19.10.2010 Диалекттар йәшәүгә хоҡуҡлы
Билдәле булыуынса, нимәнең дә булһа уникаллеге уның төрлөлөгөндә сағыла. Был хәҡиҡәтте телгә ҡарата ҡулланыу ҙа дөрөҫ булыр, моғайын. Диалекттарҙың күп булыуы йәки уларҙың бер-береһенән айырылыуы, телде нормалаштырыуҙы, был нормалаштырылған телдең бөтә халыҡ тарафынан ҡабул ителеү мәсьәләһен ҡатмарлаштырыуға ҡарамаҫтан, беренсенән, телде байытыу сығанағы булып тора, икенсенән, теләһә ниндәй системаның йәшәү, үҙен-үҙе һаҡлап ҡала алыу һәләте уның ҡатмарлылығына бәйле: ҡатмарлы булған һайын юҡ итеү ауырлаша.
Башҡа бер тел өҫтөн булған шарттарҙа аҙ һанлы халыҡтың нормалаштырылған телен пропагандалау үтә лә мөһим булып тора. Күпселектең әҙәби телде үҙ итеүе, хөрмәтләүе, уның халыҡты берләштереүсе факторҙарҙың береһе булыуын аңлауы һәм ошоларҙан сығып уны өйрәнеүе, белеүе телдең рәсми өлкәләргә үтеп инеп, унда нығыныуына, ваҡытында яңы һүҙҙәр, терминдар менән байытылып, заман талаптарына яуап биреүенә булышлыҡ итә.
Әлбиттә, нормалаштырылған телде таныу үҙ диалектыңдан баш тартыу тигәнде аңлатмай. Был бигерәк тә телдәре әҙәби телдең нигеҙен тәшкил итмәгәндәр өсөн әһәмиәтле. Үҙ һөйләшеңдән баш тартыу (ирекле йәки көсләп) тыуған яҡ, тыуған мөхит, яҡташтар, туғандар менән араны өҙөүгә тиң. Шуның өсөн дә диалектта һөйләшеүселәргә ҡарата лояль мөнәсәбәттә булырға, уларға үҙ телен ҡулланыуҙы тыймаҫҡа кәрәк. Бигерәк тә милли үҙаң тотороҡло булмаған осраҡта.
Шул уҡ ваҡытта төбәк мәктәптәренең бөтәһендә лә әҙәби телдә уҡытырға кәрәклек шик тыуҙырмай. Диалектта уҡытыу бер нисә мәсьәләне хәл итеүҙе талап итер ине: кадрҙар, уҡыу әсбаптары әҙерләү һ.б. Быларҙың барыһы ла аҡса мәсьәләһенә барып тоташа. Диалект шарттарында әҙәби телде өйрәткәндә, уны өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлатыу менән бер рәттән, диалекттың да бәҫен төшөрмәҫкә кәрәк. Дәрес барышында уҡыусы тарафынан телдән йәки яҙма эштәрҙә диалект һүҙҙәр, диалектҡа хас грамматик күренештәр ҡулланылған осраҡта (бигерәк тә башланғыс синыфтарҙа һәм, әлбиттә, бының да ниндәйҙер сиге булырға тейеш) баһаны төшөрмәү яҡшы булыр ине.
Әҙәби форма менән бер рәттән бер нисә диалекттың ҡулланылыуы – ғәҙәти хәл, һөйләшеүселәрҙең һанына ҡарамаҫтан, донъя телдәренә хас күренеш. Донъя практикаһында диалекттарға йәшәү өсөн уңай шарттар булдырыу осраҡтары ла бар. Әйтәйек, Италия, Германия, Норвегия, Ирландияла диалекттар радио һәм телетапшырыуҙарҙа ҡулланыла. Испанияла басктарҙың мәғариф системаһы етәкселәре иң ҙур стандарт булмаған диалектта башланғыс синыф уҡыусылары өсөн уҡыу әсбаптары әҙерләргә ҡарар итә. Германия һәм Италияла ла был йүнәлештә эштәр башҡарыла. Бында шуны ла әйтеп үтергә тейешбеҙ: бер илдең тәжрибәһен икенсе илгә ундағы шарттарҙы иҫәпкә алмайынса күсерергә тырышыу дөрөҫ түгел.
Японияла электән, диалекттар телде боҙа, тип һаналһа ла, улар әле лә һаҡланып килә һәм, белгестәр фекеренсә, «ғаилә-ара аралашыу теле» булып тора. Япон балалары мәктәпкә тиклем тик үҙ диалектын файҙалана, ә өлкән йәштәгеләрҙең бер нисә диалектта һөйләшеүе – ғәҙәти күренеш. Бөгөн, әҙәби телде бөтә халыҡ та ҡулланған шарттарҙа, диалект боҙолған тел тип түгел, ә законлы рәсми булмаған аралашыу теле тип ҡабул ителә. Мәктәптәрҙә ерле һөйләш курстары индерелгән. Уҡыусыларҙы диалектты дөрөҫ файҙаланырға, уның менән әҙәби тел араһындағы айырмалыҡтарҙы аңлатырға өйрәтәләр. Бындай телетапшырыуҙар ҙа ойошторола, матбуғатта диалектта уҡытыу буйынса фекер алышыу бара.
Беҙҙең шарттарға килгәндә, диалекттарҙы өйрәнеүгә, тикшереүгә, пропагандалауға, әҙәби телде белеүҙең мөһимлеген аңлатыуға, тел айырмалыҡтарына ҡарамаҫтан, төрлө диалектта һөйләшеүселәрҙең бер милләттең ярсыҡтары булыуын аңлатыуға арналған теле һәм радиотапшырыуҙар, төрлө конкурстар һ.б. ойошторорға мөмкин булыр ине.
Тағы ла шуны әйтеп үтеүҙе мөһим тип һанайбыҙ: әгәр ҙә һөйләш аныҡ бер телдең диалекты итеп ҡабул ителгән икән, һөйләшеүселәр ҙә үҙ ителергә тейеш. Юҡһа уларға ҡарата кире мөнәсәбәттә булыу был кешеләрҙең ихласлығында шик тыуҙыра һәм тырышлыҡтарының яһалма булыуын күрһәтә.
Фәйрүзә ҒАРИПОВА,
филология фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми
хеҙмәткәре.