«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Мәғариф системаһында реформалар дауам итә



09.03.2012 Мәғариф системаһында реформалар дауам итә

7 мартта БР Мәғариф министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Александр Дегтяров, РФ Дәүләт Дума­һының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, мәғариф өлкәһендә контроллек итеү һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Әлмира Ғәниева ҡатнашты.
Коллегия ултырышында республиканың мәғариф системаһының йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, ағымдағы йылға бурыстар билдәләнде. Уҙған йылға йомғаҡ яһап, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республикала белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү шарттарын, уҡытыу­сыларҙың социаль хәлен яҡшыртыу буйынса күп эш башҡарылыуын билдәләп үтте.
– Бөгөн уҡытыусының уртаса эш хаҡы 16995 һумға тиң, был 2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 34 процентҡа күберәк. Бынан тыш, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр ике тапҡырға арттырылды, – тип билдәләне Салауат Тәлғәт улы.
Премьер-министр урынбаҫары коллегия ултырышында ҡатнашыусылар­ҙың иғтибарын кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләргә лә йүнәлтте. Иң беренсе сиратта балалар баҡсаһы мәсьәләһен ҡуҙғатты.
– 2012 йылда 52 балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырырға тейешбеҙ. Әммә төҙөүселәргә уның ҡайҙа төҙөлөүе мөһим түгел, шуға күрә мәсьәләне тиҙләтеүҙә муниципалитеттарҙың да әүҙем ҡатнашыуы кәрәк, – тине ул. Шул уҡ ваҡытта балалар баҡсаларының тулы ҡеүәтендә эшләмәүен дә телгә алды. Йәғни ҡайһы бер баҡсаларҙа балалар һанының етерлек кимәлдә булмауын, киләсәктә уларҙы сиратта тороусылар исемлегенән тулыландырырға кәрәклегенә баҫым яһаны.
Салауат Тәлғәт улы күтәргән тағы бер мөһим мәсьәлә – етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү. Уның әйтеүенсә, былтыр республика бюджетынан етем балалар­ға торлаҡ алыуға тәғәйенләнгән 120 млн һум аҡса файҙаланылмай ҡалған, шулай уҡ федераль бюджетҡа 15,5 млн һум аҡса кире ҡайтарылған. Ул етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһенең айырыуса Өфө ҡалаһында ҡатмарлы булыуын билдәләне.
Салауат Тәлғәт улы әйтеүенсә, киләсәктә профессиональ белем биреү системаһында ла ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Үҙ-үҙҙәрен аҡлай алмаған урта махсус һәм башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары ҡулайлаштырыуға дусар ителәсәк. Иң беренсе сиратта бының педагогия училищеларына һәм колледждарына ҡағылыуы ихтимал.
– XXI быуатта урта белемле уҡытыусылар әҙерләү бер ниндәй сиктәргә лә һыймай. Өҫтәүенә, йыл һайын педагогик уҡыу йорттары биш меңдән ашыу уҡытыусы әҙерләп сығара, шул уҡ ваҡытта шуларҙың 1,5 – 2 меңе генә мәктәпкә эшкә урынлаша, күпмеһелер артабан уҡыуын дауам итһә, ҡалғаны урамда ҡала, тигән һүҙ, – тине ул.
Шулай уҡ республикала бер генә федераль вуздың да булмауына бәйле борсолоуын белдерҙе.
Социаль етемдәр, балалар йорттарындағы йәшәү шарттары, берҙәм дәүләт имтиханы, кадр­ҙар мәсьәләһе кеүек мөһим мәсьәләләр ҙә Премьер-министр урынбаҫарының иғтибарынан ситтә ҡалманы.
БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов үҙенең сығышында мәғариф өлкәһендәге инновациялар­ға ентекле туҡталып үтте.
– 2011 йылдың 1 сентябренән республиканың бөтә мәктәптәрендә лә 1-се синыф уҡыусылары дәүләт стандарттары буйынса уҡытыла башлаһа, 2012 йылдың 1 сентябренән 2-се синыфтарҙа ла дәүләт стандарттары индерелә. Стандарт уҡытыусының эшмәкәрлеген тулыһынса үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә, шунлыҡтан улар­ҙы ҡайтанан әҙерләү, квалификацияһын күтәреү ҙә талап ителә , – тине ул.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға