«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Алда – берҙәм дәүләт имтиханы



30.03.2012 Алда – берҙәм дәүләт имтиханы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республикала берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Быйыл БДИ беҙҙә − унынсы, ә штат режимында дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Имтихан 13 дисциплина буйынса алына. Бөтәһе 27 меңдән ашыу уҡыусы теркәлгән, уларҙың 25 меңенән ашыуы – 11-се кластыҡылар.
Мәғариф министры Әлфис Ғаязов быйылғы ҡайһы бер үҙенсәлектәр менән таныштырҙы. Уның белдереүенсә, БДИ тәртибендә яңылыҡтар юҡ-юҡлыҡҡа, шулай ҙа әҙерәк үҙгәрештәр бар.
Мәҫәлән, имтиханда элемтә йә электрон-иҫәпләү саралары ҡулланып тотолған уҡыусы имтихан бинаһынан ҡыуыла, ҡабаттан һынау биреүгә рөхсәт ҡарарын комиссия ҡыуылыу фактын тикшереү һөҙөмтәһенән сығып ҡабул итә. Бынан тыш, хәҙер имтихан барған аудиторияла йәмәғәт күҙәтеүсеһе ултырасаҡ, ул шулай уҡ апелляция комиссияһында ла булырға хоҡуҡлы.
БДИ үткәреүгә бәйле яуаплылыҡ та арта. Контроль-иҫәпләү материалдары мәғлүмәттәрен кемгәлер еткергән өсөн штраф ҡаралған – 50 мең һумдан 200 меңгәсә.
Тағы ла имтихан эштәрен БДИ комиссияларының ҡабаттан тикшереүе лә ҡарала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға