«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!



05.02.2013 Үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!

Үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!
Йәш ғалимә Эльмира Иҫәнғолова, ҡалала эш башлаусы йәш белгестәргә ярҙам итергә кәрәк, тип иҫәпләй
ҡар-һыуыҡты иретерҙәй итеп йылмайған һылыу­ҡай − Эльмира Иҫәнғолова. Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас ябайлыҡ һәм мәртәбәлек, саялыҡ һәм тыйнаҡлыҡ сифаттарына эйә ҡыҙ Мәләүез ҡалаһында тыуып үҫкән. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһын тамамлағас, баш ҡалаға юл тота. “Бала саҡтан уҡ тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре менән айырыуса ҡыҙыҡһына торғайным. Шуға күрә Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетын һайланым. ҡулыма диплом алғас, артабан фән юлынан китергә теләнем һәм аспирантураға уҡырға индем, – ти ул. – Был минең өсөн ниндәйҙер бер тәбиғи ҡарар тип һанарға була. Тормошомдо икенсерәк күҙ алдына ла килтерә алмай инем”.
Эльмира “Хеҙмәт ре­сурстары һәм улар­ҙы һөҙөмтәле файҙаланыу кимәлен күтәреү” темаһына диссертация яҙа. Шул уҡ ва­ҡытта БР Фәндәр академия­һының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтының фәнни хеҙмәткәре ул. ҡыҙ бөгөнгө хеҙмәт шарттары, эштә кешенең үҫеше, шулай уҡ эшһеҙлек проблемалары өҫтөндә эшләй.
“Бөгөн республикала ур­таса эш хаҡы уртаса 21 мең һум, тиелә. Был суммаға етәксе, топ-менеджерҙар­ҙың да килеме индерелгән бит. Ә ысынбарлыҡта халыҡ яҡынса ун биш мең һум аҡса ала. Күптән түгел “Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы” программаһын булдырҙыҡ һәм тәҡдимдәр менән сығыш яһаныҡ. Эштә хеҙмәткәр уңышҡа өлгәшһен өсөн иң алда уның белеме һәм тормош кимәле яҡшы булырға, ул лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алырға һәм уға уңайлы эш шарттары тыуҙырылырға тейеш”, – ти ул.
Ауыл ерендә йәш белгестәргә (ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм уҡытыусылар) матди ярҙам ҡулы һуҙыла. Ә бына ҡалала яңы эш башлаусыларға ауырлыҡтар менән ҡара-ҡаршы осрашырға тура килә. Йәш белгестең хеҙмәт хаҡы бик бәләкәй, торлағы ла булмай. Ауылға ҡайтыр ине, унда эш юҡ, ә ҡалала түҙерлек түгел. Эльмира раҫлауынса, ошо категория дәүләт ярҙамына айырыуса мохтаж.
Буш ваҡытыңды нимәгә арнайһың, тигән һорауға: “ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буш ваҡытым бар тип әйтә алмайым. Әммә аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр тхэквон-до менән шөғөлләнергә, бассейнда йөҙөргә, саңғы шыуырға ваҡыт табырға тырышам. Ә инде дуҫтарым менән осраша алһам, бигерәк тә шәп”, – тине ул, йылмайып. “Эльмира, ә буласаҡ тормош иптәшең ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?” – тиеүгә: “Бер ҡасан да уны идеаллаштырырға маташманым. Бәлки, минең өсөн үрнәк булырҙай ир-егет күңелемә юл таба алыр. Тағы ла уның мосолман булыуы шарт”.
Эльмира киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәй. Бер ерҙә лә һынатмаған, заман менән бергә атлаған ҡыйыу ҡыҙға уңыштар теләргә генә ҡала. Киләсәктә башҡорт ғалимәләрен барлағанда Эльмира Иҫәнғолованың исемен дә күрербеҙ әле.

Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға