«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Ауылда «ҡыйыҡһыҙ» уҡытыусылар ҡалмаҫҡа тейеш



22.05.2012 Ауылда «ҡыйыҡһыҙ» уҡытыусылар ҡалмаҫҡа тейеш

Республикабыҙҙа йәшәүсе һәм эшләүсе йәш уҡытыу­сыларға торлаҡ алыу өсөн матди ярҙам күрһәтеләсәк.
Дәүләт ярҙамын алырға теләүсе уҡытыусының йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ уның быға тиклем кәмендә бер йыл мәктәптә эшләүе шарт. Юҡһа аҡсаны кире ҡайтарып бирергә тура киләсәк.
450 мең һум тәшкил иткән матди ярҙамға урындағы хакимиәттә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратта торған уҡытыусылар ғына дәғүә итә ала. Был аҡсаны ипотека алғанда беренсе иғәнә итеп индерергә лә, йорт төҙөүгә тотонорға ла була. Бер генә тапҡыр бүленәсәк ярҙамды, башлыса, ауыл уҡытыусыларына бирергә ниәтләйҙәр.
Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға