25.05.2012 Яҡты киләсәккә әйҙәй Һуңғы ҡыңғырау
Бөгөн республикабыҙ мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә
әп байрамдарының береһе ул. Ап-аҡтан кейенгән ҡыҙҙар менән ҡупшы костюмдарҙағы егеттәрҙе хатта уҡытыусылары ла танымай тора. Әллә ни арала шулай үҫеп, матурайып киткәндәр. Үҙҙәренән йәшлек дәрте, сафлыҡ бөркөлә. Йөҙҙәр балҡый, тик күҙҙәр генә бер аҙ моңһоу. Күрәһең, өйрәнгән мәктәптәре, яратҡан уҡытыусылары менән айырылышыу еңел түгел. Өҫтәүенә, алдағы билдәһеҙлек тә бер аҙ ҡурҡыта торғандыр. Быйыл республикабыҙҙа 11-се синыфты – 27900, 9-сы синыфты 43041 уҡыусы тамамлай. Республика иҡтисад лицей-интернаты иһә 95 уҡыусыны ҙур тормош юлына оҙата.
– Быйылғы сығарылыш – иң көслө сығарылыштарыбыҙҙың береһе. Улар араһында олимпиада призерҙары, спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһаған уҡыусылар күп. Һигеҙ уҡыусы мәктәпте миҙалға тамамлай. Киләсәктә лә улар беҙҙең өмөтөбөҙҙө аҡлар, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп, үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса илебеҙ өсөн кәрәкле белгестәр булып сығыр, тип ышанабыҙ, – ти лицей-интернат директоры Юлай Салауат улы Солтангәрәев.
Республика иҡтисад лицей-интернатының уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында абруйы ҙур. Әйткәндәй, белем усағының бер үҙенсәлеге бар – башҡа мәктәптәрҙән айырмалы рәүештә, бында егеттәр һәм ҡыҙҙар айырым уҡый. Быйылғы сығарылыш синыфтар араһында ла икәүһе – ҡыҙҙар класы, өсәүһе тик егеттәрҙән генә тора. Һуңғы вальсты бейеү өсөн башҡа мәктәптәрҙә егеттәр етмәһә, бында, киреһенсә, ҡыҙҙарға ҡытлыҡ икән.
Лицейҙа уҡытыу ике йүнәлеш буйынса алып барыла: физика-математика һәм социаль иҡтисад йүнәлеше. Лицей уҡыусыларының республика олимпиадаларында юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүе, йыл һайын сығарылыш синыф уҡыусыларының 98 – 100 проценты юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе һәм был вуздарҙың, нигеҙҙә, техник вуздар булыуы уҡыу йортонда көслө уҡытыусылар эшләүе һәм ныҡлы белем бирелеүе тураһында һөйләй. Быйылғы сығарылыш синыф уҡыусылары ла ниндәй уҡыу йортона документтар тапшырыу мәсьәләһен хәл итеп тә ҡуйған. Мәҫәлән, миҙалға дәғүә итеүсе уҡыу алдынғыһы Денис Кузнецов М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика факультетына барырға йыйына. Математика, физика буйынса республика һәм төрлө вуздар ойошторған олимпиадалар призеры үҙенең уҡырға инәсәгенә тамсы ла шикләнмәй. Шулай уҡ тағы бер буласаҡ миҙалсы Айнур Хәйруллиндың да маҡсаты ҙур – Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына уҡырға инергә ниәтләй. Математика буйынса ҡала, республика олимпиадаларында еңеү яулаған егеттең дә маҡсатына ирешеренә шик ҡалмай. Уҡыу алдынғылары, активистар Миләүшә Ғайсина, Дилбәр Вахитова, Нәргизә Мөхәмәтшина, Гөлназ Хажиева абруйлы уҡыу йорттарында юғары белем алыу тураһында хыяллана. Бына шундай маҡсатҡа ынтылыусан, һәләтле һәм аҡыллы ҡыҙҙар һәм егеттәр тамамлай лицейҙы. Әлбиттә, үҙҙәренең уңыштарында улар уҡытыусыларының, лицейҙың өлөшөн юғары баһалай. Шуға күрә лә лицей менән хушлашҡылары килмәй, бында уҡыған йылдарын бик оҙаҡ йылдар һағынып иҫкә аласаҡтар әле.