«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » «Уҡыусыларҙы үҙҙәренең тыуған яғы менән ғорурланырға мәжбүр иткән дәреслек яҙырға ине...»



25.05.2012 «Уҡыусыларҙы үҙҙәренең тыуған яғы менән ғорурланырға мәжбүр иткән дәреслек яҙырға ине...»

«Уҡыусыларҙы үҙҙәренең тыуған яғы менән ғорурланырға мәжбүр иткән дәреслек яҙырға ине...»
Был Мөләйем ханымдың йөҙөндә − һәр саҡ йылмайыу. Уның бер ҡасан да асыулы ҡарашын, уҫал сағын күрмәҫһең. Үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кемде сабыр ғына тыңлап, мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итергә, һорауҙарына яуап бирергә әҙер. БР Мәғариф министрлығының Милли мәғариф һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы КҮЗБӘКОВАНЫ күптәр тап шулай тип белә. Ә бит уның иңенә шундай яуаплы һәм ҡатмарлы эш йөкмәтелгән. Туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе бер туҡтауһыҙ ҡаршылыҡтарға осрап торғанда бүлектең эшен етәкләүе, шул уҡ ваҡытта уҡытыусылар­ҙың, ата-әсәләрҙең өмөтөн һүндермәй, ышанысын аҡлауы еңел түгелдер. Әммә Рәйсә Абдрахман ҡыҙы үҙенә йөкмәтелгән бурысты яратып, бөтә күңелен һалып башҡара. «Бына кемгә һәйкәл ҡуйырға кәрәк, – ти уның хаҡында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, – уның өсөн милләт айырмаһы юҡ, Туған телдәрҙең барыһына ла тигеҙ ҡарай, һәр бала үҙенең туған телен өйрәнһен өсөн бар көсөн һала». Рәйсә Абдрахман ҡыҙы үҙенең матур юбилейын билдәләгән ваҡытта уның менән осрашып, тормошо һәм эше хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

«Атай-әсәйем, уҡытыусыларым – яҙмышым бүләге»

– Кеше тормошонда ғаилә тәрбиәһе ҙур роль уйнай. Һеҙҙең бала сағығыҙ, ата-әсә тәрбиәһе күңелегеҙҙә нимәһе менән уйылып ҡалған?
– Мин Ишембай районының Ғүмәр ауылында тыуҙым. Ғаиләлә баш бала инем, шуға күрә бәләкәйҙән туғандарым өсөн яуаплылыҡ ҡаныма һеңгән һәм атай-әсәйем дә мине уларға өлгө булырҙай итеп тәрбиәләргә тырышты. «Уҡырға кәрәк, һин кеше булһаң, башҡа туғандарың да һинең артыңдан эйәрер», – атайымдың ошо һүҙҙәре ғүмерем буйы бер васыят кеүек булды. Дүрт класс ҡына белеме булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең уҡыуға ҙур иғтибар бирҙе ул. Мәктәпте тамамлағас, мине Өфөгә алып килеп, 1-се мәктәп-интернатҡа урынлаштырыуы ла, тик уҡыһын, кеше булһын, тигән маҡсаттан ине. Атай-әсәйемдең теләге тор­мош­ҡа ашты − барыбыҙ ҙа уҡып белем алдыҡ.
– Билдәле шәхестәрҙең күбеһенең ҙур тормош юлына һуҡмағы ошо мәктәп-интернаттан башланған…
– Минең дә артабанғы яҙмышымда 1-се интернат-мәктәп ҙур роль уйнаны. Сөнки был белем усағы яҡшы белем биреп кенә ҡалмай, кешенең холҡон, был донъяла нимәгәлер ирешергә, нимәлер булдырыуға ынтылыш тәрбиәләй. Интернатта билдәле ҡурайсы Әҙеһәм ағай Исҡужин класында уҡыным. Ул беҙгә йыш ҡына башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын һөйләп, йырлап күрһәтә ине. Туған телгә, мәҙәниәткә булған һөйөүем бына ошо Әҙеһәм ағайҙың хикәйәттәре, йыр-моңо аша киләлер, тип уйлайым.
– Кеше яҙмышында йыш ҡына уҡытыусылар ҙур роль уйнай. Һеҙ ниндәй уҡытыусыларығыҙҙың йоғонтоһон юғары баһалайһығыҙ?
– Беренсе уҡытыусым Әҡсән ағай Мөхәмәтйәновты оло ихтирам менән иҫкә алам. Ул шул тиклем дә ипле, шул тиклем дә мөләйем уҡытыусы ине. Бер тапҡыр ҙа тауыш күтәреп өндәшкәнен хәтерләмәйем. Шулай уҡ математика уҡытыусыһы Юлдаш Ильясов менән рус теле уҡытыусыһы Тәнзилә Шәйәхмәтова ла хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған. Улар ғүмер буйы тормош маяғым булды. Физиканан уҡытҡан Салауат ағай Зариповты бик яратып хәтерләйем. Башҡорт теле уҡытыусыһы Ғайса ағай Кәримов миндә башҡорт теленә һөйөү уятыусы кешеләрҙең береһе булды. Ышанам, Рәйсә, киләсәктә бик һәйбәт башҡорт теле уҡытыусыһы булырһың, тип әйтә торғайны.
1-се интернатҡа килгәс, башҡорт теленән Фәрзәнә Фәйез ҡыҙы Абдуллина уҡытты. Ул иҫ китмәле һәйбәт уҡытыусы ине, үҙе дәреслектәр авторы. Рус теле, математика, химия, тарих дәрестәрен дә бик ярата инем. Бына шундай көслө, һәйбәт, матур күңелле уҡытыусылар осраны тормошомда. Үҙенә күрә яҙмыштың бер бүләге тип ҡабул итәм быны. БДУ-лағы уҡытыусыларымды ла оло хөрмәт һәм ихтирам менән иҫкә алам. Ғөмүмән, тормошта мине кемдер иткән ошо уҡытыусыларҙыр, тип уйлайым.
– Яратҡан уҡытыусыларығыҙ, дәрестәрегеҙ күп булған, ә шулай ҙа филолог һөнәрен һайлағанһығыҙ. Һуңынан үкенергә тура килмәнеме?
– Уҡырға ингән ваҡытта ике уй көрәште – бик тә математик булғым килә торғайны. Шулай ҙа, Әҙеһәм ағайҙың кәңәшен тотоп, филология буйынса уҡырға индем. Бөгөн филология факультетын һайлауыма бер ҙә үкенмәйем, ҡыуанам ғына. Сөнки гуманитар белем кешене рухи яҡтан үҫтерә, тормошҡа ҡарашын киңәйтә. Эш хаҡы өсөн генә, балаларының һәләте булмаһа ла, нефть, авиация университеттарына уҡырға индерергә тырышҡан ата-әсәләрҙе аңламайым. Нефтсегә күп аҡса ла түләйҙәр, ти, ләкин кешенең тормошо аҡса менән генә сикләнмәй бит, башҡа ҡиммәттәр ҙә бар. Юҡҡа ғына бөгөн билдәле педагогтар мәғарифты гуманитар йүнәлешкә бороу тураһында һүҙ алып бармай.
– Ниндәй белем биреү учреждениеларында алған педагогик тәжрибәгеҙ һеҙгә мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе вазифаһына тиклем үҫергә ярҙам итте?
– Университетты тамамлағас, Мәләүез райо­нының Һарыш мәктәбендә эшләй башланым. Ауыл мәктәбе булғас, төрлө фәндәрҙән уҡытыр­ға тура килде, тарихтан да, рус теленән дә. Бына шул тормош юлын башлап торған саҡта ла юлымда яҡшы-яҡшы кешеләр осраны. Улар миңә ысын уҡытыусы булып китергә ярҙам итте. Санкт-Петербург ҡалаһында балалар баҡсаһында эшләнем. Коллегаларым араһында мосолмандар булмаһа ла телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу көслө ине, шиғырҙар һөйләтеп тә, йырлатып та ҡарап, гел генә: «Һеҙҙең телегеҙ йырлап тора, һин үҙеңдең туған телеңдә һөйләшмәйһең, йырлайһың кеүек, бик матур, яғымлы тел», – ти торғайнылар. Шунда ла үҙебеҙҙең телгә бәйле бик ҙур ғорурлыҡ кисергәнем хәтеремдә.
Өфөгә ҡайтҡас, балалар баҡсаһында, 20-се мәктәптә (бөгөн Ф. Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһы) тәрбиәсе булып эшләнем, бер үк ваҡытта башҡорт теле һәм рус телдәренән уҡыттым. Бер аҙ эшләгәс, Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтына «Башҡортостан мәҙәниәте» предметы буйынса методист булып күстем. Ул ваҡытта мәктәптәр­ҙә мәҙәниәт уҡытылманы, университетта ла ярты йыл ғына өйрәнәләр ине, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса әҙәбиәт, уҡыу әсбаптары ла юҡ, барыһын да үҙеңә башлап өйрәнергә, үҙләштерергә кәрәк. Институтта бер йыл эшләгәс, бер төркөм уҡытыусы − Ғабдулла Ғәниев, Альберт Алмаев, мин һәм тормош иптәшем Фәнил Күзбәков − бергәләп Башҡортостан мәҙәниәтенең программаһын төҙөнөк. Һуңынан төҙөлгән программаларға ла ана шул беҙ әҙерләгән программа нигеҙ итеп алынды. Был йүнәлештә эште дауам итеп, филология фәндәре докторы, профессор Салауат Галин етәкселегендә авторҙар коллективы 7 – 10-сы синыфтар өсөн дәреслектәр өҫтөндә эшләй башланыҡ.
Өфө мәғариф идаралығы ҡарамағындағы Ғилми мәғлүмәт-методик үҙәгендә эшләгән осором да минең өсөн үҙе бер үҫеш мәктәбе булды. Бик яҡшы методистар, педагогтар менән аралашырға, бергә эшләргә тура килде. Бигерәк тә Лена Сәлих ҡыҙы Мырҙаҡаеваға рәхмәтлемен. 2000 йылда Мәғариф министрлығына эшкә килдем. Тәүҙә ябай белгес булып башланым, биш йылдан һуң бүлек етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Бында эшләгән йылдарымда үҙемә ярҙам иткән, эшкә өйрәткән Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина, Зилә Шәүкәт ҡыҙы Яппарова һәм Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтовтарға рәхмәтем ҙур.

«Башҡорт телен уҡытыуҙа үҫеш, үҙгәреш ҙур»

– Һеҙ Мәғариф министрлығына эшкә килгән осор мәктәптәрҙә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла башлаған ваҡытҡа тура килә. Эште башлап ебәреүе һәр ваҡыт еңел түгел, ниндәй ауырлыҡтар аша үтергә тура килде?
– Ысынлап та, мин килгән ваҡытта «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы БР Законы ҡабул ителгәйне. Ләкин беҙ башҡорт телен әлеге һымаҡ иркенләп уҡыта алмай инек, сөнки Закон башҡорт телен икенсе дәүләт теле тип иғлан итһә лә, уны уҡытыу законлаштырылмағайны. Шуға күрә ошо йүнәлештә бик күп эшләргә тура килде. Әле лә хәтерләйем: беҙ ул ваҡытта бүлек начальнигы Зилә Шәүкәт ҡыҙы Яппарова менән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттарына, Хөкүмәткә бик күп йөрөнөк. Беҙҙең бөтә маҡсатыбыҙ «Мәғариф тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү ине. Ул ваҡыттағы мәғариф министры Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина был мәсьәләне Президент алдында күтәреп, 2005 йылдың сентябрендә законға үҙгәрештәр индереүгә өлгәштек.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу законлаштырылғас, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары нәшер ителде, уҡытыусылар әҙерләнде һәм 2006 йылдың 1 сентябренән башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡыу пландарына инеп китте һәм бар мәктәптәрҙә лә тиерлек уҡытыла башланы. Уға тиклем Башҡортостанда уҡыусыларҙың 24 – 25 проценты ғына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнһә, 2006 йылдан дәүләт телен өйрәнеүсе балалар һаны 90 проценттан ашты. Бик матур күтәрелеш осоро ине, дәртләнеп эшләнек. Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына барҙы, тип әйтеп булмай, төрлө хәлдәр булды, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә, аяҡ салыусылар ҙа. Мәктәп директорҙары, ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барырға тура килде. Бөгөн республика халҡының 90 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу­ға ыңғай ҡарай. Ысынлап та, ул беҙҙең ерле, аҫаба халыҡтың теле һәм уны үҫтерергә тырышыу маҡсатында ғына индерелгән, күп халыҡ шуны аңлап ҡабул итте.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы төшөргән уҡыу пландарында милли-төбәк компонентына ни бары ике сәғәт кенә ҡалдырыла, шуның бер сәғәтен башҡорт теленә алһаҡ, икенсе сәғәте туған телгә ҡала. Телде өйрәнеүгә кәм тигәндә ике сәғәт кәрәклеген иҫәпкә алып, 10 –11-се синыфтарҙа башҡорт телен өйрәнеүҙе балаларҙың теләгенә ҡайтарып ҡалдырҙыҡ. Теләй икән, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә, теләй икән, туған телен уҡый.
ҡайһы берәүҙәр, балалар баҡсаһында ни өсөн башҡорт теле өйрәтелмәй, тип һүҙ күтәрә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, балалар баҡсаһында ул уҡытылырға тейеш тә түгел, сөнки унда хатта рус теле лә уҡытылмай. «Мәғариф тураһында»ғы РФ законында: «Рус теле, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан тыш, барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла өйрәнелә», − тигән һүҙҙәр яҙылған. Йәғни бында балалар тәрбиә генә ала, телде өйрәнмәй, әммә рус, башҡорт, татар һәм башҡа төркөмдәр булырға тейеш. Улар беҙҙә бар. Башҡорт телен бөтөрҙөләр, ул балалар баҡсаһында уҡытылмай, тип ғауға ҡуптарыу дөрөҫ түгел. Балалар баҡсалары программаһында ла рус төркөмдәрендә телмәрҙе үҫтереү дәрестәре генә ҡарал­ған. Шуның кеүек, башҡорт төркөмөндә лә башҡорт әкиәттәрен, йомаҡтарын алып телмәр үҫтереү дәрестәре үткәрергә була, быға бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ.
Ғөмүмән, бөгөн беҙҙең файҙаға эшләгән закондар күп. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында»ғы законының 29-сы статьяһында, мәктәптәр, ата-әсәләрҙең теләген иҫәпкә алып, үҙҙәре уҡыу пландарын һайлай һәм раҫлай, тип әйтелә. Йәғни был мәсьәләне мәктәп директоры менән уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар үҙҙәре генә хәл итергә тейеш түгел, ә йәмәғәтселектең, ата-әсәләрҙең теләге мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш. Әгәр ҙә туған телебеҙ яҙмышы өсөн борсолабыҙ, уны уҡытыу өсөн тырышабыҙ икән, Рәсәй законының был статьяһы беҙҙең өсөн көслө нигеҙ булып тора, тип уйлайым. Тимәк, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе лә, туған тел булараҡ уҡытыуҙы ла, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрен дә уҡыу планына индереүгә ата-әсәләр ҙә булышлыҡ итә ала. Мәғариф министрлығының уҡыу пландарын раҫларға хаҡы юҡ, беҙ уны тәҡдим генә итә алабыҙ.
– Шул йылдар менән сағыштырғанда, башҡорт телен уҡытыу, уҡытыусыларҙың кимәле үҙгәрҙеме?
– Үҙгәреш бик ҙур. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары профессиональ яҡтан ныҡ үҫте, күтәрелде. Йыл һайын «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында бик күп һәләтле уҡытыусы ҡатнаша. Минеңсә, был профессиональ конкурста ҡатнашырға теләктең көслө булыуы ла беҙҙең уҡытыусыларҙың кимәле тураһында һөйләй. Өҫтәүенә, улар Рәсәй кимәлендәге кон­курстар­ҙа призлы урындар алып ҡайта. Мәҫәлән, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2011» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Эльза Толомбаева Мәскәүҙә туған тел уҡытыусылары конкурсында «Юғары педагогик оҫталыҡ» номинацияһында беренсе урын алды. Г. Фәхрисламова, Х. Тапаҡов, В. Ситдиҡова, Г. Мөхәмәтйәнова, Г. Сәлимйәнова үҙҙәрен бөтә илгә һәләтле уҡытыусылар итеп танытты. Икенсенән, бөгөн уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәре дәреслек яҙыу кимәленә етте. Яңы стандарттар буйынса дәреслектәр әҙерләнә һәм авторҙар араһында мәктәп уҡытыусылары бик күп. Әлеге ваҡытта уҡытыусылар менән берлектә башҡорт телен уҡытыуҙа балаларҙың белемен баһалау критерийҙары өҫтөндә эшләйбеҙ. Ошо миҫалдар ғына ла уҡытыусылар­ҙың кимәленең ни тиклем юғары булыуы хаҡында һөйләй. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты конкурсында 245 туған тел уҡытыусыһы еңеүсе булды, шуларҙың 175-е – башҡорт теле уҡытыусыһы. 300 башҡорт теле уҡытыусыһы БР Хөкүмәтенең аҡсалата премияһы менән бүләкләнде. Башҡорт теле уҡытыусыһы, методик ҡулланмалар авторы Х. Баһауетдинова «Башҡортостан Респуб­ликаһының халыҡ уҡытыусыһы» тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Тағы бер башҡорт теле уҡытыусыһын ошо юғары исемгә тәҡдим итмәксебеҙ, Алла бирһә. Был беҙҙең бергәләп башҡарған эштәрҙең һөҙөмтәһелер, тип уйлайым. Әгәр ҙә туған тел уҡытыусылары башҡа уҡытыусылар менән бер кимәлдә ярыша ала икән, был уларҙың кимәле юғары булыуын күрһәтә.
Дәреслектәрҙә лә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күп. Бер башҡорт теле буйынса ғына өс варианттағы дәреслек бар. Был бик яҡшы күрһәткес. Әлбиттә, камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тигәндәй, дәреслектәр даими яңыртылып торасаҡ, бигерәк тә яңы стандарттарға бәйле уларҙы камиллаштырыу буйынса эшләргә кәрәк буласаҡ.
– Әйткәндәй, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсының уҡытыусылар өсөн әһәмиәтен нисек баһалай­һығыҙ?
– Конкурстың әһәмиәтен бик юғары баһалайым. Сөнки ул – конкурс ҡына түгел, тәжрибә уртаҡлашыу мәктәбе. Ябай ғына тәжрибә лә түгел, ә алдынғы тәжрибә. Әле лә хәтерләйем: конкурс башланған ғына саҡта уҡытыусылар үҙҙәре сығыш яһай ҙа, залдан сығып та китә торғайны. Хәҙер иһә мөкиббән китеп башҡа­лар­ҙың сығышын ҡарап ултыралар, нимәлер яҙалар, өйрәнәләр.
Икенсенән, конкурсҡа әҙерләнгән ваҡытта улар уҡый, интернетта эҙләнә, был иһә уларға белемен камиллаштырыуға, профессиональ яҡтан үҫергә булышлыҡ итә. Быны бер нисә миҫалда ғына ла күрергә мөмкин: мәҫәлән, ҡасандыр конкурста еңеү яулаған Зөһрә Сәләхова хәҙер Стәрлетамаҡ педагогия академияһында башҡорт филологияһы факультетын етәкләй, Ирина ҡолһарина БДУ-ла декан урынбаҫары булып эшләй, Рәсимә Алламоратова кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы. Мәктәп директоры булып китеүселәр ҙә, урындағы мәғариф идаралығына эшкә күсеүселәр ҙә бар.
– Федераль дәүләт стандарттарының башҡорт телен уҡытыуға йоғонтоһо юҡмы?
– Яңы стандарттарҙың төп әһәмиәте шунда: туған телдәр мотлаҡ уҡытылырға тейешле фәндәр индерелгән федераль исемлектә тора һәм улар буйынса дәрестәрҙе ҡыҫҡартыу булырға тейеш түгел. Стандарттарҙа туған телдәрҙе уҡытыуға бәйле талаптар ҙа эшләнгән. Әммә яңы стандарттарҙың индерелеүе башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уңышлы уҡытыуға булышлыҡ итмәне. Мәҫәлән, 1-се синыфтарҙа мәктәп компонентына, милли-төбәк компонентына бер генә сәғәт тә бирелмәй. Шуға 1-се синыфта сит телдәр ҙә, дәүләт теле булараҡ башҡорт теле лә уҡытылмай. 2-се, 3-сө синыфтарҙа мәктәп компонентына берәр сәғәт бирелә, шул бер сәғәт иҫәбенә башҡорт телен уҡытырға уйлайбыҙ. Бер сәғәт бик әҙ, әлбиттә. Белеүегеҙсә, быйыл этика, дин тарихы буйынса яңы фән индерелә, шуның арҡаһында 4-се синыфтарҙа ла башҡорт теле бер сәғәткә ҡала. Бына шундай ҡурҡыныс янай дәүләт телен уҡытыуға.

«Бер телде икенсеһе
иҫәбенә үҫтерергә ярамай»

– Эш күп ваҡытығыҙҙы аламы? Бүлектең эше ауырмы?
– Был эштә ҡағыҙҙарҙы тегеләй-былай шылдырып һалып ҡына, өҫтән-мөҫтән генә эшләп булмай. Беҙҙең бүлек ябай түгел, мәғариф министры Әлфис Ғаязов та, был бүлектең эше башҡаларҙыҡынан ныҡ айырылып тора, тип ҡабатлап ҡына тора. Уның беҙгә йөкмәтелгән бурыстың еңел булмауын аңлауы эшебеҙҙе еңеләйтә. Шулай уҡ беҙҙең бүлектең куратор-етәксеһе булып оҙаҡ йылдар эшләгән Артур Шәйхетдин улы Суринды ла оло ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре менән телгә алып киткем килә. Ул беҙҙең бөтә башланғыстарҙы ла күтәреп ала, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә торғайны. Арабыҙҙан ваҡытһыҙ китте, урыны йәннәттә булһын. Күптән түгел генә мәғариф министры урынбаҫары итеп Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева тәғәйенләнде. Ул мәғариф системаһын бик яҡшы белгән кеше. Милли мәғарифты үҫтереүгә иғтибар кәмемәҫ, тип уйлайбыҙ.
Беҙ мәктәптәр, уҡытыусылар менән генә түгел, йәмәғәт ойошмалары менән дә эшләйбеҙ. Улар беҙгә ярҙам­ға, яҡшы һүҙгә өмөт итеп килә. Шуға һәр береһе менән кәңәшләшеп, бергә эшләргә тырышабыҙ. Бик әүҙем эшләгән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, «Кобзарь» украин йәмәғәт ойошмаһы, татар, сыуаш, әрмән йәмәғәтселеге менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Уларға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Мин, бөтә телдәргә лә тигеҙ ҡарарға кәрәк, тип иҫәпләйем. Сөнки бер телде икенсе тел иҫәбенә үҫтереп булмай һәм быны эшләргә ярамай ҙа. Был уларҙың яйлап ҡына юҡҡа сыға башлауына килтереүе мөмкин. Бер-беребеҙҙе күтәреп, хуплап, тигеҙ үҫһәк, телдәребеҙ һаҡланасаҡ.
Бөгөн донъяла эшлекле һөйләшеүҙәрҙең 80 проценты инглиз телен­дә алып барыла. Интернеттағы мәғлүмәттең дә 80 проценты инглиз телен­дә. ҡасандыр бик популяр булған немец, француз телдәре бөгөн, инглиз теле менән сағыштырғанда, бик түбәнгә төштө. Рус теленә лә, үкенескә күрә, шундай ҡурҡыныс янай. Бөйөк һәм көслө рус теленең 40 процентын үҙләштерелгән һүҙҙәр тәшкил итә. Ә телһеҙ кеше − илһеҙ кеше, илһеҙ кеше − ерһеҙ кеше, далалағы ҡамғаҡ. Балаларын берҙәм дәүләт имтихандары, юғары уҡыу йортона инеү һылтауы менән туған теленән яҙҙырған кешеләр ошо хаҡта уйланһын ине.

«Бәхетлемен,
тормошомдан
ҡәнәғәтмен»

– Эшегеҙ тынғыһыҙ, ғаиләгеҙгә ваҡытығыҙ ҡаламы һуң?
– Дөрөҫ, ғаиләгә ваҡыт әҙ ҡала. Әгәр ҙә балаларым бәләкәй булһа, бында эшләй ҙә алмаҫ инем, сөнки уларға тейешле иғтибар бүлеп булмаҫ ине. Мәғариф министрлығына эшкә килгәндә, Аллаға шөкөр, балаларым үҫеп өлгөргәйне. Өлкән ҡыҙым Зөлфиә Санкт-Петербург ҡалаһында аспирантураны тамамланы, нейрохирург. Әлеге көндә бәпес менән ялда ултыра, Рәмил исемле ейәнебеҙ бар. Улым Азат юридик институтты тамамланы, ошо көндәрҙә генә ғаиләле булды. Кесе улым Таһир Өфө дәүләт авиация техник университетында 3-сө курста уҡып йөрөй. Балаларыбыҙ туған телебеҙҙә иркен аралаша, мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белә, ихтирам итә. Минең эшемде аңлап, һәр ваҡыт хуплап торған кеше – тормош иптәшем Фәнил Тимерйән улына рәхмәтлемен. Ғүмер буйы уның ышығында еңел йәшәнем һәм йәшәйем. Кәңәшемә ҡолаҡ һалып, хөрмәт итеп торған туғандарым бар, атайымдың васыятын тотоп, һәр ваҡыт туғандарыма ярҙам итергә тырыштыҡ.
– Етәксе вазифаларҙа эшләгән гүзәл заттарыбыҙ ҙа күп кенә. Һеҙҙеңсә, ҡатын-ҡыҙ үҙен ғаиләһенә бағышларға тейешме, әллә карьера эшләргәме?
– Ауыр һорау. Тағы бер тапҡыр әйтәм, балалар бәләкәй ваҡытта бындай эштә эшләргә ярамай. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы – балалар үҫтереү, ғаилә ҡарау. Әгәр ҙә балалар бәләкәй саҡта уҡ бында эшләһәм, белмәйем, балалар менән нимә булыр ине икән?! Шуға күрә балалар бәләкәй саҡта ҡатын-ҡыҙ еңелерәк эштә эшләп, үҙен ғаиләһенә бағышларға тейештер, тип уйлайым. Йә булмаһа, был ғаиләлә бик һәйбәт өләсәй, олатай булырға тейеш. Шунһыҙ бала ҡулдан ысҡынып китергә генә тора, бигерәк тә хәҙерге заманда: тормоштан барыһын да алырға кәрәк, тип өйрәткән телевидение, кире күренештәр аҙым һайын осрап торған урам...
Мәктәптә эшләгән ваҡытта эштән киске сәғәт 5-тән дә иртәрәк ҡайтмай инем. Шулай ҙа әлеге эш ваҡытымдың тамамланған ваҡыты менән сағыштырғанда, сәғәт 5 – ул бик иртә. Балаларҙы алып ҡайтып, уларҙың дәрестәрен ҡарап, бергәләп шөғөлләнә инек, уларға китаптар уҡырға ла, төрлө уйындар уйнарға ла өлгөрә торғайныҡ.
– Ялығыҙҙы ҡайҙа, нисек үткәрергә яратаһығыҙ?
– Яҙ, йәй, көҙ көндәрендә беҙ баҡсалабыҙ. Ерҙә ҡаҙынырға, сәскәләр үҫтерергә яратам. Баҡсамда сәскәләрҙең 20-ләп төрө бар. Үҙең үҫтереп алған йәшелсә-емеш тә оло ҡыуаныс бирә. Йыш ҡына иптәшем менән киске ҡала урамы буйлап йөрөп киләбеҙ. Йөрөгән саҡта уҡылған китаптар, йәшәү асылы, тормош тураһында фекер алышабыҙ. Был да минең рухи һәм профессиональ яҡтан үҫеүемә булышлыҡ итә. Иҫ киткес гүзәл Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт итеү ҙә − беҙҙең яратҡан шөғөлөбөҙ.
– Ғәҙәттә, һәр кем тормошоноң ниндәйҙер бер баҫҡысына етһә, эшләнгән эштәренә, яуланған үрҙәренә үҙенсә баһа бирә. Һеҙ үткән тормошоғоҙға ҡарап, ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ, ҡәнәғәтлекме, әллә үкенес тә бармы?
– ҡәнәғәтлек тойғоһо бар. Университет тамамлап, Һарыш мәктәбендә эшләй башлаған ваҡытта, ошондай бейеклектәргә күтәрелеп, Мәғариф министрлығында эшләп йөрөрмөн, тип уйламағайным да. Уҡытыусылар ҙа хөрмәт итәлер, тип өмөтләнәм. Сөнки мин үҙемдең тормошом менән генә йәшәмәйем, ҡулымдан килгәнсә уларға ярҙам итергә тырышам. Үткән тормошома ҡарайым да, бына тигән балаларым бар, ғаиләм, иптәшем, туғандарым, яҡын дуҫтарым эргәмдә, эшемдә хеҙмәтемде баһалайҙар, хөрмәт итәләр, Аллаға шөкөр. Хоҙайға рәхмәт шундай яҙмыш бүләк иткән өсөн, тип уйлап ҡуям. Бәхетлемен, тормошомдан ҡәнәғәтмен. Яратҡан бер фекерем бар: өйөңә ҡабаланып, ҡанатланып ҡайтһаң, эшеңә дәртләнеп, ҡыуанып килһәң, кеше өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр. Ысынлап та, балаларың көтөп торһа, улар иҫән-һау булһа, эшеңдә ышаныс менән ҡараһалар, шул үҙе бәхет.

«Йылдар дауамында тупланған тәжрибә, халыҡ аҡылы,
рухи байлыҡ беҙгә тел аша бирелә»

– Ғүмер буйы тормошҡа ашырырға ынтылған иң яҡты хыялығыҙ?
– 20-се мәктәптә эшләгән ваҡытта математика уҡытыусыһы Вилүрә Зиннәт ҡыҙы Йәнтуринаның, күргәҙмә материалдарын, методик ҡулланмаларын күрһәтеп, эше тураһында һөйләгәне хәтеремдә уйылып ҡалған. Шул ваҡыт миндә, ошо Вилүрә Зиннәт ҡыҙы кеүек оло хөрмәт ҡаҙанған, шул тиклем юғары кимәлгә күтәрелгән уҡытыу­сы була алһаң ине, тигән хыял уянды. Шул хыялыма ынтылдым да инде. Мәктәптә оҙаҡ эшләргә тура килмәһә лә, Мәғариф министрлығында үҙемде аса алдым, тип уйлайым. Тағы ла Башҡортостан мәҙәниәте менән донъя, Рәсәй мәҙәниәте араһында параллель үткәреп, уҡыусыларҙы үҙҙәренең тыуған яғы менән ғорурланырға мәжбүр иткән дәреслек яҙырға ине…
– Кешеләрҙә ниндәй сифаттарҙы хөрмәт итәһегеҙ?
– Иң ныҡ ихтирам иткән сифаттар – ғәҙеллек, намыҫлылыҡ һәм яуаплылыҡ. Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип түгел, ә ҡулынан килгәнсә тырышып эшләгән кешеләрҙе хөрмәт итәм. Алдыңда бер төрлө, артыңда икенсе төрлө һөйләп йөрөгән кешеләр­ҙе аңлай ҙа, ғәфү ҙә итә алмайым. Иң алама сифаттар – ике йөҙлөлөк һәм көнсөллөк тип иҫәпләйем.
– Алдағы тормошоғоҙҙо нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
– Өйрәнгән, яратҡан эшемдән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын әлегә. Киләсәктә үҙемде ейәндәремә бағышларға уйлайым. Балалары­быҙҙы ҡулдан килгән тиклем төрлө яҡлап үҫтерергә, белем бирергә тырыштыҡ: Зөлфиәбеҙ музыка мәктәбендә уҡыны, гимнастика менән шөғөлләнде, Азат бейеү, театр түңәрәктәренә йөрөнө, Таһир музыка мәктәбен тамамланы. Өсөһө лә шахматты һәйбәт уйнай. Шулай ҙа бөтәһен дә биреп бөтә алмағанмындыр тип уйлайым. Шуға күрә, барыһын да башлы-күҙле итеп бөтөп, ейәндәрем менән ныҡлап шөғөлләнермен, үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙың бай мираҫын, күңелемдә йөрөткән туған телебеҙгә, халҡыбыҙға булған һөйөүҙе түкмәй-сәсмәй ейән-ейәнсәрҙәремә еткереү теләге менән янам.
– Тел – ул аралашыу ҡоралы, тип телгә ябай ғына аңлатма бирәләр. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
– Тел ул аралашыу ҡоралы ғына түгел. Күптәр телде, аралашыу ҡоралы ғына, тип уйлап яңылыша. Телдең йәшәү оҙайлығы халыҡ яҙмалары менән иҫәпләнә, әгәр ҙә «Урал батыр»ҙы ғына алһаҡ, 4000 йыл, ә инде фәнни яҙмаларға нигеҙләнһәк, Геродот башҡорттар тураһында V быуатта телгә ала, артабан башҡорттар тураһында Сәләм Тәрджемән менән Ибн Фаҙландың яҙмаларында әйтелә. Халыҡ нисә быуын ғүмер йәшәгән, шул тиклем бай тәжрибә тупланған. Шул тәжрибә, рухи байлыҡ беҙгә тел аша бирелә. Әгәр ҙә беҙ телдән баш тартабыҙ икән, күрәләтә ошо байлыҡтан баш тартабыҙ, тигән һүҙ. Мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе, эпостарҙы, әкиәттәрҙе генә алайыҡ. Күпме байлыҡ юғала һәм беҙ, халыҡ аҡылына, тәжрибәһенә таянмайынса, һуҡырҙар кеүек йәшәй башлаясаҡбыҙ. Былай йәшәү йәнә хаталарға килтерәсәк. Халыҡ аҡылын рус теленә тәржемә итеп була бит, тип ҡаршы төшәләр. Ләкин, беҙгә күренмәгән айсбергтың аҫҡы яғы – менталитет, милли үҙаң тигән нәмә бар. Әгәр ҙә миндә милли үҙаң юҡ икән, мин бит «Урал батыр»ҙы аңлай алмаясаҡмын. Йыш ҡына билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева менән был хаҡта фекер алышабыҙ, ул да телдең гендар аша бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бөтә донъя халҡы бөгөн телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән сәйәсәт алып бара, шул уҡ ЮНЕСКО, Европа телдәре хартияһы. Беҙгә лә донъяға киңерәк күҙ менән бағырға кәрәк. Юҡҡа ғына «Бала хоҡуҡтары тураһын»дағы конвенцияның 29-сы статьяһында: «Бала үҙенең туған теленә, халҡының традицияларына тоғро итеп тәрбиәләнергә тейеш», − тип яҙылмаған. Тормошта үҙ урыныңды табыу, кешеләрсә йәшәү өсөн яҡшы диплом ғына етмәй. Туған телен, халҡының традицияларын белгән кешенең тотҡаһы ныҡ була, ул тегеләй-былай һығылып-бөгөлөп бармай, һәм ғәҙәттә, ҡатмарлы тормош юлын уңышлы үтә.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға