«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Яратҡан уйынсыҡтар: йыуатыр ҙа, дауалар ҙа!



17.01.2012 Яратҡан уйынсыҡтар: йыуатыр ҙа, дауалар ҙа!

Мәктәп уҡыусыһы уйындан айырыла алмаған өсөн уны әрләргә кәрәкме?
Сабыйҙар нимәнән интегә? Яңғыҙлыҡтан, ата-әсәһенең туҡтауһыҙ талашыуынан, иғтибар, һөйөү етмәүҙән. Ошонан төрлө ауырыуҙар, стрес­тар барлыҡҡа килә лә инде. Баланы бындай хәлдән табипҡа мөрәжәғәт итмәй ҙә ҡотҡарып була. Мәҫәлән, балаларҙың күбеһе киндер-сюрприздағы бәләкәй уйынсыҡтар менән уйнар­ға ярата. Уның менән бергә уйнарға иренмәгеҙ. Ошо уйын ваҡытында ғына һеҙ балағыҙ балалар баҡсаһында йәиһә урамда булғанда уның менән бөгөн нимәләр булыуы хаҡында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырһығыҙ.
Ниндәйҙер проблемалары булған балалар өсөн уйынсыҡтар айырыуса файҙалы. Бигерәк тә йомшаҡ уйынсыҡтар, сөнки уларҙы дуҫың, иптәшең кеүек ҡабул итәһең.
Компьютер балаларҙың тирә-яҡтағылар менән аралашыуын сикләй, тигән фекер йәшәй. Әммә, психологтар фекеренсә, бала төрлө уйындар уйнарға тейеш, ә компьютер абстракт фекерләүҙе үҫтерә. Конструкторҙар менән уйнау бик тә файҙалы. Беренсенән, ул балаларҙы тыныс ҡына ултырып уйнарға, ныҡышмалылыҡҡа өйрәтә. Икенсенән, уйынға ижади ҡараш тәрбиәләй. Өсөнсөнән, баланы аралашыуға ла өйрәтә, әлбиттә, ул кем менәндер уйнаған ваҡытта.
Башланғыс синыф уҡытыусылары йыш ҡына балаларҙың уҡырға барғас та уйындан айырыла алмауына зарлана. Әммә был ғәҙәти хәл, бала уйнап туймаған икән, ул мәктәптә лә уйнауын дауам итәсәк. Быға бер ҙә асыуланырға ярамай. Сөнки бәләкәй балалар иҫ киткес һәләткә эйә: ҡулдары менән нимәлер эшләп ултырған хәлдә лә уҡытыусының һөйләүен дә иғтибар менән тыңлаясаҡ. Тимәк, уҡытыусының һөйләүенән бер генә мөһим нәмәне лә ул төшөрөп ҡалдырмаясаҡ. Ә инде балаға туйғансы уйнарға ирек бирелмәһә, проблемаларҙан ҡотолоп булмаясаҡ. Уның психикаһында хәл ителмәгән мәсьәлә ҡаласаҡ.
Уйын тағы ла ниндәй проблемаларҙан ҡотолорға, ниндәй ауырыу­ҙарҙы дауаларға ярҙам итә һуң? Мәҫәлән, тулы булмаған ғаилә проблемаһын да уйын аша хәл итеп була. Әгәр ҙә ғаиләлә атай юҡ икән, әсәһе улы менән футбол уйнарға тейеш, ә инде ғаиләлә әсәй булмағанда атай кешегә ҡурсаҡ уйнарға өйрәнергә тура килер. Ғөмүмән, ата-әсәгә төрлө роль башҡарырға өйрәнергә кәрәк. Һеҙ эштән ҡайтыуҙы сабыйығыҙ түҙемһеҙләнеп көтөп тора, әммә йыш ҡына, мин арыным, кит әле, тип уны ситкә тибәрәһегеҙ. Был бөтөнләй дөрөҫ түгел. Арығанһығыҙ икән, мин ауырыйым, тип әйтегеҙ, ә ул һеҙҙе “дауалаһын”. Ә инде ашарға әҙерләгәндә, ул ашнаҡсы булып, әйҙә, хәленән килгәнсә ярҙам итһен.
Ғөмүмән, бала сәңгелдәктә ятҡанда уҡ уның менән уйнарға кәрәк. Ул һеҙҙең барлығығыҙҙы, йылығыҙҙы, иғтибарығыҙҙы тойорға тейеш. Шул ваҡытта ул тынысланасаҡ та, психик үҫеше лә йылдамыраҡ барасаҡ.
С. ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға