«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » «Тыуған ерем – мөғжизә»



19.10.2010 «Тыуған ерем – мөғжизә»

«Тыуған ерем – мөғжизә»Дәүләкән районы етәкселегенең әҙәбиәткә иғтибары ҙур булыуы күптән билдәле. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовҡа йорт-музей булдырыу, «Дим» әҙәби берекмәһенең эшен йәнләндереү, район ижадсыларының бер-бер артлы тупланма итеп тә, айырым да китаптарын сығарыу, даими рәүештә республика яҙыу­сылары менән берлектә ижад кисәләрен үткәреү – ошоға асыҡ миҫал.
Яңыраҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға булды – Дәүләкән райо­ны мәктәптәре уҡыусылары үҙҙәренең тәүге китабының исем туйын уҙғарҙы. Уларҙы тәбрикләргә район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Ғарифулла ҡотлоғәлләмов, мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәфис Әхмәтрәхимов килде. Сарала, мәктәп директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан тыш, әҙәби түңәрәк етәкселәре лә ҡатнашты.
Балалар яҙыусыһы, уҡытыусы Рәсимә Ураҡсина Дәүләкән районының йәш ижадсылары менән шөғөлләнә. Бына, ниһайәт, балаларҙың яҙғандарын китап итеп күреү бәхетенә ирешелде. Рәсимә Минлебулат ҡыҙы күңелдәренә шиғри орлоҡ һалынған уҡыусыларҙы шиғыр төҙөлөшө, образ, шиғыр өҫтөндә эшләү кеүек ижад серҙәренә төшөнөргә өйрәткән. Китапҡа баш һүҙ яҙған уҡытыусы, ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе ҡотлап: «Тормош – төрлө. Ниндәй генә хәл ителмәҫтәй тойолған мәлдәр булһа ла, ошо матур, сыуаҡ көҙҙө иҫкә төшөрөгөҙ, шиғриәт барлығын онотмағыҙ! Ул тойғолар һеҙҙе көслө итер, хаталарҙан ҡурсалар!» – тине.
Етмеш өс биттән торған утыҙ туғыҙ баланың шиғри йыйынтығын бик һиҫкәнеп кенә ҡулға алдым. Хәҙер китаптар күп сыға, әммә йөкмәткеләре бик һай була. Шағирә Рәсимә Ураҡсинаның егәрлелегенә, алсаҡлығына таянып ҡына утыҙ бала өсөн дә шиғыр яҙып, төҙәтеп ултырып булмағанын һәр кем яҡшы аңлай. Балаларҙың яҙғандарында шиғри «ем» булмаһа, ҡыу орлоҡто сәсеп торор инеме ни уҡытыусылар?! Шуға күрә «Тыуған ерем – мөғжизә» китабы килеп сыҡҡан, тип әйткәндә иң беренсе шиғриәткә ғашиҡ балаларҙың үҙҙәренә рәхмәт!
Тәбрикләйбеҙ һеҙҙе тәүге китабығыҙ менән! Шуныһы ҡыуаныслы, йыйынтыҡҡа төрлө темаға яҙылған, төрлө шиғри формала ижад ителгән шиғырҙар ингән. Был да бит табыш!

Лариса АБДУЛЛИНА.
Дәүләкән районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға