«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Уникаль уҡыу йортоноң киләсәге яҡты



18.12.2012 Уникаль уҡыу йортоноң киләсәге яҡты

Уникаль уҡыу йортоноң киләсәге яҡты
Өфөләге Республика башҡорт лицей-интернатына 20 йыл тулды
Юбилей кисәһенә биш йөҙ самаһы лицейҙы тамамлаусы йыйылды. Сара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Ике тиҫтә йыл эсендә был уҡыу йортон меңгә яҡын үҫмер тамамлаған. Уларҙың барыһы ла тиерлек Рәсәй һәм сит илдәрҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Бөгөн Республика башҡорт лицей-интернатында белем эстәгән 300 тирәһе уҡыусы менән иң яҡшы педагогтар заманса уҡыу программаларына ярашлы эшләй. Төп дәрестәрҙән тыш, бында аҡылды үҫтереү буйынса төрлө түңәрәктәр бар.
Республика башҡорт лицей-интернаты – уникаль уҡыу йорто. Үҙенсәлекле белем программаһы гендер принцибына ҡоролған, фәндәр сит телдәрҙә уҡытыла.
– Беҙ был белем усағын ҡабыҙғанда уҡ уның иң яҡшы булып китәсәгенә шикләнмәнек. Сөнки барыһы ла аҡ ҡағыҙҙан башланды, – тине үҙ сығышында билдәле ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинова. – Лицейҙы тамамлаған һәр уҡыусы уға һалынған тырышлыҡты аңлай һәм өмөттәрҙе аҡлай. Мәктәп бер нисә тапҡыр үҙгәртеү һәм күсенеү кисерҙе. Шулай ҙа уҡыу учреждениеһын ойошторғанда һалынған тик камиллыҡҡа ынтылыу осҡоно һүнмәне, ә, киреһенсә, нығыраҡ тоҡанды.
Лицей диуарҙарында 11 халыҡ-ара олимпиада призеры, 16 Бөтә Рәсәй һәм 163 республика бәйгеләре еңеүсеһе уҡыған, 40 алтын һәм 150 көмөш миҙалсы сыҡҡан.
Һуңғы йылдарҙа юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү күрһәткесе – 98 процент. Уларҙың 65 проценты техник профилде һайлай. Ни тиһәң дә, мәктәп үҙе үк физика-математика профилле уҡыу учреждениеһы.
Инновацион белем биреү программаларын ҡулланыусы уҡыу учреждениеларының Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булып танылған мәктәптең директоры Фәнил Нурыев ғорурлыҡ менән былай ти:
– Беҙҙең сығарылыш уҡыусылары төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙана, иң беренсе сиратта – тәбиғи фәндәр. Башҡортостандан ситтә белем алыусыларҙың 46-һы – сит илдәрҙә, 70-е Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарын һайланы.
Элекке уҡыусылар әйтеүенсә, лицейҙа һеңдерелгән белемдең артабан файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Башҡа мәктәптәр менән сағыштырғанда, лицей-интернатта уҡытыу бер башҡа юғарыраҡ булып тора.
Республика ғорурлығы булған лицейҙы киләсәктә яҡлау һәм һаҡлау үтә мөһим. Бының өсөн кисәге уҡыусылар, бөгөнгө алдынғы эшҡыуарҙар туған мәктәбенә финанс яҡтан ярҙам йөҙөнән Республика башҡорт лицей-интернатын яҡлау фондын ойошторған.
Ысынлап та, бындай мәктәп егерме йыллыҡ тарих менән генә сикләнмәҫкә тейеш.
Юбилейға килгән ҡунаҡтарҙан алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Быйылғы уҡыу йылы аҙағында лицей тарихында тағы бер иҫтәлекле сара көтөлә – меңенсе сығарылыш уҡыусыһы билдәләнәсәк.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға