«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » ФӘһемле осрашыу



22.06.2012 ФӘһемле осрашыу

ФӘһемле осрашыу
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ошо көндәрҙә үҙенең 80 йыллыҡ ҙур юбилейын билдәләй. Уның эшмәкәрлеге матбуғат биттәрендә, радио, телевидениела киң яҡ­тыртылды һәм яҡтыртыла. Әй­тел­гәндәргә өҫтәп, институт эшмәкәрлегенең тағы бер мөһим йүнәлешен күрһәтеп үтергә кә­рәк. Ул – уҡыу йорттары һәм буласаҡ туған тел уҡытыусылары һәм тел белгестәре – студенттар ме­нән бәйләнеш. Ошо айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлета­маҡ дәүләт педагогия академияһында студенттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың һәр йыл һайын үткәрелгән "Йәшлек. Прогресс. Фән. 2012" фестивале сиктәрендә ойошторолған Та­рих, тел һәм әҙәбиәт институтына экскурсияны миҫалға килтерергә мөмкин.
Экскурсияла БИН-31 (буласаҡ башҡорт һәм инглиз телдәре уҡытыусылары) төркөмө студенттары ҡатнашты. Уны ойоштороусылар – төркөмдөң кураторы, доцент Миләүшә Арыҫланова һәм доцент Саимә Әғзәмова.
Экскурсанттарҙы институт директоры, филология фәндәре докторы, профессор Ф. Хисамит­динова үҙе ҡаршы алды.
Осрашыу конференциялар за­лын­да башланды. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы институттың үткәне, бөгөнгө хәле, ҡаҙаныштары, уның 80 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойоштороласаҡ тантаналар тура­һында һөйләне. Артабан бүлек мөдирҙәре (тел бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты М. Ба­һауетдинова, әҙәбиәт бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты Г. Хөсәйенова, фольклор бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы М. Нәҙерғолов) менән танышыу, фекер алышыу үткәрелде. Улар үҙҙәренең эш һөҙөмтәләре, проблемалары ха­ҡында һөйләне, хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
Һәр бүлектең эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу, картотекалар бүлегендә, китапханала булыу студенттарҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Бындай осрашыуҙар, һис шикһеҙ, буласаҡ тел белгестәрендә тел ғилеменә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙа туған телдең серҙәрен өйрәнеү теләген арттыра.
Экскурсия аҙағында студенттар Дуҫлыҡ монументында, Салауат Юлаев һәйкәлендә булды. "Башҡорт китабы йорто" магазинында буласаҡ уҡытыу­сылар уҡытыу-методик ҡулланмалар, баш­ҡорт яҙыусыларының китаптарын, һүҙлектәр һатып алды.

Р. Әбүталипова.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға