26.10.2012 Аптырайһыңмы, юҡмы?
йәки Милли мәғариф менән мәҙәниәткә ҡулайлаштырыу ҡағылырға тейеш түгел
Бер ҡараһаң, аптырарлыҡ та шул. Миңә бына икенсе йыл инде йыш ҡына мәктәпкә барырға тура килә. Сөнки ейәнсәрем быйыл икенсе синыфта уҡый. Бына шул мәктәп балаларына ҡарап, үткәндәрҙе уйлап, хәҙергене күреп, иҫем китә. Уҡыусыларҙың һәр береһе ҙур-ҙур рюкзак аҫып, ҡулына тулы пакет тотоп йөрөй. Бер ҡарағанда, уларҙы йә туристар, йә балыҡсылар менән бутарға мөмкин. Башланғыс мәктәп уҡыусыларын дәрескә ата-әсәләре рюкзактарын күтәрешеп оҙатып ҡуя, дәрес бөткәс, ҡаршы алып, күмәкләшеп, йөкмәнешеп ҡайтып китәләр. Автобус, троллейбусҡа рюкзак йөкмәгән балалар килеп инеү менән ултырырға урын эҙләп йүгерешә, инде ултырғас, тора алмай бер булалар. Сөнки арҡаларында ун килоға яҡын ауырлыҡтағы сумка-рюкзак, ҡулда мәктәптә кейә торған алмаш аяҡ кейеме. Ул ауыр рюкзактарҙы күпме генә күтәрһәләр ҙә, белем сифаты артмай бит. Беренсе синыфта уҡыусыға кило ярымдан артыҡ күтәрмәҫкә, тиҙәр. Ә бына, белеүемсә, улар өс тапҡыр артыҡ йөк йөрөтә. Ярай, хәҙерге заманда күп ата-әсә балаһын машина менән илтеп ҡуя һәм килеп ала. Ә бит бөтөн балаларға ла бындай бәхет эләкмәй.
Беҙ совет мәктәбендә уҡыныҡ. Йоҡа, ыҡсым ғына мәктәп портфеле, эсендә йоҡа ғына өс- дүрт китап та 4 − 5 дәфтәр, ручка менән ҡара һауыты. Ә бына бишенсе − һигеҙенсе кластарҙа “йөк” аҙыраҡ арта торғайны, ә туғыҙынсы − унынсы кластарҙа − ҡуйында ике дәфтәр. Наҙан ҡалыусылар ҙа булманы. Ә уҡырға теләмәгәндәргә колхозда эш етерлек булды. Кемдәр тырышты, шулар маҡсатына ла иреште. Биш, ун, ун биш, егерме бишәр саҡрым араға йөрөп, интернатта ятып уҡыныҡ, уҡыттылар! Уҡытыусыларыбыҙ дәрестән һуң ҡалып өйрәтер, төндәрен ай-йондоҙҙарҙы күҙәтер инек, мәктәптең тәжрибә баҡсаһында ла дәрестәр үткәрелә торғайны. Армия сафына әҙерлек, техниканы өйрәнеү, ауыл хужалығы дәрестәре инде. Бына хәҙер, имеш, яңыса уҡытыуға күсәләр. Элек мәктәптәр булмағанлыҡтан алыҫтан йөрөп уҡынылар, хәҙер булған мәктәптәрҙе ябып, балаларҙы автобустарҙа ташып уҡыталар. Аптырарһың да шул, ауылда белем усағы булған мәктәпте ябып, һөнәр эйәһе булған, үҙенең эшен яратҡан, тәжрибәле уҡытыусыларҙы эшһеҙ ҡалдырып йәки пенсияға оҙатып, балаларҙы, консервалағы килька балығы кеүек, бер класҡа тултырып, ниндәй белем, ниндәй фәһем бирмәк була һуң беҙҙең Мәғариф министрлығы? Элек уҡытыусының дәрестә ваҡыты етмәгәнгә кластарҙы бүләләр ине. Әле килеп уларҙы тултыралар. Мәғариф министрлығындағы ханым әйтмешләй, “яңыса уҡытыу” икән, ниңә иҫке ысулды ҡыуырға? Ниңә уҡыусы күберәк белем алһын өсөн класта унға тиклем генә бала уҡытып, уҡытыусының бар ваҡытын, һәләтен уларға бағышламаҫҡа? Ниңә һәр уҡыусы менән айырым дәрестәр алып бармаҫҡа (индивидуальные занятия)? Ниңә уҡытыусыларға эш хаҡын, уҡыусылар күплегенән йә аҙлығынан түгел, ә уларҙың өлгәшеүенә ҡарап, имтихан һөҙөмтәләре буйынса өҫтәп түләмәҫкә? Әлбиттә, уҡытыусының абруйы уҡыусы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Педагогтың абруйы юҡ икән, ул инде белем дә, фәһем дә, өлгө лә бирә алмай.
Мәктәптәрҙе ябыу миңә элекке замандағы колхозлаштырыу осорон хәтерләтә. “Яҡшы эшләйем, барыһынан да уҙҙырам, тип ҡайһы бер партия активистары кешенең тауығына, аҙаҡҡы малына тиклем алып сығып киткән” тигәнде уҡығаным булды. Әле лә шулай булыуы бик мөмкин. Ауылдың абруйлы уҡытыусыһы китһә, күҙ терәп торған мәктәбе, мәҙәниәт-сәнғәткә өндәгән мәҙәниәт йорттары, клубтары булмаһа, “ауылға ҡайтам”дың ниндәй әһәмиәте бар? Унан инде, илем, телем ҡайҙа, беҙҙең патриоттарыбыҙ ҡайҙа, тибеҙ. Юҡ итеүе, бөтөрөүе еңел дә ул, ә бына бар итеүе күпкә ҡыйын. Күптән түгел генә беҙҙең ҡалаларҙа балалар баҡсаларын ябып, һатып, таратып бөтөп баралар ине, хәҙер, ана, нисек, яңыһын тиҙ генә төҙөй, ә элеккеләрен кире аса алмайҙар. Ауыл хужалығында ла ниндәйерәк мал комплекстарын, фермаларҙы, “Сельхозтехника“ берекмәләрен юҡҡа сығарҙылар. Ә бит быларҙың бөтәһен дә ҡабат тергеҙеү өсөн күпме сығым талап ителә. Сәнғәтебеҙҙә лә шундай уҡ хәл көтөлә, тип яҙҙы “Башҡортостан“ гәзитенең 197-се һанында күренекле, данлыҡлы әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре “Сулпан”ды болот сорнай” мәҡәләһендә. Бында ла шул уҡ тема: балалар тураһында хәстәрлек. Үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа сабыу түгелме? “Ябырға, ҡушырға” тигән ҡарарҙар тиҙ барлыҡҡа килер ул, ә бына һуңғы йылдарҙағы театрҙар, шул иҫәптән “Сулпан” балалар театры “Шул ерҙә, шул театрҙы асырға!” тигән ҡарар менән барлыҡҡа килдеме икән? Мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, телебеҙҙе байытыу, һаҡлап ҡалыу өсөн тырышабыҙ икән, ниңә яҡшы, ыңғай ҡарарҙар менән Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында – Бөрө, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларының береһендә үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн башҡорт театры асмаҫҡа? “Башҡортостан” гәзитендәге шул уҡ мәҡәләлә республика бюджетының сәнғәт һәм мәҙәниәткә “бармаҡ араһынан” күпме генә ҡыҫып сығарылғанлығы асыҡ күренә. ҡасандыр мәрхүм Б. Ельцин әйтмешләй, “Искусство подождет!”. Шуғалыр ҙа Архангел районының иң ҙур ауылдары булған Абҙан, Тәүәкәс, Тирәкле һәм Липовкала мәҙәниәт йорттары ғына түгел, хатта ки “клуб” та юҡ. Әлбиттә, йылдар буйы министрһыҙ министрлыҡ осоронда йәшәнек бит. Республикабыҙҙа нисәмә театр, филармония, сәнғәт академияһы була тороп та, илебеҙҙә йә мәҙәниәт кешеһе, йә мәҙәниәтле кеше табылманы. Шөкөр, һуң булһа ла, таптылар. “Сулпан”ды болот сорнай” мәҡәләһе бик дөрөҫ һәм ваҡытлы яҙылған, сөнки был турала “һүҙҙәр” әллә ҡасандан бирле бара. Ике театрҙы ҡушыу ҙа яҡшыға алып килмәйәсәк. Сөнки уларҙың вазифалары ла, тамашасылары ла башҡа. Әлбиттә, был мәҡәләмде мин, сәнғәт, мәҙәниәт, мәғариф менән яҡындан таныш, шул өлкәлә эшләп ҡартайған кеше, илем, телем, тип эстән янып көйгәнгә яҙҙым. Илемдә минең кеүек кешеләр аҙ түгелдер, улар ҙа үҙ фекерҙәрен әйтер тип ышанам.
Рауил ҒӘЛИН,
Башҡортостандың халыҡ артисы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.