡытты тағы ла нығыраҡ матурайтмаҫҡа?!
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡыусылар, студент отрядтары төҙөп, Анапаға барып эшләй һәм, әлбиттә, рәхәтләнеп ял да итеп ҡайта. Тырыштарҙы, лидер­ҙарҙы асыҡлау, дәртләндереү өсөн студенттарҙы республиканың төрлө ял итеү урындары базаһында уҡытып та ҡайтаралар. Рәсми булмаған шарт­тар­ҙа аралашыу һәр кемгә ҡыҙыҡ. Уҡыуҙы бөткәс эшкә урынлаштырыу һәм теләгәндәргә Башҡортостан­дағы ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарына инергә ярҙам итеү яйға һалын­ған. Барыһы ла директор­ҙың тырышлығы менән башҡарыла.
Таһирйән Ғәниев – дүрт бала атаһы. Уларҙың барыһы ла республикабыҙҙың иң шәп милли мәктәптәрен, һуңынан юғары уҡыу йорттарын тамамлап, бөгөн яғыулыҡ, энергетика, төҙөлөш өлкәһендә уңышлы эшләй. Тормош иптәше Әлмира Ғәниева ла – мәғариф тармағында етәксе.
– Балаларҙың һәр береһе талантлы. Ләкин тормош бөтә кешегә лә тулыһынса асылырға мөмкинлек бирмәй, шуныһы үкенесле. Берәү­ҙәргә ата-әсәһенән, йә педагогтар­ҙан яҡлау, ярҙам юҡ, берәүҙә талант булып та, елкәһе йоҡараҡ һәм башҡа мәсьәләләр. Студенттарҙан да, үҙ балаларыбыҙҙан да шәхес яһау – һәр уҡытыусының, һәр ата-әсәнең бурысы. Балаларға аҡса эшләргә генә түгел, рухлы булырға ла өйрәтергә кәрәктер. Үҙе башҡорт булып та, башҡортса, исмаһам, һөйләшә лә белмәгән балалар үҫтереүселәрҙе аңлап бөтмәйем.
Таһир­йән Мө­хәм­мәт улының үҙенең бала сағы бәхетле, тулы ҡан­лы үткән, тип билдәләргә була. Бөгөн 84 йәшен тултырған әсәһе Таңһылыу менән инде мәрхүм булған атаһы Мөхәммәт Ғәниевтар – үҙ заманының талантлы педагогтары, сығыштары менән Салауат районынан. Юбиляр иң сетерекле мәсьәләләрҙе атаһының ҡәтғи кәңәштәрен иҫләп, әсәһенең йылыһын тойоп хәл итә.
Етәксенең яратып башҡарған тағы бер шөғөлө бар – ул балта оҫтаһы. Яҡындары уның тураһында, шаяр­тып: “Һәр йәй һайын бер бура бурамаһа, күңеле тыныс түгел”, – ти. Баҡсаларындағы йортто, мунсаны, ҡойманы үҙ ҡулы менән эшләгән, балалары йәки башҡа яҡындары нимәлер төҙөргә йыйынһа ла, шундуҡ ҡушылып китә. ҡыҫҡаһы, буш ваҡыты булдымы – ҡулында балта, ағас эштәре менән булыша. Таһирйән ағай уҡытыу өлкәһенә килмәһә, бик оҫта төҙөүсе булыр ине, моғайын.
Үҙ эшен яратҡандар бәхетле, улар ғорур һәм ҡәнәғәт. Таһирйән Мөхәммәт улы ла шундайҙарҙан. Ярты быуат ғүмереңде барлағанда ғорурланып, ҡыуанып һөйләрлек эштәрең булһын – был ир-азаматтар өсөн мөһим. Алдағы көндәргә маҡсаттар ҡуйырлыҡ кәрең булһын. Был да кәрәк. Алтын юбилейын билдәләгән Таһирйән Ғәниев ошо бөтә сифаттарға ла эйә. Шуға ла ул – оло шәхес. Шуға ла ул бәхетле.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға