«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » «Тарихҡа таянып эш итергә кәрәк!»



07.02.2012 «Тарихҡа таянып эш итергә кәрәк!»

БР Фәндәр академияһы хеҙмәткәре Урал Кәримов, тарих яңылышлыҡтарҙан һаҡлай ала, тип иҫәпләй
«Тарихҡа таянып эш итергә кәрәк!»
Тарихҡа һөйөү, ғәҙәттә, мәктәп йылдарында уҡ уяна. Әгәр уҡытыусы дәресе менән ҡыҙыҡһындыра алды икән, артабан да үҙ илең тарихына битараф ҡала алмаясаҡһың. Ә был фәнде уҡытыусы үҙ атайың да булһа, киләсәктә юлыңды тарих менән бәйләүеңә лә аптырарлыҡ түгел. Баймаҡ ҡалаһынан Урал Кәримовта ла илебеҙ, Башҡортостан тарихына һөйөүҙе атаһы уятҡан. Мәктәпте тамамлағас, егет БДУ-ның тарих факультетын һайлай ҙа, имтихандарын еңел генә тапшырып, уҡырға инә. Бында ул Башҡортостанда төрлө быуаттарҙа алып ба­рыл­ған аграр сәйәсәт проблемаһы менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Аспирантураны тамамлағандан һуң яҡлаған кандидатлыҡ диссертацияһы ла ошо темаға арнала. Йәш ғалим ер проблемаһын төптән өйрәнә, башҡорт халҡының тормошона илдә үткәрелгән ер сәйәсәтенә бәйле реформаларҙың нисек тәьҫир итеүенә туҡтала, халыҡтың бөгөнгө йәшәйешен дә өйрәнә. Зәки Вәлидиҙең ер программаһын, айырыуса иғтибар­ға лайыҡ, тип иҫәпләй ул.
Күптәр башҡорттарҙы, революцияға тиклем үҫешмәгән халыҡ булған, тип раҫларға тырыша, ә был дөрөҫлөккә бөтөнләй тап килмәй, быны Вәлидиҙең программаһы ла раҫлай, ти: «Программа һәйбәт уйланылғанлығы менән айырылып тора. Уның төп маҡсаты – ерҙе һаҡлап ҡалыу. Бөтә ер дәүләт ҡарамағында булырға тейеш, ул бөтә нәмәне контролдә тота, һәр кемгә ер бүлеп бирә, эшкәрт, иген үҫтер, теләй­һең икән, сығарып баҙарға һат. Вәлидиҙең иҡтисади яҡтан үҫеш өсөн бик ҡулай программаһы башҡа халыҡтар араһында ла бик популяр була. Тик граждандар һуғышы ваҡытында уны ҡыҫа башлайҙар, «ер башҡорттоҡо булырға мөмкин түгел, бөтә ер – советтарҙыҡы» һ.б. шундай нигеҙгә ҡоролған сәйәсәт халыҡтың үҫешенә кире йоғонто яһай».
Ер сәйәсәте бер ҡасан да башҡорттар файҙаһына булмаған, тигән фекергә килә тарих фәндәре кандидаты Урал Кәримов. Береһе лә, был халыҡ тыныс ҡына үҙ ерендә йәшәһен әле, тип ҡарамаған. Башҡорт ерҙәрен һәр ваҡыт үҙ файҙаһына ҡулланырға тырышҡандар. Борон-борондан баш­ҡорт халҡының төп байлығы булған ерҙе оятһыҙ рәүештә тартып алырға ынтылғандар. Шуға ла уны бирмәҫ өсөн күпме яуға күтәрелгән, ихтилалдарҙа ҡатнашҡан халҡыбыҙ. Әлеге ер һатыу мәсьәләләре лә хәүеф менән янай. Сөнки ер бар икән, ирек тә бар, халыҡ та бар. Суверенитеттың тышҡы атрибуттары ғына иректе һаҡлап ҡала алмаясаҡ. Ергә һаҡсыл ҡараш кәрәк, милләт-ара татыулыҡты һаҡлар, тыныслыҡта һәм муллыҡта йәшәр өсөн.
– Беҙҙең тотоноп торғаныбыҙ, таянып торғаныбыҙ – ер. Шуға ла ер мәсьәләһендә бик төплө уйланылған сәйәсәт булырға тейеш, ниндәйҙер бер концепция булдырылыуы зарур. Ә бының өсөн тәжрибәле кешеләр менән кәңәшләшергә кәрәк. Шул уҡ ғалимдар менән, мәҫәлән. Тормошта бит бөтә нәмә лә ҡабатланып тора, ә беҙгә хаталарҙы ҡабатламаҫҡа өйрәнергә кәрәк. Әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихсыларҙың эше хаталар өҫтөндә эш һымаҡ. Нимәләрҙер булып үтә, ғалимдар шуны өйрәнә, ниндәйҙер хаталарҙы асыҡлай. Әммә быларҙың барыһы ла эш үткәс эшләнә, ә беҙгә алдан күрә, ниндәйҙер дөрөҫ булмаған аҙымдарҙы иҫкәртә белергә кәрәк. Минеңсә, бының өсөн хөкүмәттә ғалимдар менән бәйләнеш булдырыу бүлектәре лә булырға тейештер, – ти йәш ғалим.
Уңышлы аграр сәйәсәтте нисек күҙаллай һуң БР Фәндәр академияһында эшләүсе Урал Йәғәфәр улы? Киләсәктең үткәндәр менән тығыҙ бәйле булыуына инана ул. Реформалар үткәрергә йыйынғанда, закондар ҡабул иткәндә, мотлаҡ рәүештә традицияларға таянып эш итергә кәрәк, тип иҫәпләй. «Үҙ-үҙенә оҡшашлыҡ нигеҙендә модернизация» тип атала был йүнәлеш. Баҙар иҡтисадын инҡар итмәй ул, әммә, иң мөһиме, ер менән һатыу итеү эше булмаһын, тигән фекерҙә. Киләсәктә Урал Кәримов тикшеренеүҙәрен тағы ла киңәйтеп, ер мәсьәләһен менталитет менән бәйләп, социаль-сәйәси яҡтан өйрәнеп китап яҙырға ниәтләй. Архив материалдары, башҡа дәлилдәр менән раҫланып яҙыласаҡ был фәнни-популяр китап тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалмаҫ, ә төп байлығыбыҙға ҡарата һаҡсыл ҡараш тыуҙырыуға ла булышлыҡ итер тип өмөтләнә.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға