«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Фәһемле осрашыу



17.04.2012 Фәһемле осрашыу

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары “Новатор” балалар ижады йортона фәһемле сараға йыйылды. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Орджони­кидзе районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге, фәнни-мәғлүмәти методик үҙәктең методик бүлеге тарафынан ойошторолған фәнни-ғәмәли семинарға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. “Башҡорт мәктәбе: үткәне һәм бөгөнгөһө” тигән теманы күтәргән мөһим сара көнүҙәк мәсьәләләргә арналды. Тарих фәндәре докторы, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Лена Сөләймәнова педагогтарҙы тарих төпкөлөнә әйҙәне. Үткән менән бөгөнгөнө бәйләп, төрлө осорҙа мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы барлаған, тарихи факт­тарға нигеҙләнгән төплө сығыш уҡытыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ғалимәнең: “Башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренең тамырҙарын онотмай, рухи ҡиммәттәрҙең әһәмиәтен төшөндөрөп, гел алда барырға тейеш”, – тигән һүҙҙәре менән күптәр килешкәндер.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова институттың эшмәкәрлеге, уның юбилейына әҙерлек барышы менән таныштырғандан һуң, уҡытыусыларҙы әүҙемерәк булырға өндәне, илебеҙ закондары нигеҙендә эште артабан дауам итергә саҡырҙы, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, йәш быуынға белем, тәрбиә биреүҙә арымай-талмай эшләүҙә уңыштар теләне. Ғалимә уҡыу әсбаптары, һүҙлектәр сығарыу мәсьәләһенә лә туҡталды. Проблемалар килеп тыуған осраҡта институттың этнография бүлегенә мөрәжәғәт итеп, мәсьәләнең айышын асыҡларға мөмкин булыуын төшөндөр­ҙө. Ул залда ултырыусыларҙың бик күп һорауына яуап бирҙе.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре докторы, Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева балаларға белем, тәрбиә биреүҙә халыҡ педагогикаһының мөһим ролен тормоштағы күренештәр, йолалар­ҙан миҫалдар килтереп дәлилләне. Балаларға “Урал батыр” эпосын өйрәтеү, ятлатыу буйынса махсус семинар үткәреү кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының йыр, ҡобайырын да ихлас тыңлап, күңелен байытты.
Конференцияла Орджоникидзе районы биләмәһендә урынлашҡан урта махсус белем биреү учреждениеларынан делегаттар ҙа әүҙем ҡатнашты. 80-се дөйөм урта белем биреү мәктәбе директорының туған телдәр буйынса урынбаҫары, БР-ҙың атҡаҙан­ған уҡытыусыһы, РФ-ның мәғариф отличнигы Зөлфиә ҡаһарманова район уҡытыу­сылары исеменән: “Беҙ − ябай уҡытыусы ғына түгел, ә дәүләт сәйәсәтен дә еткереүселәр. Беҙгә ҡарап башҡорт милләте тураһында фекер йөрөтәләр. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары өлөшөнә республикабыҙ Конституцияһы һәм “Мәғариф тураһында”ғы БР Законы нигеҙендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ республикала йәшәгән бөтә милләт балаларына өйрәтеү бурысы йөкмәтелгән икән, башыбыҙҙы ғорур тотоп, башлаған эште дауам итергә, тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә тейешбеҙ. Хөрмәтле әҙибәләр, һеҙҙең оло хеҙмәт емештәрен, асыштарығыҙҙы киләһе быуынға еткереү – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Ижади эшмәкәрлегегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, ә беҙҙә дәрт, илһам һүрелмәһен”, − тип, ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Орджоникидзе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мәрфуға Мостафина, семинарҙы йомғаҡлап, тел – ул халҡыбыҙҙың иң ҡәҙерле байлығы, шулай булғас, атай-олатайҙарыбыҙҙан мираҫ туған телебеҙҙе һаҡлап, башҡорт телендә һөйләшкән ғорур халыҡ булып ҡалайыҡ, тине.

Миләүшә БӘШИРОВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға