«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Имтихандар нисек бара?



01.06.2012 Имтихандар нисек бара?

Сығарылыш синыф уҡыу­сылары өсөн иң яуаплы осор – имтихандар башланды. 28 майҙа улар информатика, тарих һәм биологиянан һынау тотто. Имтиханда ҡатнашыусы 11257 уҡыусының 5207-һе биологиянан, 3392-һе – тарихтан, 2658-е информатиканан имтихан тапшырҙы. Кисә иһә барлыҡ сығарылыш синыф уҡыусылары ла рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы бирҙе.
Йыл һайын берҙәм дәүләт имтиханына ҡарата талаптар көсәйә бара. Быйыл, мәҫәлән, видеокамералар һәм тауыш ҡайтарғыстар ҡулланыласаҡ, тип ҡурҡытһалар ҙа, бәхеткә күрә, ундай уҡ ҡаты талаптар ҡуйылманы. Шулай ҙа имтихан биреү тәртибенә ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, БДИ тапшырыу тәртибен боҙған өсөн уҡыусы имтихандан азат ителә һәм уға бер йылдан һуң ғына был фәндән БДИ тапшырыу хоҡуғы бирелә. Әлбиттә, барлыҡ сығарылыш синыф уҡыусылары ла бының хаҡында ныҡлап иҫкәртелгән була. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, тәүге һынауҙа уҡ үҙенең яҙмышы менән шаярып ҡарарға теләүсе уҡыусы табыла. БР Мәғариф министрлығының берҙәм дәүләт имтиханы һәм белем сифатына баһа биреү бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин әйтеүенсә, Өфө районында була был хәл. Бер уҡыусы тарихтан контроль-үлсәү материалдарын интернетҡа ҡуя. Тәбиғи, быны асыҡлауы ауыр булмай, сөнки һәр контроль-үлсәү материалының үҙенең идентификациялау номеры бар. Һөҙөмтәлә уҡыу­сы имтихандан азат ителә һәм уның имтихан һөҙөмтәләре юҡҡа сығарыла. Ғөмүмән, берҙәм дәүләт имтиханында кеҫә телефоны менән файҙаланыу, имтихан материалдарындағы мәғлүмәтте таратыу БДИ үткәреү тәртибен ҡаты боҙоу иҫәпләнә. Бындай тәртип боҙоуҙар өсөн уҡыусылар­ға – 3 мең һумдан 5 мең һумға, ойоштороусыларға 200 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
4 июндә уҡыусыларҙы сит телдәрҙән, химиянан берҙәм дәүләт имтиханы көтә. 7 июнь – барлыҡ сығарылыш уҡыусылары өсөн дә етди һынау көнө. Был көндә улар математиканан имтихан тапшырасаҡ. Кемдәр йәмғиәтте өйрәнеү һәм физика фәндәренән берҙәм дәүләт имтиханын һайлаған, улар өсөн 13 июнь – иң яуаплы көндәрҙең береһе. Уҡыусылар 16 июндә география менән рус әҙәбиәтенән һуңғы һынауҙы тотасаҡ.

С. АМАНТАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға