«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Ҡуянтауҙа мәктәп асылды



07.09.2012 Ҡуянтауҙа мәктәп асылды

Ҡуянтауҙа мәктәп асылды
Был көндө Баймаҡ районының ҡуянтау ауылы халҡы күптән, түҙемһеҙләнеп көтә ине. Хәйер, Баймаҡ ПМК-һы төҙөүселәренең объектты ни бары өс ай ярымда күтәреп, яңы уҡыу йылына бүләк итеүе һәр кем өсөн көтөлмәгән ҡыуаныслы ваҡиға булғандыр.
Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, мәктәп уҡыусыларын, уҡытыусылар­ҙы ҡотлап: “Заманса талаптарға яуап биргән, яҡты матур мәктәп өсөн, тәү сиратта, Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовҡа, республика хөкүмәтенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларҙың ярҙамын, таянысын тойоп эшләнек. Республика буйынса төрлө объекттар төҙөгән, башҡа төҙөлөш предприятиелары юҡҡа сыҡҡанда ла сафта ҡалған “Баймаҡ ПМК-һы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәре алдында баш эйәбеҙ. Ғөмүмән, ошо изге эштә ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. ҡуянтау балалары, бүләкте лайыҡлы баһалап, яҡшы уҡыр, уҡыу, спорт, төрлө олимпиадаларҙа алдынғылыҡты бирмәҫ, тип ышанабыҙ”, – тине.
Артабан район етәксеһе мәктәп төҙөүҙә әүҙемлек күрһәткән, яҡшы эшләгән Баймаҡ ПМК-һы, ҡуянтау ауылы хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы.
Оло, сағыу тантанаға бер кем дә буш ҡул менән килмәгән. Район-ҡаланың предприятие-ойошма, учреждениелары, ауыл хужалығы етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары мәктәпкә йомшаҡ мебель, телевизор, ашхана өсөн һауыт-һаба, оргтехника, туптар һ.б. бүләктәр килтерҙе. Һәр кем был көндө төҙөүселәргә, мәктәп уҡыусыларына, уҡытыу­сыларға иң йылы һүҙҙәрен еткер­ҙе. Балалар иһә матур йырҙары, сағыу бейеүҙәре менән һөйөндөр­ҙө.
Мәктәп менән танышҡанда тантанала ҡатнашыусылар һоҡланыуын йәшерә алманы. Эйе, быйыл ҡуянтау ауылының 122 уҡыусыһы заманса йыһазландырылған, яҡты, йылы кластарҙа белем аласаҡ. Бер ҡатлы итеп проектланған, артабан район етәкселеге, хөкүмәттең тырышлығы менән ике ҡатлы итеп һалынған мәктәптә илебеҙҙең киләсәге булған аҡыллы, ғилемле, кешелекле улдары һәм ҡыҙҙары тәрбиәләнһен ине. Яңы уҡыу йылы һәм яңы мәктәп менән һеҙҙе!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға