«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Уҡытыу ғына түгел, эшле лә итергә кәрәк



27.04.2012 Уҡытыу ғына түгел, эшле лә итергә кәрәк

БДУ үҙенең йәш белгестәрен эшкә урынлаштырыу хәстәрлеген күрә
Бөгөн юғары уҡыу йорттары студенттарға белем биреү менән генә сикләнмәй, уларҙы уҡытып сығарғас, яҡшы эш табырға ярҙам итеүҙе лә үҙ өҫтөнә ала. Совет заманында был яҡтан бик әүҙем эшмәкәрлек алып барылған. Ололар һөйләүенсә, йәш белгестәрҙе йүнәлтмә буйынса кәрәкле урынға − төрлө предприятие-учреждениеларға һәм ауылдарға эшкә ебәргәндәр.
Башҡорт дәүләт университетында 2006 йылдан Йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге эшләп килә. Уның мөдире, БДУ аспиранты Айбулат Хөсәйенов үҙәктең эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте.

− Үҙәктең бурысы нимәлә?
− Үҙәк уҡыуын тамамлаған студенттарға эшкә урынлашырға, асыҡ вакансиялары булған предприятиеларға хеҙмәткәрҙәр табырға ярҙам итә. Ошоноң менән бер рәттән, студенттарға кәрәкле урында стажировка һәм практика үтеүҙе ойоштороу, предприятиеларҙы презентациялау, вакансия йәрминкәһе, карьера көндәре, конференция, осрашыуҙар үткәреү ҙә беҙҙең өҫтә. Халыҡ мәшғүллеге һәм башҡарма власть органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм эш биреүселәр менән даими эш алып барабыҙ.

− Предприятие, ойошмалар менән хеҙмәттәшлек нисек булдырыла?
− Эш биреүселәр менән бәйләнешкә үҙебеҙ ҙә сығабыҙ, үҙҙәре лә беҙгә йыш мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, ойошмаға хеҙмәткәр­ҙәр, практикант йәки стажерҙар кәрәк булһа, улар беҙҙән, аныҡ талаптар ҡуйып, берәй факультет студенттарын һорай. Студенттарҙы үҙебеҙ һайлайбыҙ, йә беҙ ебәргәндәрҙән үҙҙәре һайлап ала. Ә үҙҙәрен яҡшы яҡтан иң әүҙем итеп күрһәткән йәштәрҙе киләсәктә эшкә алыу мөмкинлеге лә бик ҙур. Студенттар ҙа эшкә урынлашыу мәсьәләһе менән беҙгә йыш килә. Улар менән берлектә анкета, резюме тултырабыҙ һәм кәрәкле вакансия килеп сыҡһа, уларға әйтәбеҙ.
Сығарылыш курс студенттары мәғлүмәтте сайт, стендтар аша белә ала. Эш урынына тиҙ рәүештә хеҙмәткәр талап ителһә, студенттарҙы анкета аша һайлайбыҙ йәки смс-хәбәр, электрон адрес буйынса улар­ға хәбәр еткерәбеҙ.

− Ниндәй билдәле предприятие, ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?
− Предприятиеларға килгәндә, республикабыҙҙан ғына түгел, бөтә Рәсәйҙән дә беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итәләр. Мәҫәлән, яңыраҡ БДУ-ла Төмән ҡалаһындағы «Геотрон» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең презентацияһы үтте. Улар үҙҙәренә беҙҙең йәш белгестәрҙе киләсәктә эшкә урынлашыу мөмкинлеге менән практика үтергә саҡырҙы. Сочи ҡалаһынан да белгестәр һорап шылтыраталар, мәҫәлән, үткәнендә юрист һорағайнылар. Үҙәктең сайты барлыҡҡа килеү менән, үҙебеҙҙең белгестәрҙе ил кимәлендә эшкә урынлаштыра алабыҙ. Йыш ҡына сығарылыш курс студенттарын эшкә саҡырыу теләге менән БР Мәғариф министрлығы, «Башинформ­связь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, БР буйынса Эске эштәр министрлығы, барлыҡ судтар, Өфө ҡала хакимиәте, «УралСиб» банкыһы, Һаҡлыҡ банкыһы, «Инвестка­питалбанк», «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы кеүек ойошмалар мөрәжәғәт итә. Бындай ойошмаларҙың исемлеге бик күп. Был беҙҙең сығарылыш курс студенттарына бөтә ерҙә лә ҙур ихтыяж булыуын күрһәтә.

− Ниндәй белгестәр, факультеттар менән эшләгәндә ҡыйынлыҡтар килеп сыға?
− Гуманитар факультеттар студенттарын уҡыған һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлаштырғанда ҡыйынлыҡтар тыуа. Мәҫәлән, йыл һайын республика буйынса дүрт-биш мең студент уҡытыусы һөнәрен алып сыға икән, вакансия буйынса тик йөҙләгән кешене генә эшкә урынлаштырып була. Ә бына инженер, юрист, геолог, сит телдәр белгестәренә һорау һәр саҡ күп.

− Райондарҙан белгес һорап мөрәжәғәт итәләрме? Йәш белгестәр ауылға ҡайтамы?
− Райондар күп вакансия тәҡдим итеүгә ҡарамаҫтан, йәш белгестәр ауылға, район биләмәләренә теләр-теләмәҫ кенә бара. ҡайтыусыларҙы бөртөкләп кенә һанарлыҡ. Ә бит уларға унда яҡшы йәшәү шарттары, йәшәү урыны, бушлай коммуналь хеҙмәт, яҡшы эш хаҡы, өҫтәмә килем дә тәҡдим итәләр. Күбеһенсә райондар төрлө предмет уҡытыусыларын һорай.
Үҙәктең эшмәкәрлегенә килгәндә, киләсәктә тағы ла күберәк предприятие менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә уйлайбыҙ.

БДУ студенты Флүзә ТҮЛӘКОВА
әңгәмәләште
.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға