«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Мәғарифты үҫтереүгә – субсидия



28.09.2012 Мәғарифты үҫтереүгә – субсидия

Быйыл Башҡортостан 2011 – 2015 йылдарға Мәғарифты үҫтереү буйынса федераль маҡсатлы программа сараларын тормошҡа ашырыуға 70 миллион 360 мең 800 һум федераль субсидия аласаҡ.
Был – төбәк һәм муниципаль мәктәпкәсә белем биреү системаларын яңыртыуға ил буйынса беҙҙең республикаға бүленгән иң ҙур федераль субсидия.
Сығымдарҙы бүлгәндә төбәк һәм муниципаль мәктәпкәсә белем биреү системаларын үҫтереү буйынса комплекслы программа сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарында мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн булдырылған өҫтәмә урындар һаны тураһындағы статистика мәғлүмәттәре иҫәпкә алынған.
Федераль бюджеттан йәмғеһе 72 субъектҡа аҡса биреү ҡаралған.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға