«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Серҙәргә бай белем донъяһына аяҡ баҫҡанда



31.08.2012 Серҙәргә бай белем донъяһына аяҡ баҫҡанда

Серҙәргә бай белем донъяһына аяҡ баҫҡанда
Республикала быйыл 44,5 мең уҡыусы беренсе синыфҡа бара
Яңы уҡыу йылы башланыуын һәр уҡыусы көтөп ала. Беренсе синыфҡа барған балалар өсөн иһә ул үҙе бер ниндәйҙер мөғжизәле көн кеүек. Өфө районының Шамонин ауылынан Дилбәр менән Гөлдәр Камаловалар ҙа 1 сентябрҙе түҙемһеҙләнеп көтә. Бар һөйләгәндәре, уйындары мәктәп һәм уҡыу хаҡында ғына. Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына уҡырға барасаҡ улар. ҡыҙҙар мәктәпкә күптән әҙер, уҡый-яҙа ла беләләр, һанарға ла өйрәнгәндәр, ата-әсәйҙәре менән бергә уҡыу кәрәк-яраҡтарын һатып алғандар, мәктәп формаһы ла тектергәндәр.
Мәктәбегеҙҙе күрҙегеҙме, оҡшанымы, тигән һорау­ға улар бер тауыштан «эйе» тип яуап бирҙе. «Кемегеҙ беренсе булып «бишле» билдәһе ала?» тигән һорауға иһә Дилбәр алданыраҡ өлгөрһә лә, икәүһенең дә ниәттәре – тик яҡшы билдәләргә генә уҡыу.
«Мәктәптә мотлаҡ бер парта артында ултырасаҡбыҙ», – ти ҡыҙҙар. Ғөмүмән, улар бер-береһенән айырылып өйрәнмәгән, бында ла, ауылда өләсәйҙәрендә лә гел бергә генә йөрөйҙәр. Һәр йәй улар Миәкә районының Илсеғол ауылындағы өләсәйҙәрендә ял итергә ярата. Дилбәр бейергә, Гөлдәр йырларға оҫта. Икәүләп фотоға төшөү ҙә – уларҙың яратҡан шөғөлө. Ҙурайғас Дилбәр – табип, Гөлдәр парикмахер булыр­ға хыяллана.
Икәү булһаң рәхәт шул, игеҙәктәргә бергәләп мәктәпкә барыуы ла күңелерәк, ят мөхит, яңы тормош та ҡурҡытмай.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға