16.03.2012 Берҙәм дәүләт имтиханына әҙербеҙме?
Сығарылыш синыф уҡыусылары, ата-әсәләр берҙәм дәүләт имтихандары хаҡында ни уйлай? Улар был етди һынауға әҙерме?
Гүзәл ЮНЫСБАЕВА, Ейәнсура районы:
– ҡыҙыбыҙ быйыл 11-се синыфты тамамлай. Рус теле һәм математиканан тыш, БДИ тапшырыу өсөн инглиз теле менән йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайланы. Мәктәптәрендә рус теле һәм математика буйынса махсус курс ойошторола. Инглиз теле буйынса репетиторға ла йөрөй. Өйҙә лә китаптар буйынса, интернет аша үҙ аллы әҙерләнә. Унда имтихандан бер генә ҡурҡыу ҙа юҡ, үҙ көсөнә, белеменә ышана. Беҙ, ата-әсәһе, уға ҡарағанда нығыраҡ борсолабыҙ шикелле. Институтҡа барып, йәнә имтихан тапшырып йөрөгәнсе, БДИ һәйбәтерәк, ти ул. Бер яҡтан, ул хаҡлы ла кеүек, вузға барып, таныш булмаған мөхиттә, өҫтәүенә, олпат-олпат профессорҙар алдында һынау тотоуға ҡарағанда, башҡа мәктәптә булһа ла, үҙенең тиҫтерҙәре менән имтихан тапшырыуы еңелерәктер ҙә. Миңә, әсәй кешегә, БДИ булмаһа, күңел тынысыраҡ булыр ине. Үҙебеҙ, элекке тәртип буйынса сығарылыш дәүләт имтиханы тапшырған кешеләр, әлбиттә, шундай фекерҙәбеҙ.
Менәүерә Әбделхәй ҡыҙы Мәхмүтова, математика уҡытыусыһы, Өфө ҡалаһы:
– Берҙәм дәүләт имтиханы хәҙер традицияға инде тип әйтә алабыҙ. Мин үҙем генә уҡыусыларымды дүрт мәртәбә берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнем. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә хәҙер өйрәнде. Уҡыусыларға килгәндә, уларҙың ышанысы артты. Шулай ҙа ваҡыты килеп етә башлағас, имтихандан бер аҙ ҡурҡа башлайҙар. Әлбиттә, эҙмә-эҙлекле рәүештә әҙерләнеп, даими уҡып барған уҡыусы өсөн БДИ-ның бер ҡурҡынысы ла юҡ. Үҙенең белеменә генә таянып, ул барыбер имтиханды тапшырып, уртаса ғына түгел, хатта юғарыраҡ та балл йыя ала. Быны үҙемдең уҡыусыларымдан сығып әйтә алам, һынауҙы барыһы ла үтте, имтихан бирә алмаған кеше булманы.
Шуны әйтергә кәрәк, йылдан-йыл математиканан БДИ һорауҙары ҡатмарлаша бара. Мәсьәләләр араһында ябай мәктәп уҡыусыһы эшләй алмаҫтайҙары ла килеп сыға. Йәнә шуныһы борсоуға һала: рус теле менән математиканан БДИ тапшыра алмаған уҡыусы аттестат ала алмай, ә элек уҡыусы БДИ-ны бирә аламы-юҡмы – барыбер аттестат бирелә ине.
Илнур ЗАҺИТОВ, 11-се синыф уҡыусыһы, Сибай ҡалаһы:
– Имтихандар яҡынлашҡан һайын борсолоуҙар арта бара. Бигерәк тә, телевидение аша юҡ-бар хәбәр ишетеп, гәзит-журналдарҙан БДИ-ны бер ҡот осҡос фажиғә итеп һүрәтләүҙәрен уҡый башлаһаң, ысынлап та, бөгөндән ят та үл инде. Мин Мәскәүгә йәиһә Питерға уҡырға инергә теләйем, шунлыҡтан БДИ һөҙөмтәләренә генә ышанам. БДИ-ны һатып та алалар икән, телефон аша ла ярҙам итеп була, тигән төрлө һүҙҙәр йөрөй. Белмәйем, үҙем БДИ тапшырып ҡарамағас, әлегә бер нәмә лә әйтә алмайым.