«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Имтихандар тамам, сығарылыш кисәләре башланды…



22.06.2012 Имтихандар тамам, сығарылыш кисәләре башланды…

Имтихандар тамам, сығарылыш кисәләре башланды…
Берҙәм дәүләт имтихандары тамамланыу менән мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре башланды. 20 июндә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына Рәми Ғари­пов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусылары йы­йыл­ды. Иң тәүге сығарылыш кисәләренең береһе булды ул.
Быйыл гимназияны 204 уҡыусы тамамлай. Уҡыу­сы­ларҙың кәйефе күтәренке, сөнки барыһы ла берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алды. Әйтергә кәрәк, йыл һайын был белем усағынан мәктәпте миҙалға тамамлаусылар һаны күп була. Быйыл иһә барлығы 25 уҡыусы мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалға бөттө. Мәктәпте юғары уңыштар менән тамамлаусыларҙың берҙәм дәүләт имтихандары буйынса уртаса һөҙөмтәләре 65 – 80 балға тиң. Ғөмүмән, гимназистарҙың имтихандар буйынса һөҙөмтәләре яҡшы, бигерәк тә химия, информатика буйынса күрһәткестәр юғары. Ә имтихан тапшырыу өсөн улар күберәк физика, химия, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен һайлаған.
Быйылғы сығарылыш уҡыусыларының 30-ҙан ашыуы Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы абруйлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға барырға йыйына. ҡалғандары иһә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларындағы һәм республика вуздарында уҡыуын дауам итергә уйлай.
Сығарылыш кисәһе бик матур үтте. Ата-әсәләрҙән тыш, ҡасандыр тап ошо мәктәпте тамамлаған аб­руйлы ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Улар сығарылыш синыф уҡыусыларын матур байрамдары менән тәбрикләп, киләсәктә лә үҙҙәренең мәктәбенең данын күтәрер­ҙәй шәхестәр булыуын телә
Имтихандар тамам, сығарылыш кисәләре башланды…
Мәктәптәрҙә сығарылыш имтихандары тамамланды. Быйыл имтихандар нисек үтте, уҡыусылар ниндәй уңыштар менән һөйөндөрә ала һуң?
Рус теленән барлығы 26041 кеше БДИ тапшырҙы. Имтиханды тапшырыу өсөн уҡыусыға 36 балл йыйырға кәрәк булһа, 676 кеше был сикте үтә алмаған. Былтыр иһә имтихан тапшыра алмаусыларҙың һаны 660 кеше булған. Бер уҡыусы 100 балл йыйһа, быйыл иң юғары балл алыусылар юҡ, имтихан һөҙөмтәләре буйынса уртаса балл – 60,42.
Математиканан имтихан тапшырыусы 25733 кешенең 1330-ы тейешле балл йыя алманы. Был фәндән дә иң юғары балл алыусылар юҡ, ә уртаса балл 49,36-ға тиң. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 6,14-кә кәмерәк.
Сит телдәр һәм химиянан һөҙөмтәләргә килгәндә, инглиз теле буйынса БДИ тапшырыусы 1344 уҡыусының 45-е имтиханды тапшыра алмаған, уртаса балл иһә был фән буйынса – 57,59. Немец теленән 35 кеше имтихан тапшырырға теләк белдергән, шуларҙың икәүһе тейешле балды йыя алмаған. Уртаса балл – 46,54. Ун уҡыусы француз теленән БДИ һайлаған, уларҙың барыһы ла һынауҙы уңышлы үткән, имтихан һөҙөмтәләре буйынса уртаса балл – 42,9. Химияны 4032 уҡыусы тапшырған, 239 уҡыусы иң түбән балды йыя алмаған. Әммә иң юғары балл йыйыусы уҡыусылар һаны башҡа фәндәр менән сағыштырғанда күп, һигеҙ уҡыусы БДИ-ны 100 балға тапшырған.
БР Мәғариф министрлығының берҙәм дәүләт имтиханы һәм белем сифатына баһа биреү бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин әйтеүенсә, дөйөм алғанда, республикала берҙәм дәүләт имтихандары тыныс, яҡшы үтте, һөҙөмтәләр ҙә насар түгел. Белеүебеҙсә, бер аҙ тәртип боҙоуҙар ҙа булды, уҡыусылар контроль-үлсәү материалдарын интернетҡа ҡуйҙы. Әлегә барлыҡ имтихандар буйынса һуңғы һөҙөмтәләр билдәле түгел, тик шуныһы асыҡ: 212 уҡыусы быйыл аттестат ала алмаясаҡ, улар рус теле һәм математиканан БДИ-ны тапшыра алмаған.
С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға