14.02.2012 Мәктәп заман саҡырыуҙарына яуап бирергә тейеш
Бөгөн мәктәпкә, белем биреүҙең сифатына һәм шул иҫәптән уҡытыусыға ла талаптар көслө. Эшенә ижади ҡараған, үҙ өҫтөндә даими эшләгән, туҡтауһыҙ белемен камиллаштырып торған уҡытыусы ғына бөгөн был талаптарға яуап бирә алалыр. Был йәһәттән Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыларға оло ярҙамсы булып тора. «Институт беҙҙең эшебеҙҙә ҙур терәк һәм кәңәшсе лә ул», – ти уҡытыусылар үҙҙәре лә. Мәғарифты үҫтереү институтының ректоры, сәйәси фәндәр кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Рәмил Ғиниәт улы МӘЖИТОВ менән институттың эшмәкәрлеге, уҡытыусылар һәм бөгөнгө мәктәп тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Рәмил Ғиниәт улы, һеҙҙең уҡыу йорто алдына заман ниндәй талаптар ҡуя? Институттың төп маҡсаты һәм бурысы нимәлә?
– Беҙҙең институт мәғариф системаһында уҡытыусыларҙың берҙән-бер белемен камиллаштырыу учреждениеһы булып тора. Белеүебеҙсә, уның бик бай тарихы бар. Төрлө ваҡытта төрлөсә аталып йөрөтөлгән: Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институты, Башҡортостандың мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институты, Башҡортостан мәғарифын үҫтереү институты һәм әле килеп Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты. Мәғариф системаһы даими рәүештә үҫеш һәм үҙгәреш кисерә. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Сөнки илдәге үҙгәрештәр уҡыу-уҡытыу системаһына ла йоғонто яһай. Мәктәп заман саҡырыуҙарына яуап бирергә тейеш, тибеҙ. Шуға күрә, әйтәйек, 20 йыл элек юғары уҡыу йортон тамамлаған уҡытыусылар ул ваҡыттағы алған белеме менән бөгөн мәктәптә эшләй алмай. Ошонан сығып, беҙҙең институттың эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – уҡытыусыларҙың белемен заман талаптарына ярашлы камиллаштырыу.
Коллектив ҙур, институтта 300-ҙән ашыу кеше эшләй. Улар араһында ғалимдар ҙа, оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле белгестәр ҙә, йәштәр ҙә бар. 14 кафедра һәм 40-ҡа яҡын төрлө структура подразделениелары эшләп килә. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе түбәндәге һандарҙа асыҡ күренә. Йылына 13820 уҡытыусының белемен камиллаштырырға тейеш булһаҡ, был һандарҙа ғына туҡталып ҡалмайбыҙ, былтыр, мәҫәлән, 24 меңгә яҡын уҡытыусы беҙҙә курстар үтеп ҡайтты. Бынан тыш, институтта республика уҡытыусылары ҡатнашлығында төрлө семинарҙар, конференциялар ойошторола. Уҡытыусылар өсөн бындай уҡыу йорто мотлаҡ булырға тейеш. Сөнки һәр уҡытыусы бында үҙенә методик ярҙам ала, уҡыу-уҡытыу системаһындағы яңылыҡтар, коллегаларының алдынғы эш тәжрибәһе менән таныша һәм эше буйынса килеп тыуған һәр төрлө һорауҙарға яуап таба ала. Өҫтәүенә, «Мәғариф тураһында»ғы яңы законда, эш биреүсе кәмендә биш йылға бер уҡытыусыға квалификацияһын күтәреү мөмкинлеген бирергә тейеш, тип әйтелгән. Шул күҙлектән ҡарағанда ла бындай учреждениеларҙың әһәмиәте ҙур.
– Аңлауымса, институтта төрлө фән уҡытыусыларының уҡыуҙары ойошторола, шул уҡ ваҡытта мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк темаларға арналған курстар ҙа бар. Әлеге көндә ниндәйерәк темалар күтәрелә һуң?
– 2011 йылдың 1 сентябренән бөтә башланғыс синыф уҡыусылары ла федераль дәүләт стандарттары буйынса уҡый башланы. Тиҙҙән урта звено ла шуға күсәсәк. Уҡытыусыларҙы яңы стандарттар буйынса эшләргә әҙерләү маҡсатында курстар ойошторолдо. Әле лә был йүнәлештә эште дауам итәбеҙ. Берҙәм дәүләт имтиханы ла уҡытыусыларҙа һәм ата-әсәләрҙә күп һорау уята. Ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индереү, аңлашылмаусанлыҡтарҙы бөтөрөү, уҡытыусыларҙы берҙәм дәүләт имтихандарын дөрөҫ итеп ойошторорға өйрәтеү ҙә – беҙҙең маҡсатыбыҙ. Белеүебеҙсә, әлеге ваҡытта мәғарифта яңы информацион технологиялар ҙа бик йылдам ҡулланыла. Был йәһәттән дә мөрәжәғәттәр күп, шулай уҡ дәүләт кимәленән дә талаптар ҡуйыла. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡытыусыларҙың дүрттән бер өлөшө информацион технологияларҙы ҡуллана белмәй. Күп йылдар элек уҡыу йортон тамамлаған оло уҡытыусылар араһында компьютер менән эш итә белмәүселәр байтаҡ. Ә компьютерҙың мөмкинлектәре ҙур, дәресте лә күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм йәнлерәк итеп үткәрергә мөмкинлек бирә, интернет аша бик күп файҙалы мәғлүмәт алып була, шулай уҡ башҡа район-ҡалаларҙағы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһе менән танышыу өсөн дә ҡулай. Уҡытыусыларҙы компьютерҙа эшләргә өйрәтеү, әйтәйек, дистанцион уҡыуҙар ойоштороу, консультациялар биреү, семинарҙар үткәреү буйынса ла эште йәнләндереүҙе үҙебеҙҙең бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ.
Һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларҙың һәләтен үҫтерергә булышлыҡ итеү – мәғариф хеҙмәткәрҙәренә заман талабы ҡуйған бурыстарҙың береһе. Был йүнәлештә лә институтта махсус үҙәк булдырылып, маҡсатҡа ярашлы эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.
– Һеҙҙеңсә, мәғариф системаһындағы яңылыҡтарҙың, реформаларҙың өҫтөнлөгө нимәлә?
– Әлегәсә мәктәптә уҡыусыларға белем бирҙеләр, ләкин тормошта уны нисек файҙаланырға кәрәклегенә иғтибар булманы. Уҡыусы мәктәп программаһын бик яҡшы белә, шул уҡ ваҡытта тормошта килеп тыуған ябай ғына мәсьәләне лә хәл итә алмай, йәғни белемен практикала ҡуллана белмәй. Федераль стандарттар тап ошо мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән. Үҙебеҙҙе, бик алға киткән ил, тип күкрәк һуғып йөрөһәк тә, халыҡ-ара тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, беҙҙең балаларҙың белем күрһәткесе башҡа илдәр менән сағыштырғанда түбән, 50 – 60-сы урында ғына киләбеҙ.
Берҙәм дәүләт имтиханына килгәндә, бөтә илдәрҙең 90 процентында берҙәм дәүләт имтиханы күптән индерелгән. Дәғүәләр юҡ. Ә беҙ уға һаман өйрәнеп китә алмайбыҙ, нисә йыл эксперимент барҙы. Үтә сәйәсиләштереп тә ебәрәбеҙ. БДИ-ны яҡшы итеп ойоштороу ғына кәрәк, идеяһы бик матур. Ауыл балалары өсөн айырыуса ҙур мөмкинлектәр аса. Уҡыусы бер ҡайҙа ла йөрөп тормайынса ғына бер юлы биш уҡыу йортона һынау тота ала. Берҙәм дәүләт имтиханы иң беренсе сиратта уҡытыусыларға ҙур яуаплылыҡ өҫтәне. Педагогтың әҙерлеге, уның кимәле, уҡыусыларға белем бирә белеү һәләтенең һөҙөмтәһе тап шунда күренә. Әгәр ҙә ул уҡыусыны яҡшы итеп әҙерләй икән, бер ниндәй ҙә фажиғә юҡ. Уҡытыусы үҙенең өҫтөндә эшләргә тейеш.
– Белеүемсә, уҡытыусыларҙың профессиональ конкурстарын ойоштороу өсөн дә яуаплылыҡ һеҙҙең өҫтөгөҙҙә...
– Әле күптән түгел генә «Педагог-тикшеренеүсе» һәм «Уҡытыусы-мастер» конкурстары үтте. Ижади эшләүсе һәләтле уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен, педагогик тикшеренеү программаларын өйрәнеү маҡсатында быйыл икенсе тапҡыр ойошторолған был конкурс уҡытыусыларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Конкурста республикабыҙ ҡала һәм райондарынан 54 кешенең ҡатнашырға теләк белдереүе лә шул хаҡта һөйләй. Икенсе турға 43 конкурсант үтте, конкурс һөҙөмтәләре буйынса улар араһынан 15 педагог-тикшеренеүсе һәм 13 уҡытыусы-мастер билдәләнде.
– Республикабыҙҙа «Йыл уҡытыусыһы» конкурстарын ойоштороу матур йолаға әйләнгән. Әммә улар хаҡында ла төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бындай конкурстарҙы үткәреү кәрәкме?
– Әлбиттә, бындай конкурстарҙы үткәрергә кәрәк. Республикабыҙҙың алтын фондын тәшкил итерҙәй ижади эшләгән уҡытыусыларҙы асыҡларға булышлыҡ итеүе менән генә лә ҙур әһәмиәткә эйә ул. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыға ҙур дәрт һәм илһам биреүсе сара, тип әйтер инем. Конкурс үтте лә онотолдо түгел, һуңынан да унда ҡатнашыусы уҡытыусылар менән бәйләнеш өҙөлмәй. Райондарҙа курстар үткәргәндә, мәҫәлән, еңеүселәрҙе оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүгә йәлеп итәбеҙ. Был үҙенә күрә тәжрибә мәктәбе лә булып тора.
– Конкурстар, аттестациялар һөҙөмтәһенән сығып, бөгөнгө уҡытыусыларҙың кимәле тураһында ни әйтерһегеҙ?
– Уҡытыусы, әлбиттә, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта барырға тейеш. Илдә, донъяла күҙ эйәрмәҫ тиҙлек менән барған үҙгәрештәрҙән ул һис тә артта ҡалырға тейеш түгел. Шул ваҡытта ғына уның эше күпкә отошло буласаҡ. Быны был изге һөнәрҙе һайлаған кешеләр үҙҙәре лә аңлай. Республика уҡытыусылары араһында төрлөләре бар, әммә ошо конкурстарҙы күрәбеҙ ҙә шатланабыҙ, беҙҙең мәктәптәрҙә үҙенең эшенә бөтә күңеле менән бирелеп, янып эшләгән педагогтар бик күп.
– Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булыуы еңел түгелдер. Был һеҙҙең хеҙмәткәрҙәргә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәйҙер...
– Институттың уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы икәнен бер ваҡытта ла иҫебеҙҙән сығарырға тейеш түгелбеҙ. Беҙҙә бик күп ғалим: 11 фән докторы, 78-гә яҡын фән кандидаты эшләй. Был үҙе үк уҡытыусыларҙың кимәлен күрһәтә. Мәғарифты үҫтереү институтында юғары кимәлдәге халыҡ-ара, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй конференциялары, семинарҙар үткәрелеп тора. Улар ҙа хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреүгә булышлыҡ итә. Бынан тыш, беҙҙең уҡытыусылар даими рәүештә Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, башҡа ҙур ҡалаларға барып уҡып ҡайта. Шулай уҡ көслө методистар эшләгән төрлө нәшриәттәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Институтта эшләүсе белгестәрҙең белеме ни тиклем юғарыраҡ булһа, беҙгә мөнәсәбәт тә шул тиклем яҡшыраҡ. Әйтеп үткәнемсә, былтыр 13 мең урынына 24 мең уҡытыусының белемен камиллаштырыуы ла беҙгә мөнәсәбәтте дәлилләй.
– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, уҡытыусы бөгөн социаль яҡтан яҡланғанмы? Был изге һөнәрҙең абруйын күтәреү өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк?
– Рәсәй кимәлендәге һуңғы ваҡиғалар, атап әйткәндә, һайлау менән бәйле уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу бик урынлы булды. Рәсәй Федерацияһы законында, уҡытыусының эш хаҡы иҡтисад тармағында эшләгән белгестәрҙең эш хаҡы менән тигеҙ булырға тейеш, тиелгән, әммә был закон әлегәсә тормошҡа ашырылмай килде һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының инициативаһы менән 1 сентябрҙән мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артты. Был күпмелер кимәлдә уҡытыусыларҙың статусын, абруйын күтәреүгә лә булышлыҡ итә.
– Киләсәктә институттың эшмәкәрлеген йәнләндереү өсөн нимәләр күҙаллайһығыҙ?
– Эшебеҙҙә информацион технологияларҙы киңерәк ҡулланып, уҡытыусылар менән тағы ла тығыҙыраҡ бәйләнеш урынлаштырырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Ошо маҡсаттан сығып, төбәк-ара интернет-педсоветтар ойоштора башланыҡ. Минеңсә, бик ҡыҙыҡлы яңы йүнәлеш. Әле күптән түгел өсөнсө интернет-педсовет үтте. Ул дөйөм белем биреү учреждениеларында берҙәм белем биреү мөхите булдырыу темаһына арналды. Сайттан күренеүенсә, бик күп кеше теркәлде. Тимәк, уҡытыусыларҙа, мәғариф хеҙмәткәрҙәрендә ҡыҙыҡһыныу уята. Бигерәк тә Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларынан һәм Нуриман, Хәйбулла райондарынан әүҙем ҡатнаштылар. Интернет-педсовет шуныһы менән отошло, бында теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Улар тәҡдим ителгән тема буйынса үҙҙәренең докладын ҡуя, һуңынан иһә күтәрелгән мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша. Шунда уҡ аңлашылмаған һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә мөмкин.
Уҡытыусыларҙың абруйы, илдең киләсәге улар ҡулында, тип һүҙ алып барабыҙ икән, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу өсөн мөмкинлектәр ҙә булдырыу зарур. Беҙгә килгән уҡытыусылар заманса лабораторияларҙы һәм уҡыу кабинеттарын күреп ҡайтырға тейеш. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҡ, институт элекке һөнәрселек бинаһында урынлашҡан. Уҡырға килгән уҡытыусылар дөйөм ятаҡта йәшәй, унда ла шарттар булдырыу өсөн бик күп сығым талап ителә. Был өлкәлә эш алып барабыҙ, әлбиттә, республика етәкселегенең дә ярҙамы кәрәк.
– Уҡытыусыны мәктәптән информацион технологиялар ҡыҫырыҡлап сығармаҫмы?
– Уҡытыусы информацион технологиялар менән эш итә белергә тейеш, әммә бер ниндәй технология ла, бер нәмә лә уны алмаштыра алмаясаҡ. Педагогик фекер ни тиклем түбән булған һайын, ул шул тиклем йышыраҡ инновацияларға мөрәжәғәт итә һәм бала күңеленән дә алыҫлаша барасаҡ. Педагогик фекер ни тиклем көслөрәк булған һайын, ул традицияларға яҡыныраҡ һәм бөйөк идеяларға һәм шәхестәргә йүнәлтелгән. Бының менән килешмәү мөмкин түгел, сөнки традициялар нигеҙендә һәр саҡ тәжрибә ята. Дөрөҫ һүҙҙәр.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.