09.10.2012 Ҡытайҙа уҡ булмаһа ла, Төркиәлә белем эстәнек
Дуҫтар, ә һеҙ йәйге каникулығыҙҙы нисегерәк үткәрҙегеҙ? Эйе, рәхәтләнгәнсе һыу инеү, ҡояшта ҡыҙыныу, еләк-емеш менән һыйланыу − быларҙың барыһы ла йәй миҙгеленең иң күңелле, хәтерҙә мәңгегә уйылып ҡалған матур мәле. Ә китап-дәфтәрҙәрегеҙҙе ваҡыты-ваҡыты менән ҡулға алдығыҙмы, тип һораһам, күбегеҙ был һорауҙы кире ҡағыр. Килешәм, ниңә шундай эҫе көндәрҙә уҡып ултырырға? Ә бына үҙемә килгәндә, китап-ҡәләмем ҡулымдан төшмәне. Сөнки быйыл йәй Төркиәнең Анкара ҡалаһына барып уҡып ҡайтыу бәхетенә ирештем. «ҡытайға барып булһа ла, белем ал», − тигән боронғолар. Шулай итеп, күптән өмөт иткән сит илгә сығыу хыялым, ниһайәт, тормошҡа ашты.
Имтихандарҙы тик яҡшы билдәләргә генә тапшырып, сумаҙандарҙы тултырып, билеттарҙы алдыҡ та, дүрт кешенән торған делегация − етәксебеҙ, уҡытыусыбыҙ Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, телевизорҙан тау-тау хәбәрҙәре менән кескәйҙәрҙе ҡыуандырып тороусы Денис Абдрахманов, «Урал батыр» эпосын күп телдә яңғыратҡан Рида Тимершәйехова һәм мин Истанбулға остоҡ. Унда икенсе самолетҡа күсеп ултырып, Анкара ҡалаһына юлландыҡ. Һауаға тәүге тапҡыр күтәрелмәһәм дә, күңелдә ҡурҡыуға оҡшаш юғалып ҡалыу тойғолары хөкөм һөрҙө. Сөнки сит илгә сығыу яңы ерҙәр, ятыраҡ мөхит менән танышыу ғына түгел, ә ундағы мәҙәниәтте тәбиғәте, кешеләре аша тоҫмалларға тырышыу, хәтһеҙ саҡрымдар аша тәьҫораттарың бейеклегенән үҙ илеңә, тыуған Башҡортостаныңа, башҡорт халҡына ҡараш ташлағанда, күберәкте күреүеңде һәм аңлауыңды тойоу ҙа ул.
Анкара аэропортында беҙҙе үҙебеҙҙең яҡтарҙа тыуып үҫкән башҡорт ир-уҙаманы Әхәт ағай Сәлихов ҡаршы алды. Беҙ сит тарафтарҙа башҡортса аралашҡан, етмәһә, яҡташыбыҙҙы күреүебеҙгә бик шат инек. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Әхәт ағай − бындай стажировкаға килеү мөмкинлеген көйләүсе, уны башлап ебәреүсе һәм ниндәйҙер кимәлдә бәйләнештәрҙе барлыҡҡа килтереүсе лә.
ҡала үҙәгендә урынлашҡан ҡыҙҙар ятағына урынлаштырҙылар. Баҡтиһәң, беҙ бында үҙебеҙ генә түгел икән, ә Татарстан, ҡаҙағстан, ҡырғыҙстан Республикаларынан, Украинанан, Ирандан, хатта Америка ҡушма Штаттарынан да студенттар бар ине. Бөтәбеҙҙе лә бында бер маҡсат − сит телдәргә булған оло һөйөү берләштерҙе. Шулай итеп, танышып, бер ғаиләләй тупланып, көн һайын Гази исемендәге университетҡа төрөк телен өйрәнеү дәрте менән дәрестәргә йөрөй башланыҡ. Төплө белемле уҡытыусыларыбыҙҙың лекцияларын тыңлау, улар менән аралашыу, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күпте белеп ҡалырға тырышыу булған белемебеҙҙе тағы ла тәрәнәйтте генә.
Миңә ҡалһа, төрөк ҡыҙҙары һәм егеттәре менән аралашып, үҙемдә бик күп яҡшы сифат тупланым. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: көндән-көн уларға булған һоҡланыуым арта ғына барҙы. Беренсенән, йәштәрҙең белемгә булған ынтылышына хайран ҡалдым. Кемдән генә һорама, бөтәһе лә Әхмәтзәки Вәлиди Туғанды белә. Был беҙгә маяҡ һымаҡ булды. Икенсенән, уларҙа гражданлыҡ тойғоһо юғары. Бөтә ерҙә лә Төркиә флагын, гербын, ҡайһы ғына бинаға инмә, мәктәпме ул, магазинмы, стеналарында Мустафа Кемаль Ататөрөктөң портретын күрергә мөмкин. Һәм тағы ла бер һоҡландырғыс күренеш: һәр кем Төркиә гимнының һүҙҙәрен яттан белә. Был үҙ сиратында оло маҡтауға лайыҡ. Ошо һыҙаттар төрөктәрҙең тышҡы йөҙөн генә билдәләмәй, ә тәү сиратта уларҙың рухи булмышының да, эске кисерештәренең дә бай булыуын раҫлай.
Төрөктәр − бик итәғәтле халыҡ. Автобусҡа килеп инеү менән ололарға, ҡатын-ҡыҙҙарға урын биреү, ишекте асып сығарыу, хатта аэропортта ла һуңлаған пассажирҙарға тауыш күтәрмәү, йылмайып ҡарау, алсаҡ һөйләшеү, йөҙ боҙмау, тәкәббер ҡыланмау − был сифаттар төрки халыҡтарына хас булған үҙ-ара йылылыҡты тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Дөрөҫ, беҙ борондан килгән күркәм ғәҙәттәрҙе юғалтмай һаҡлар өсөн дә эске ныҡлыҡ кәрәккән заманаға юлыҡҡаныбыҙҙы аңланыҡ.
Беҙҙе уҡып ҡына ултырғандар икән тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Ататөрөктөң мавзолейын күреп һоҡланыу, беҙҙең эраға тиклем 8 − 7-се быуаттарҙа төҙөлгән иң ҙур ер аҫты ҡалаһы Деринкуюға сәйәхәт ҡылыу, мөһабәт ҡәлғәләрҙе байҡау, ТӨРКСОЙ ойошмаһында ҡунаҡта булыу, ҡыҙыҡлы фекерле әҙәбиәтселәр менән осрашыу, иҫтәлеккә фотоға төшөү − быларҙың барыһы ла стажировкабыҙҙы тағы ла күркәмләндерҙе, онотмаҫлыҡ гүзәл тәьҫораттар менән байытты.
Шулай итеп, тыуған Башҡортостаныбыҙға ҡайтыр көн килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Күңелдәрҙе биләп алған моңһоулыҡ хистәре йөҙөбөҙгә бәреп сыҡҡан. Ни өсөн тигәндә, бер ай буйына бергә уҡыған, хәҙер инде айырылмаҫ дуҫтарға әүерелгән яңы дуҫтарыбыҙ менән хушлашыуы бик ауыр ине. Әммә, хәтерҙә уйылып ҡалған көндәр артта ҡалһа ла, Аллаға шөкөр, беҙҙең дуҫлыҡ ептәре әле лә ныҡ. Интернет селтәре аша бер-беребеҙҙән хәлдәребеҙҙе йыш һорашып торабыҙ.
Яңыраҡ тормошобоҙҙа тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға булды: донъя кимәлендә беренселәрҙән булып тап беҙҙең университетта ТӨРКСОЙ кафедраһы үҙ ишеген асты. Был – беҙҙең етәкселәребеҙҙең ысын мәғәнәһендә ең һыҙғанып башҡарған эш һөҙөмтәһе. Байрам тантанаһына, әлбиттә, бик күп сит төбәктән ҡунаҡтар килде. Ә иң шатландырғаны − улар араһында ТӨРКСОЙ ойошмаһы вәкилдәре лә бар ине. ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, мөмкинлек табып, төрөксә һөйләшеп алыуы беҙҙең өсөн файҙаға ғына булды. Ә кем белә, Алла бойорһа, тағы бер тапҡыр был матур илдә йөрөп ҡайтыу бәхетенә ирешермен әле!
ҡарлуғас ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның
3-сө курс студенты.