24.01.2012 Мәскәүҙә башҡа офоҡтар
Учалы егете Азамат Лоҡманов, профессиональ политолог бер ҡасан да эшһеҙ ҡалмаясаҡ, тип иҫәпләй
Республика башҡорт лицей-интернатының элекке сығарылыш уҡыусыһы Азамат Лоҡмановтың әлеге ваҡытта РФ Хөкүмәте янындағы Финанс университетының политология факультетында уҡыуын белгәс, киләсәге өсөн борсолоп уҡ ҡуйҙым: «Ә һин ҡайҙан, нисек эш табырһың икән? Был бит, әйтәйек, инженер, механик һөнәре түгел, һәр ҡала-ҡасабала эш урыны көтөп тормай...». Ләкин ул йылмайҙы ғына:
– Политологтар дәүләт структураларында, PR, GR-агентлыҡтарҙа, эксперт-аналитика үҙәктәрендә, киң матбуғат сараларында эшләй ала. Профессиональ политолог – башҡаларға ҡарағанда алыҫыраҡ күргән, булған бөтә ваҡиғаны тәрән тойған, уның тамырҙарын, асылын аңлаған аналитик.
Сәйәси һәм иҡтисади процестарҙы төплө итеп анализларға өйрәнмәйенсә, юғары профессионал булып булмай. Әйткәндәй, асыҡ (публикаға йыш күренгән) сәйәсмәндәргә ҡарағанда, халыҡ ысын политолог-профессионалдарҙың фекеренә нығыраҡ ҡолаҡ һалыусан. Минең профессиональ кимәлем тик үҙемдең тырышлыҡтан, ныҡышмалылыҡтан килә һәм шуға ла киләсәктә эшкә урынлашыу йәһәтенән проблема булмаҫ тип уйлайым.
Уҡыу алдынғыһы – яҡташыбыҙ, Учалы егете. Етенсе синыфҡа тиклем ҡалабыҙҙың унынсы мәктәбендә уҡыған, аҙаҡ Республика башҡорт лицей-интернатында белем алған. Ата-әсә ҡанаты аҫтынан иртә сығып киткәненә һис тә үкенмәй, сөнки лицей-интернатта үҙаллылыҡҡа өйрәнә, яҡын дуҫтар таба, фәндәрҙе төплө үҙләштерә.
– Лицей-интернатта төплө белем генә биреп ҡалмайҙар, унда тәрбиә эше лә бик яҡшы кимәлдә. Унда, ябай мәктәптәрҙән айырмалы рәүештә, белем биреү менән тәрбиәләүҙең бөтөнләй икенсе принциптарын ҡулланалар. Ябай ғына бер миҫал: мәктәптә уҡыусыларға, тырышһағыҙ, бәлки, юғары уҡыу йортона уҡырға инерһегеҙ, тиҙәр, ә лицейҙа «һеҙ – буласаҡ элита» тип күңелде үҫтерәләр, алдыңа маҡсат ҡуйып, уны нисек тырыш, ныҡышмалы хеҙмәтең менән яуларға кәрәклеген өйрәтәләр. Шуға ла лицей-интернатты тамамлағанда, юғары белем алырғамы-юҡмы, тигән һорау бөтөнләй тыумай.
Азамат, модаға эйәреп, йә ата-әсәһенең кәңәшен тыңлап түгел, күңел талабы буйынса политология факультетына килгән: «Был – минеке, минең өлкәм! Шуға уҡыуы оҡшай, бөтә фәндәр ҙә еңел бирелә, һәр дәрес мауыҡтыра». Башкөлләй уҡыуға сумһа ла, егет йәмәғәт эштәренә лә ваҡыт таба – Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан Республикаһы студенттары ассоциацияһы үткәргән һәр сарала әүҙем ҡатнаша.
– Ассоциация бер йыл элек кенә барлыҡҡа килһә лә, яҡташтарҙың әүҙемлеге менән киң танылыу яуланы. Төрлө спорт сараларын үткәреүҙә, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар, башҡорт дискотекаларын ойоштороуҙа бер аҙ тәжрибә тупланыҡ. Төп маҡсатыбыҙ – яҡташтарҙы бергә йыйып, үҙ-ара ныҡлы дуҫлыҡ ептәрен булдырыу. Башҡа өлкәләр менән сағыштырғанда, баш ҡалала республикабыҙҙан студенттар бик аҙ. Мәскәүҙең, Санкт-Петербургтың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә өндәп, йәштәр араһында аңлатыу эшен алып барабыҙ. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, ассоциация активистары тарафынан мәктәптәрҙә ойошторолған осрашыуҙарҙан һуң тиҫтәләрсә сығарылыш уҡыусыһы бында уҡырға килде.
Европа студенттары төрлө ҡалаларҙа һәм университеттарҙа уҡып сығырға өлгөрә, ә беҙҙекеләр яҡындағы юғары уҡыу йортона документтарын тапшыра ла тыныслана. Кәрәкме уға был һөнәр, киләсәктә алған һөнәре буйынса эшләйәсәкме – уйлап та ҡарамай. Уйлаһа ла, артыҡ әһәмиәт бирмәй, иң мөһиме, диплом алыу, ти. Ҙур ҡалаларҙа перспектив варианттар күберәк, тимәк, йәнең ятҡан, ижади эшләргә форсат биргән һөнәргә уҡып сығырға мөмкин. Йәштәр республиканан бөтөнләйгә китһен тимәйбеҙ, ә иң шәп юғары уҡыу йорттарында сифатлы белем алып, алдынғы тәжрибәне үҙебеҙҙең төбәктә файҙаланһын ине тибеҙ. Беҙҙең менән «Бәйләнештә» («Вконтакте») сайтында танышырға мөмкин – Bashkortostan students Group http://vkontakte.ru/club22916619 (Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан Республикаһы студенттары ассоциацияһы). Йәштәр баш ҡаланың академия, университет, институттарын штурмларға ҡурҡмаһын. Сөнки унда бөтөнләй башҡа офоҡтар асыла, унда ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә мөмкин.
Азамат айырым бер йылылыҡ менән ғаиләһе – ата-әсәһе, ҡустыһы тураһында һөйләне: «Тәү сиратта уңыштарым өсөн ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Ни эшләһәм дә, иң тәүҙә яҡындарым тураһында уйлайым, сөнки уларҙан да ғәзизерәк бер кемем дә юҡ».

Баныу ҡАҺАРМАНОВА
Мәскәү – Өфө.