«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Тура бәйләнеш



28.09.2010 Тура бәйләнеш

Тура бәйләнеш– Зиннәт Абдуллович, һеҙгә Ейәнсура районы Үрген урта мәктәбе директорының һорауы бар ине. Бер йыл элек телевидениенан ишеткәйнек, бер уҡыусыға норматив буйынса республика Рәсәйҙә 53-сө урында килә, тип. Шуның һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙе, бигерәк тә ауыл мәктәптәрен финанслау бик түбән һәм уҡы­тыусыларҙың эш хаҡы ла әҙ килеп сыға. ҡасан бер уҡыусыға нормативты күтәреү көтөлә һәм ниндәйерәк күләмдә була икән? Сөнки матбуғатта, Татарстанда 1 сентябрҙән эш хаҡы 16 процентҡа артҡан, тип яҙылған, ә ул бит нормативтың артыуы нигеҙендә башҡарыла.
– Һеҙҙең мәктәптә нисә уҡыусы бар? Норматив буйынса бүленгән аҡса өҫтәмә эш хаҡы түләргә етмәйме? Райондың башҡа мәктәптәрендә нисек?
– Беҙҙең мәктәптә 133 уҡыусы. Уҡыусылар иҫәбенә ҡарап бүленгән аҡса беҙгә етә, беренсе квартал өсөн дәртләндереү аҡсаһы түләнек, әммә ул күп түгел. Ғөмүмән, беҙҙең районда 24 мәктәптең дүртәүһе генә плюс менән сыға. Ә ҡалған 20 мәктәптә өҫтәмә түләүҙәр бөтөнләй юҡ.
– Белеүегеҙсә, республика бюджетының 30 проценты мәғариф өлкәһенә китеп тора. Был – Рәсәйҙә иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Башҡортостанда уҡыусыларҙың һаны күп тип әйтә алмайбыҙ. Беҙҙә 440 мең уҡыусы булһа, Татарстанда – 380 мең уҡыусы. Айырма ҙур түгел, әммә күршеләрҙә эш хаҡы ҙурыраҡ, сөнки бер уҡытыусыға уҡыусылар һаны күберәк тура килә. Бөгөн беҙҙең һөҙөмтәһеҙ сығымдар 4 млрд 200 млн һумға тиң. Ошо сығымдарҙы ҡыҫҡартмай тороп, өҫтәп аҡса һорай алмайбыҙ. Әгәр ҙә һеҙ август кәңәшмәһендә булһағыҙ, унда республика Президенты, бүленгән аҡсаны һөҙөмтәле ҡулланығыҙ һәм шул иҫәптән эш хаҡын күтәрегеҙ, тип әйтте. Шуға күрә нормативты күтәреү планлаштырылмай, ә эш хаҡын тик оптималләштереү юлы менән, эске резервтарҙы файҙаланып ҡына күтәрергә тейешбеҙ.
– Зиннәт Абдуллович, беҙ, ғәҙәттә, мәктәптәрҙә алдынғы ҡарашлы аңлы кешеләр эшләүенә өйрәнгәнбеҙ. Ләкин бына Учалы ҡалаһында ҡайһы бер директорҙар үҙҙәре үк башҡорт телен уҡытыуға ҡаршылыҡ күрһәткән кеүегерәк сәйәсәт алып бара. БДИ-ға һылтанып, рус телен уҡытыуға өҫтөнлөк бирелә. Ни өсөн башҡорт телен өйрәнеү кәрәк – ата-әсәләр, уҡыусылар араһында аңлатыу эштәре алып барылмай. Телдәрҙе күберәк белгән һайын кешенең аң кимәле үҫешә бит...
– Һуңғы ваҡытта мәктәптәргә хоҡуҡтар күберәк бирелә. Шулай уҡ уҡытыу планын да белем биреү учреждениеһы үҙе ҡабул итә. Ә уҡытыу планында шул уҡ туған телдәрҙе уҡытыу, мәктәп компоненты буйынса башҡа фәндәрҙе өйрәнеү билдәләнә. Быларҙың барыһы ла бөгөн мәктәп ҡарамағында. Ләкин республика компоненты ла бар. Шуға күрә дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеүҙе, шулай уҡ милли компонентҡа ингән фәндәрҙе өйрәнеүҙе мәжбүри, тип әйтәбеҙ. Мәктәп директоры юридик статусы булған хәлдә лә ябай кеше түгел, ә дәүләт мәғариф учреждениеһы етәксеһе, тимәк, ул дәүләт сәйәсәтен алып барырға тейеш. Башҡорт теле дәүләт теле булғас, уны уҡытыуға шарттар булдырыу бурысы уға йөкмәтелгән. Ә инде кемдер быны үтәмәй икән, тимәк, ул үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡармай. Мәктәп директорҙарынан законлы эшләүҙе, законды үтәүҙе талап итәбеҙ. Әгәр ҙә кемдер башҡорт телен уҡытыуға ҡаршылыҡ күрһәтә икән, ул законды боҙа һәм бының өсөн яуап бирергә тейеш.
– Уҡыу йортон тамамлап, белем биреү учреждениеһына эшкә барған йәш белгестәргә өҫтәмә аҡса («подъемный») түләнә. Әгәр ҙә йәш белгес биш йылдан һуң эшкә барһа, уға был аҡса биреләме?
– Юҡ, биш йылдан һуң эшкә ба­рыусыларға бындай түләү ҡаралмаған. «Педагогик кадрҙар» программаһы буйынса кем уҡып бөткәс тә мәктәпкә эшкә килә, шуларға дүрт эш хаҡы күләмендә бер тапҡыр өҫтәмә аҡса түләнә. Ә кем бер нисә йыл үткәс килә, уларға – юҡ.
– Уҡытыусыларға эш хаҡы яңыса түләнә башланы. Үҙгәрештәрҙең, өҫтөнлөгө менән бер рәттән, етешһеҙлеге лә бар. Мәҫәлән, «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы», «Рәсәй Федера­цияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре» тигән исемдәр өсөн өҫтәмә түләүҙәр юҡ. Уҡытыусының тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланмауы борсой», – тип яҙа Бөрйән районы уҡытыу­сылары.
– «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» исеме өсөн элекке система буйынса ла түләнмәне, әле лә түләнмәй. Ә ҡайһы бер маҡтаулы исемдәрҙең награда ҡағыҙында уҡ өҫтәмә түләүҙәр булырға тейешлеге күрһәтелгән. Хөкүмәт тарафынан билдәләнгән ул, беҙ уны үтәмәйенсә булдыра алмайбыҙ. Эш хаҡы түләүҙең яңы системаһына килгәндә, беҙ мәктәптәргә яҡынса положениены бирәбеҙ, теге йәки был өҫтәмә түләүҙәрҙе индереүҙе улар үҙҙәре ҡарай.
Хәйбулла районының Сәғит ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенең биология уҡытыусыһы Зилә Санбулатова һорау бирә:
– Күп уҡытыусыларға, дәрестәр әҙ булыу сәбәпле, башҡа фәндәрҙән дә уҡытырға тура килә (әлбиттә, һүҙ башҡа фәндәрҙе яҡшы белгән уҡытыусылар тураһында бара). Тағы ла өҫтәмә махсус белем алыу маҡсатында дистанцион белем алыу йүнәлештәре буйынса ниндәй саралар күреләсәк?
– Был һорау әлеге лә баяғы эш хаҡына бәйле. Беҙҙең республикала 6 меңләп уҡытыусының ставкаһы 18 сәғәткә лә етмәй. Бигерәк тә ауыл мәктәптәрендә сәғәттәр һаны әҙ. Һөҙөмтәлә уҡытыусыға өҫтәп башҡа дәрестәрҙе алырға тура килә. Әлбиттә, уҡытыуҙың сифаты булһын өсөн уҡытыусы башҡа фәнде лә яҡшы белергә тейеш. Тимәк, ул уҡырға тейеш. Заман бөгөн шуны талап итә. Ситтән тороп уҡыймы ул, дистанцион форма тағы ла яҡшыраҡ. Бөгөн, дөйөмләштереп әйткәндә, профессиональ белем биреү системаһында модулле белем биреү системаһына күсеү бара. Мәҫәлән, бакалавриатта студент педагогиканың нигеҙен үҙләштерә. Артабан специализация үтеп, әйтәйек, биологҡа уҡый ала. Тағы бер йыл уҡып, химияны өйрәнергә була, йәнә ярты йылда – географияны һ.б. Шундай модулле системаны индерергә мөмкин. Дистанцион белем алыу формаларына килгәндә, бындай технологиялар бөтә вуздарҙа ла бар. Лекцияларҙы дистанцион тыңларға була, зачеттар бирергә мөмкин.
– Уҡыуҙар башланғас та редакцияға күп кенә уҡытыусылар, туған тел дәрестәре, милли компонентҡа ингән фәндәрҙе уҡытыу ҡыҫҡара, тип борсолоп шылтыратты. Милли компонентҡа ниндәй фәндәр инә, улар киләсәктә ниндәй дәрестәр иҫәбенә, ниндәй программа буйынса үткәреләсәк? Туған тел дәрестәрен, дәүләт телдәрен уҡытыуға күпме ваҡыт бирелә?
– Әлеге көндә мәктәптәр РФ Мәғариф министрлығы тарафынан 2004 йылда ҡабул ителгән уҡыу пландары буйынса эшләй. Ул федераль компонент, милли-төбәк компоненты һәм мәктәп компонентынан тора. Элекке закон буйынса беҙ милли-төбәк компонентын республикала ойоштора инек. Шулар иҫәбенә туған телдәрҙе уҡытыуҙы, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен, Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, географияһы фәндәрен өйрәнеүҙе индерҙек һәм улар төрлө йылдарҙа үҙгәреп торҙо. Белеүегеҙсә, 2007 йылда закон үҙгәрҙе, хәҙер уҡы­тыуҙың йөкмәткеһе яңы дәүләт федераль стандарттары буйынса билдәләнә. Унда инвариант өлөш бар һәм вариатив өлөш. Инвариант өлөш – үҙгәртеүгә дусар ителмәй торған өлөш. Уны федераль органдар билдәләй, ә вариатив өлөшө – мәктәп ҡарамағында. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөкмәткегә беҙ йоғонто яһай алмайбыҙ. Был закон 2011 йылдан башлап индерелә һәм 1-се класҡа уҡырға килгәндәр ошо закон нигеҙендә уҡыясаҡ. Ә инде кемдәр электән уҡый, улар элеккесә милли-төбәк компонентын өйрәнәсәк. Шуға күрә лә бөгөн милли-төбәк компоненты бар, һәм уны Мәғариф министрлығы билдәләй. Туған телдәр, дәүләт теле булараҡ башҡорт теле бөтә мәктәптәрҙә лә уҡытылырға тейеш, шулай уҡ Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте һәм географияһы фәндәре лә. Быйылғы уҡыу йылында был өс фәнде берләштерҙек, ул Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте тип аталасаҡ һәм 1 – 9-сы синыфтарҙа аҙнаһына бер сәғәт өйрәнеләсәк. Федераль компоненттар индерелгәс, туған телдәрҙе өйрәнеү инвариант өлөштә буласаҡ һәм федераль компонентҡа ингән фәндәр иҫәбендә уҡытыласаҡ. Сөнки Конституция буйынса беҙ ундай мөмкинлекте бирергә тейешбеҙ.
Ә инде башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә килгәндә, ул шулай уҡ дауам итәсәк. Сөнки Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Конституцияһында, «Мәғариф тураһында» Федераль законда, дәүләт телдәрен өйрәнеү субъекттарҙың закондары буйынса көйләнә, тигән пункт бар, ә Башҡортостанда закон ҡабул ителгән, тимәк, телдәрҙе уҡытыу дауам итәсәк. Республика граждандары уның тарихын, мәҙәниәтен, иҡтисадын, географияһын белергә тейеш. Шуға күрә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте мәктәп компонентына индереләсәк. Айырым дәрестә генә түгел, ә дөйөм тарих, география, тел, математика дәрестәрендә лә йөкмәтке аша уҡыусылар республиканың тормошо менән таныштырылып барырға тейеш. Шунлыҡтан милли-төбәк компонентын бөтөрөү бөгөнгө уҡыу йөкмәткеһенең кәмеүенә алып килергә тейеш түгел, беҙ шулай уҡ дауам итергә тейешбеҙ һәм итәсәкбеҙ ҙә.
– Һаумыһығыҙ, Зиннәт Абдул­лович, һеҙгә Бүздәк районынан шылтыратабыҙ. Быйыл беҙҙең мәктәптә ремонт булды. Уҡытыусы­ларҙы ла йыш ҡына ярҙамға йәлеп иттеләр. Балалар менән дә сығып эшләнек. Ошо көндәр өсөн ниндәйҙер өҫтәмә түләүҙәр йәки премия булырға тейешме?
– Ял көндәрендә эшләгән өсөн Хеҙмәт кодексы буйынса түләү бу­лырға тейеш. Әммә уҡытыусы хеҙмәтенең бер үҙенсәлеге бар: башҡа һөнәр эйәләре, мәҫәлән, көнөнә 8 сәғәт эшләргә тейеш булһа, уҡытыусы өс сәғәт дәресен үткәреп ҡайтып китә ала. Йәғни уның эш ваҡыты сикләнмәгән. Шул юҫыҡтан ҡарағанда, өҫтәмә эш өсөн түләнмәүе лә ихтимал. Әлеге ваҡытта уҡытыусыларға ла аныҡ эш ваҡыты билдәләү тураһында һүҙ алып барыла, документтар ҙа әҙерләнә.
– Мәғариф системаһында туҡтау­һыҙ реформалар бара. Күптән түгел телевидениенан 30 йыл эшләгән мәктәп директоры совет заманындағы мәғариф системаһын маҡтап һөйләгәйне. Европа илдәрендә БДИ-нан баш тарттылар, ул көсһөҙөрәк уҡыған уҡыусыларға вуздарға еңел генә уҡырға инергә мөмкинлек бирә, ә көслө уҡыусылар шул арҡала уҡырға инә алмай ҡала, тиҙәр. Мәғариф системаһындағы реформаларға һәм берҙәм дәүләт имтиханына ике төрлө ҡараш йәшәй. Шул хаҡта һеҙҙең фекерегеҙҙе лә ишетке килә, Зиннәт Абдуллович.
– Бөгөн бөтә йәмғиәтебеҙ үҙгәреш, үҫеш осорон кисерә. Предприятиелар шәхси милеккә күсте, колхоздар тарҡалды. Башҡа тармаҡтарҙа ла үҙгәрештәр күп. Мәктәп, дәүләт учреждениеһы булараҡ, финанс-иҡтисади механизм үҙгәргән ваҡытта үҙгәрешһеҙ ҡала алмай. Ни өсөн, совет мәктәбе яҡшымы, әллә хәҙергеһеме, тигән бәхәс бара? Сөнки беҙ һаман да элекке совет мәктәбе булып ҡала киләбеҙ. Шул уҡ кластар, уҡытыусы, таҡта, аҡбур... Һәм был шулай булырға тейеш. Бөтөнләй яңы нимәлер уйлап таба алмайбыҙ, кәрәкмәй ҙә, класс та булһын, уҡытыусылар ҙа. Төп эшебеҙ балаларға белем биреү икән, ошо система беҙҙе ҡәнәғәтләндерә. Әммә әҙләп-әҙләп үҙгәрештәр, яңы технологиялар индерелә. Бөгөнгө үҙгәрештәрҙең төп сәбәбе – элекке кеүек белем алыу социаль байлыҡ түгел, ә дәүләт хеҙмәте күрһәтеү өлкәһе булып тора. Беҙ хеҙмәт күрһәтәбеҙ. Хеҙмәт күрһәткәс, уны финанс яҡтан нигеҙләү кәрәк, шуға нормативтар килеп сыға. Хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһе булһын өсөн күрһәткестәр кәрәк. Хеҙмәтебеҙҙең сифатын баһалау системаһы бар. Шуларҙың береһе – берҙәм дәүләт имтиханы. Элек мәктәп үҙе белем бирә, уны үҙе баһалай ине. Хәҙер иһә уҡыусыларҙы дәүләт стандарттарына ярашлы әҙерләргә тейешбеҙ. Уны тикшереү формаһы – БДИ. Йәғни БДИ – белем сифатын контролдә тотоуҙың бер юлы. Икенсенән, бөгөн производство технологиялары үҙгәрә һәм беҙгә яңы кеше кәрәк. Ысынлап та, социализм кешеһе бөгөнгө заман шарттарында йәшәй алмай. Бөгөн эшҡыуарлыҡ сифаттары, йүнсел кеше юғары баһалана, йәштәрҙә ошо сифаттарҙы тәрбиәләргә тейешбеҙ. Тимәк, белем биреүҙең йөкмәткеһе лә, формаһы ла үҙгәрергә бурыслы. Шуға күрә реформалар йәки модернизация, йә реструктуризация бу­лырға тейеш.
Берҙәм дәүләт имтиханының технологияһы һәм үткәреү тәртибенә килгәндә, бында етешһеҙлектәр бар. Әлбиттә, БДИ-ның юғары һәм урта профессиональ белем биреү йорттарына уҡырға инеүгә йоғонтоһо ҙур. Һәр кемдең бюджет нигеҙендә уҡығыһы килә, ә бының өсөн юғары балдар кәрәк. Кемдер БДИ-ны үҙенең белеменә таянып бирә һәм ғәҙел баһа ала. Ә кемдер икенсе юлдарын эҙләй башлай һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы таба. Бында бигерәк тә ата-әсәләр тырышлыҡ һала, мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә мөмкинлек бирә. Шуға ла бөгөн БДИ-ны, ғәҙел, дөрөҫ баһа, тип әйтә алмайым. Борсолоу урынлы, ләкин технологияны яңыртып, кешеләрҙең ҡарашын үҙгәртеп булалыр, тигән фекерҙәмен. Сөнки юғары балл алып уҡырға инеү менән уҡырға, уҡып бөткәс, эшләргә лә кәрәк бит. Тимәк, тыйылған юл менән имтихан биреүселәр үҙҙәрен алдай булып сыға. Әгәр ҙә ата-әсә­ләрҙә ошондай аңлау тыуһа һәм йәмғиәтебеҙҙә БДИ-ға дөрөҫ ҡараш формалашһа, бөтәһе лә үҙ урынына ҡайтыр, һәм БДИ үҙенең ысын функцияһын үтәй башлар, тип ышанам.
– Республикала нисә мәктәп оптималләштереүгә дусар булды? Ябылған мәктәптәрҙе нимә көтә? Сөнки һуңғы йылдарҙа бик күп яңы мәктәп төҙөлдө, хәҙер килеп мәктәп ябыла ҡалһа, был биналар емерелеп бөтмәҫме?
– Был һорауҙы дөйөмләштереп ҡарарға ярамай. Мәктәптәр ауылдың перспективаһына ҡарап төҙөлә һәм балалар һанына ҡарап ябыла. Тимәк, оптималләштереүгә, нигеҙҙә, яңы мәктәптәр эләкмәй. Ябылған ваҡытта ла уҡыусыларҙы күрше ауылдарға йөрөтөп уҡытыу мәсьәләһе хәл ителә. Ябылған мәктәп бинаһында балалар баҡсаһын, фельдшер-акушерлыҡ пунктын, почтаны – барыһын бер комплексҡа ҡалдырып, бинаны һаҡлап алып ҡалырға тырышабыҙ. Киләсәктә уларҙың беҙгә яңынан кәрәк булыуы ихтимал. Сөнки республикала балалар һаны арта, бөгөн 435 мең уҡыусы булһа, 2018 йылда улар­ҙың һаны 500 меңгә етәсәк, йәғни мәктәп йәшендәге балаларҙың 70 меңгә артыуы көтөлә. Шул ваҡытта мәктәпте яңынан асырға ла тура килеүе бар. Был иҡтисади йәһәттән дә отошлораҡ буласаҡ.
– Зиннәт Абдуллович! Мин Өфө ҡалаһынан Гүзәл булам. Туғаным Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡый. Ай һайын аҡса түләйбеҙ. Минең аңлауымса, ата-әсәләр уны балалары интернатта йәшәгән өсөн түләй, ә туғаным унда йәшәмәй. Беҙ нимә өсөн түләгәнебеҙҙе лә белмәйбеҙ. Шундай һорау ҡыҙыҡһындыра: интернат балалары менән бер үк сумманы түләргә тейешбеҙме?
– Нимә өсөн түләүегеҙҙе уҡыу йортонан белешә алаһығыҙ. Был хаҡта һорашырға тулы хоҡуғығыҙ бар. Нимә өсөн түләүегеҙ күрһәтелгән документ булырға тейеш. Зинһар, уҡыу йортонан ҡыҙыҡһынығыҙ әле. Интернатта йәшәгән өсөн уҡыусылар аҡса түләргә тейеш түгел, ашау ҙа дәүләт иҫәбенә. Дөрөҫ, интернатта йәшәгәндәр туҡланыу өсөн аҡсаның күпмелер өлөшөн үҙҙәре түләй. Шуға күрә килеп уҡып йөрөүселәр менән ятып уҡыусылар араһында айырма булырға тейештер, тип уйлайым.
Скайп аша һорау. Рөстәм Ширғәзин,ҡаҙағстан, Шымкент ҡалаһы:
– Башҡорт мәктәптәренең сығарылыш синыф уҡыусыларының нисә проценты юғары уҡыу йортона уҡырға инә? Мәсьәлә шунда, башҡорт мәктәптәре уҡыусыларҙы ныҡлы әҙерләйме? Икенсе һорау: ҡаҙағстан Республикаһында юғары уҡыу йорттарына уҡырға барыусы ауыл мәктәптәре уҡыусылары өсөн 30 процент квота ҡаралған. Беҙҙең ауыл мәктәбе уҡыусылары өсөн юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә ташлама бармы?
– Республикала инновацион режимда эшләүсе милли гимназиялар бар. Был белем биреү учреждениеларында, ябай мәктәптәргә ҡарағанда, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр һаны ла күберәк. Әгәр ҙә республика буйынса уҡырға инеү проценты 70-тән күберәк булһа, был гимназияларҙа ул 96 – 98 процентҡа етә. Тимәк, милли гимназиялар үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты үтәй. Ауыл уҡыусылары өсөн квота­ларға килгәндә, ул юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү имтихандары тураһындағы положениела билдәләнгән. Уны уҡыу йорттары билдәләй. Башҡортостанда ла ул 30 процентҡа тиң. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер уҡыу йорттарында квотаның күпмелер өлөшө эш биреүселәргә һәм социаль партнерҙарға ла бирелеүе мөмкин. Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник университеты икән, ул Рәсәй буйынса тиҫтәләгән, йөҙләгән предприятие менән хеҙмәттәшлек итә. Уларҙың һәр береһе менән килешеү төҙөлгән. Шул килешеүҙә маҡсатлы йүнәлтмә буйынса күпме студент ҡабул ителеүе күрһәтелгән.
– Белеүемсә, быйыл БР Хөкүмәте һәм Мәғариф министрлығы йүнәлтмәһе буйынса 160 уҡыусы Рәсәй вуздарына уҡырға ингән. Киләһе йылда ла уҡыусыларҙы Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарына әҙерләү буйынса маҡсатлы эш дауам итәсәкме?
– Был эш киләсәктә лә дауам итәсәк. Бөгөн уның буйынса Хөкүмәт тарафынан айырым программа әҙерләнә. Ул сығарылыш синыф уҡыусыларын алдынғы Рәсәй вуздарына маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡырға ебәреүҙе күҙ уңында тота һәм һайлап алыу механизмын билдәләйәсәк.
Интернеттан аська (icq) аша Йәмил Баймырҙиндың һорауы:
– Мәғариф министрлығы эш биреүселәр менән нисек хеҙмәттәшлек итә? Министрлыҡтың белгестәр әҙерләү буйынса киләсәккә нин­дәйҙер планы бармы? Юғиһә, кем етте, шуны әҙерләп сығарып, һуңынан уларҙы ҡайҙа урынлаштырырға тип баш ватырғамы? Йәиһә мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә ҡуйып, эшһеҙлек өсөн пособие түләргәме? Ә эш­һеҙҙәргә түләнгән аҡса һалым түләүселәрҙән алына бит, тимәк, халыҡтың аҡсаһы түләнә!
– Белгестәр әҙерләүҙә беҙ урта звено булып торабыҙ. Эш биреүселәргә кадрҙар әҙерләйбеҙ. Ә күпме белгес әҙерләргә икәнен эш биреүселәр билдәләргә тейеш. Уның өсөн Иҡтисади үҫеш министрлығы бар. Ул иҡтисадтың, социаль тармаҡтың үҫешенән сығып, киләсәктә хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәрҙәргә һорау күп буласаҡ – шуны өйрәнә. 20-се йылға тиклем эшләнгән күҙаллауҙар бар. Ошонан сығып, күпме токарь, күпме инженер, агроном һ.б. кәрәк булыуы тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ һәм уларҙы шул тиклем әҙерләйбеҙ. Әммә мәсьә­лә шунда, был күҙаллауҙарҙың да, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ булмауы ихтимал. Ни өсөн? Сөнки юғары уҡыу йортонда, мәҫәлән, белгестәр биш йыл эсендә әҙерләнә. Ә биш йылдан һуң ғариза биргән предприятие урынында буласаҡмы, үҫешәсәкме, ә, бәлки, ябылыр?! Йәғни биш йылдан һуң нимә булырын бер кем дә әйтә алмай. Ул ваҡытта, бәлки, икенсе тармаҡ ныҡ алға китер, ә беҙ уға әҙер булмаҫбыҙ. Тотороҡлоҡ юҡ, шуға күрә белгестәр әҙерләү буйынса күҙаллауҙар ҙа дөрөҫ түгел.
– Башҡортостан Президенты блогында күптән түгел урта махсус белем тураһында һүҙ булғайны. Урта махсус белемдең абруйын нисек күтәрергә уйлайһығыҙ? Сөнки предприятиелар эш урындарына вакансиялар иғлан иткәндә йыш ҡына, юғары белемле слесарь йәиһә иретеп йәбештереүсе кәрәк, тип яҙа. Шулай уҡ уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес юғары белеме булып та эшкә урынлаша алмай, сөнки эшкә урынлашҡанда стажлы белгестәргә өҫтөнлөк бирәләр, – тип тағы бер һорау бирә Йәмил Баймырҙин.
– Бик ҙур проблема. Был турала күптән түгел Конгресс-холда үткән «түңәрәк өҫтәл»дә лә һөйләшеү булды. Унда уҡыу йорто етәкселәре генә түгел, республика предприятиелары һәм ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнашты. Бөгөн нефть заводтарына, газ, энергетика предприятиеларына эшкә урынлашыу мөмкин түгел, тип әйтергә була. Сөнки унда вакансиялар юҡ. ҡасандыр эшкә урынлашҡан белгестәр, эш урындарын юғалтмаҫ өсөн, тырышып эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, уҡыу йорттары был йүнәлештәрҙә белгестәр әҙерләүен дауам итә. Һөҙөмтәлә, университет тамамлап та, белгестәр ябай машинист, оператор булып эшләргә мәжбүр. Эш хаҡы юғары булған өсөн дә бында кеше эшкә ынтылып тора, ә ҡайһы бер урындарға башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеһын тамамлағандар ҙа эшкә бармай. Сәбәбе бер – эш хаҡы түбән. Был, бер, булһа, икенсенән, беҙҙә йәмәғәтселектең фекере шулай формалашҡан: ата-әсәләрҙең 80 проценты балаһының тик юғары белем алыуын теләй. Шуларҙың 30 проценты, тик юрист булһын, ти. Эш табамы ул, юҡмы – был хаҡта уйламайҙар. Тигеҙһеҙлек ныҡ ҙур, йәмәғәтселек фекерендә лә, производствола ла. Был күберәк эш хаҡына бәйле. Проблема беҙҙә генә, тип әйтеү дөрөҫ түгел.
– Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн мәктәп уҡытыусыларының күбеһен ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Ир-егеттәр­ҙе мәғариф системаһына йәлеп итеү буйынса берәй сара күреләме?
– Был тағы шул эш хаҡына ҡайтып ҡала. Әгәр ҙә уҡытыусының эш хаҡы бөгөн 11 мең һум икән, был аҡсаға ғаиләһен аҫрай алам тип иҫәпләгән ир-егет мәктәпкә эшкә бара. Дөрөҫ, ауыл ерендә 11 мең һум ҙур ғына эш хаҡы иҫәпләнә, шуға күрә ауыл мәктәптәрендә ир-егет уҡытыусылар күп. Ә ҡалала улар таксиҙа йөрөп тә күберәк аҡса эшләй ала. Ир-егеттәр өсөн беҙ айырым эш хаҡы ла билдәләй алмайбыҙ. Тимәк, иҡтисади яҡтан сәбәбен бөтөрөп булмаясаҡ. Әммә шулай ҙа башҡа юлдарын табырға мөмкин, мәҫәлән, ир-егеттәргә үҫеш мөмкинлектәрен бирергә була. Тик бында ла дискриминация булырға тейеш түгел, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла бик яҡшы етәкселәр бар. Шуға ир-атты мәктәпкә ылыҡтырыуҙы айырым проблема ғына итеп күтәреп булмай, уҡытыусының дөйөм статусын күтәрергә кәрәк. Әхлаҡи һәм матди яҡтан яҡлау тапҡанда, ир-егеттәр мәктәпкә эшкә киләсәк.
Скайп-конференциянан һорау:
– 13-сө профессиональ училище нигеҙендә бокс буйынса Олимпия әҙерлеге үҙәге асыу буйынса мәсьәлә хәл ителәсәкме, әллә барыһы ла ҡағыҙҙа ғына ҡаласаҡмы?
– Ниндәйҙер Хөкүмәт ҡарары булғанмы, документ ҡабул ителгәнме – был турала ишеткәнем юҡ. Үҙәк ойоштороу тураһында теләк бар икәнен беләм, ә бына ниндәйҙер ҡарар булғанмы, юҡмы – ул турала белмәйем. Шуға күрә әле бер нисек тә яуап бирә алмайым.
– Мәктәптәрҙә балаларҙың наркотиктар ҡулланыуын тикшереү буйынса тестлау индереләсәк, тигәйнеләр. Был бик һәйбәт күренеш булыр ине, әгәр ҙә төрлө спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыусыларға, тәмәке тартыусыларға ҡарата ла ҡулланылһа. Киләсәктә был һынауҙың варианттары киңәйтелерме?
– Был һорау – минең өсөн яңы һорау. Наркотик ҡулланған кешене тестлау аша белергә була, тәмәке тартҡандарҙы ла булалыр. Әгәр ҙә уҡыусы даими рәүештә алкоголле эсемлек ҡуллана икән, быны тест үткәрмәйенсә лә белергә мөмкин, тип уйлайым. Тәмәке тартҡан кешенән дә тәмәке еҫе сығып тора. Шуға күрә уҡыусының алкоголле эсемлек ҡулланыуын һәм тәмәке тартыуын асыҡлау өсөн тест кәрәкмәй, минеңсә. Ә бына наркотик ҡулланыуҙы асыҡлауҙа, ысынлап та, ауырлыҡ бар. Уҡытыусы уны бер нисек тә үҙе билдәләй алмай.
– Зиннәт Абдуллович мәктәптә ниндәй уҡыусы булды һәм ниндәй фәндәрҙе яратты икән?
– Мин үҙемдең мәктәп йылдарымды бик яҡшы хәтерләйем, бигерәк тә спорт менән шөғөлләнеүебеҙ иҫтә ҡалған. 6-сы синыфтан башлап баскетбол, волейбол уйнаныҡ. 9-сы класта көн дә иртәнсәк йыйыла торғайныҡ та, йүгерә инек. Спорт секцияларында шөғөлләндек, саңғыла йөрөнөк, хоккей уйнаныҡ. Үҙ-ара ярыштар ойоштора торғайныҡ. Шуға күрә бөгөн, физкультура яратҡан дәрестәремдең береһе булды, тип әйтәм. Ә фәндәрҙән, моғайын, математика менән физикалыр. Улар миңә еңелерәк бирелде, һөйләү дәрестәренә маһир түгел инем. Математиканы мин әле лә яратам. Бер ҡыҙығы бар: математика һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше ул. Берәй проблема өҫтөндә уйлай башлаһам, уның нимәнән килеп сығыу сәбәптәрен эҙләй башлайым. Математикала теореманы иҫбатлай башлаһаң да шулай бит.
– Һаумыһығыҙ, Зиннәт Абдуллович, Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы уҡытыусылары исеменән мөрәжәғәт итәбеҙ. Һеҙҙе Баймаҡ районы мәғариф бүлегендә эшләгән ваҡыттан алып бик яҡшы беләбеҙ. Хәтеребеҙҙә дөрөҫлөктө яратыусы, ғәҙел, кешелекле, изге күңелле, иғтибарлы етәксе булып ҡал­ған­һығыҙ. Әле килеп һеҙгә ниндәйҙер ғәйепләүҙәр ташлайҙар икән, беҙ быға бер нисек тә ышана алмайбыҙ. Дөрөҫлөк тантана итер, еңеү һеҙҙең яҡта булыр, тип ышанабыҙ. Беҙ һәр саҡ һеҙҙең менән!
– Беренсенән, уҡытыусыларҙың шундай баһаһы һәм изге теләктәре өсөн рәхмәт әйтер инем. Был һорауға яуап биреүе ябай түгел. Сөнки дәүләт органдары тарафынан шундай ғәйепләү ташланған икән, мин унан бер ҡайҙа ла китә алмайым. Әммә үҙемде ғәйепле тип иҫәпләмәйем. Әлбиттә, тормошта төрлө хәлдәр була, мин был хәлдән башҡа төрлө юл менән сығып булмауын аңлап эш иттем. Барлыҡ ниәтем һәм эшләгән эштәрем балаларға яҡшы булһын тигән изге маҡсаттан ғына ине. Формаль яҡтан закон боҙоуҙар булған икән, мин уны белә инем, шуға яуап бирергә әҙермен. Кешеләргә асыҡ йөҙ менән ҡараясаҡмын, сөнки үҙемде ғәйепле тип тоймайым. Әгәр ҙә дуҫтарым миңә ышана икән, тимәк, ниндәй генә һөҙөмтә булһа ла, әхлаҡи яҡтан мин был хәлдән өҫтөн булып сығасаҡмын.
– Тиҙҙән уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы етә. Уҡытыусыларға, ата-әсәләргә, йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Беҙҙең мәғариф системаһы, уҡытыусылар йәмғиәт алдында, тарих алдында бик мөһим роль биләп тора, уларға ҙур һәм яуаплы бурыс йөкмәтелгән. Бөгөнгө эшебеҙ киләсәктә илебеҙҙең йөҙөн билдәләйәсәк. Ошо бурыстың әһәмиәтен аңлап, эшебеҙҙе яҡшыртыу юлдарын эҙләһәк ине. Был уҡытыусыларға ҡағыла. Ата-әсәләр иһә, үҙҙәренең бурысы балаларын ашатып-кейендереү менән генә сикләнмәгәнен аңлап, яуаплылыҡты нығыраҡ тойоп, балаларҙың күберәк ғаиләлә тәрбиәләнеүенә иғтибар итһен. Ә инде балаларға килгәндә, әлбиттә, бала саҡ – тормоштоң иң матур сағы, иң шаян, күңелле ваҡыт. Балаларға ул тап шулай булып килһен, күңелдәрендә яҡты хәтирәләр генә ҡалдырһын. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең киләсәге уҡыуға бәйле булыуын онотмай, тырышып уҡыһындар, алдарына маҡсаттар ҡуйып, киләсәк тормоштарына әҙерләнһендәр, тигән теләктәмен.
Етеп килгән матур байрам менән ҡотлап, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйем.

«Тура бәйләнеш»те
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА ойошторҙо.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға