«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың



18.05.2012 Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың

Изгелек сәсһәң, изгелек урырһың
Әгәр кеше көслө, ғәҙел булһа,
Һөйә белһә, белһә һағына,
Уйы менән эше татыу булһа,
Был яҙмышта бәхет сағыла.
(Тимер Ниәтшин).

Ғүмерем буйы ығы-зығы алдында ваҡланмай, тормош ҡәҙерен белеп, эше, уйы, йәшәү рәүеше менән һәр кемгә өлгө булып, бар тирә-йүнгә нур сәсеп йәшәй белгән кешеләргә һоҡланып ҡараным һәм ундайҙар­ҙан үрнәк алырға тырыштым. Һүҙем Республика башҡорт лицей-интернатында директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары йөгөн бик күп йылдар лайыҡлы етәкләгән Римма Ризаитдин ҡыҙы Ғәбитова хаҡында.
Оло тормош юлы үткән уҡытыу­сы-етәксегә йәштәргә хас етеҙлек, күңел матурлығы, ябайлыҡ һәм алсаҡлыҡ хас. Бер үҙендә күпме гүзәл сифат, һанап бөтөрлөк түгел! «Кеше ике нәмә арҡаһында ҡартаймай, − тип яҙған бөйөк аҡыл эйәһе Йософ Баласағуни, − береһе − уның яҡшы эше, икенсеһе – яҡшы һүҙе». Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн Римма Ризаитдин ҡыҙының тормош миҫалында асыҡ күрәһең.
Булыр бала – биләүҙән, тигән боронғолар. Бала саҡтан уҡ зирәк, тырыш ҡыҙға уҡыу еңел бирелә, һәр эшкә ҡарата яуаплылыҡ, етдилек кеүек сифаттар уҡыуҙа, спорт ярыштарында, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеккә саҡыра, кешеләр менән аралашырға, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтә. Римма апайҙың ата-әсәһе, изге күңелле, эшһөйәр, намыҫлы кеше булараҡ, балаларын тәрбиәләүгә, уҡытыуға бөтә тырышлығын, көсөн һала. Ризаитдин ағай һөнәре буйынса хәрби кеше була, ул хеҙмәтен Кунашир утрауында алып бара. Бына шул утрауҙа тыуа ла инде ҡыҙҙары Римма. Риза ағай менән Вәкилә апай өс ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бирә. Тик тормош шатлыҡ-ҡыуа­ныс­тарҙан ғына тормай шул, яҡындарын ауыр ҡайғыға һалып, әсәләре вафат булып ҡала. Ғаиләлә өлкән бала булараҡ, Риммаға тормош ауырлыҡтарын күп татырға тура килә. Ике һеңлеһе һәм ҡустыһын тәрбиәләп үҫтереү, кеше итеү уның иңенә төшә. Яҙмыш ниндәй генә ҡаршылыҡтар ҡуймаһын, ул һынауҙарға бирешмәй, киреһенсә, сыныға, көс-дәрт табып, маҡсатлы йәшәргә, эшләргә өйрәнә.
Ырымбур педагогия институтының математика факультетын уңышлы тамамлаған уҡытыусыны ошо ҡалалағы бик көслө тип һанал­ған 1-се гимназияға эшкә саҡыралар. Хеҙмәт яратҡан аҡыллы, талапсан педагогҡа, йәш тип тормай, директор урынбаҫары вазифаһын да йөкмәтәләр.
Римма Ризаитдин ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә Ырымбур өлкәһенең, ҡала мәғариф идаралығынан бирелгән бик күп Маҡтау ҡағыҙы тураһында мәғлүмәттәр бар.
Башҡорт ҡыҙының күңеле үҙ халҡы йәшәгән Башҡортостанға тартыла, атаһы һәм башҡа туғандары менән 1990 йылда Өфөгә күсеп килә. Хеҙмәт юлын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында дауам итә. Үҙенә ҡарата оло һөйөүҙе, ихтирамды тырыш хеҙмәте, уңғанлығы менән яулай Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Римма Ризаитдин ҡыҙы Ғәбитова.
Бөгөн ул – Республика башҡорт лицей-интернатының хөрмәтле уҡытыусыһы, оло таянысы. Бар булмышын, энергияһын йәш быуынға белем биреүгә, тәрбиәләүгә арнаған мәғариф алдынғыһына әллә нисәмә быуын уҡыусыһы рәхмәтле. ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләмәй уның уҡыусылары. Әммә һәр ҡайһыһы был тормошта лайыҡлы йәшәү өлгөһөн Римма Ризаитдин ҡыҙынан ғүмерлеккә фатиха итеп алған. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тиҙәр. Бар бәхете уның – кешеләргә кәрәк булып, изгелектәр ҡылып йәшәй белеүҙә. Беҙҙең быуын ана шундай аҫыл заттары булыуы менән бәхетле лә инде.

Рәсимә ЙОМАҒОЛОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға