«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Урта белемгә ихтыяжды арттырыу көтөлә



07.02.2012 Урта белемгә ихтыяжды арттырыу көтөлә

Урта белемгә ихтыяжды арттырыу көтөлә
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов урта профессиональ белем биреүҙе үҫтереүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда 2011 йылдың июлендә раҫланған системаны 2015 йылға тиклем модернизациялау программаһы ҡаралды.
– Беҙҙең иҡтисад элеккесә юғары квалификациялы урта звено эшселәренә һәм белгестәренә ҡытлыҡ кисерә. Төрлө тармаҡтарҙа уларҙың өлөшө 60 проценттан 85 процентҡа тиклем тәшкил итә, ә хеҙмәтләндереү өлкәһендә 90 процентҡа барып етә. Өҫтәүенә, йылдар үткән һайын күп кенә тармаҡтарҙы үҫтереүҙә бындай төркөм белгестәренең роле артасаҡ ҡына. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн колледж дипломының бөгөн дә абруйы юғары булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов.
Совет заманында барыһы ла тиерлек урта махсус белем алыр­ға ынтыла, халыҡтың өстән бер өлөшө техникум дипломына эйә ине. Хәҙерге йәштәргә тик юғары белем генә кәрәк. Хатта ҡайһы саҡта ҡайһы вузда, ниндәй специальность буйынса булыуы ла мөһим түгел, тик юғары белем тураһында диплом ғына булһын. Һөҙөмтәлә 2005 йылдан урта махсус уҡыу йорттарына ҡабул итеү дүрттән бер өлөшкә тиклем кәмегән. Шул уҡ ваҡытта Президент республика ссуздарының юғары мөмкинлектәргә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бишәүһе «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә инновацион программаларҙың федераль конкурсында еңгән. Былтыр ошондай уҡ конкурс республика кимәлендә уҙғарылып, унда ике ссуз һәм ете һөнәрселек училищеһы һәм лицейы Хөкүмәт тарафынан ярҙам алған.
Рөстәм Зәки улы республикала урта махсус белем биреү системаһын реформалау буйынса күрелгән сараларға туҡталып, техникумдарҙы һөнәрселек училищелары һәм вуздар менән берләштереү һөҙөмтәһендә 15 күп кимәлле белем биреү учрежде­ние­һы булдырылыуын билдәләне. Быйыл 21 федераль ссуз республика ҡарамағына тапшырылған. Президент ошоға бәйле килеп тыуған проблемаларға ла туҡталды.
– Урта профессиональ белем биреү учреждениеларын үҫтереү тураһында һүҙ алып барғанда иң беренсе сиратта улар профессиональ яҡтан үҙҙәрен аҡлай алырға тейеш, – тине Рөстәм Зәки улы, инновацион белем биреү программалары менән, педагогик коллективтың ғилми-профессиональ кимәлен үҫтереү буйынса эшләргә кәрәклегенә баҫым яһап.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға