17.01.2012 Мәктәп һәм ғаилә сылбыры ныҡлы булһын
йәки Балаларҙы тәрбиәләүҙә яуаплылыҡ тигеҙ булырға тейеш
Сирек быуат мәктәптә эшләү дәүерендә ата-әсәләр, мәктәп, уҡыусы араһындағы бәйләнештең йылдан-йыл һүрелә барыуына инандым. Насар йәшәүсе ғаиләләр ишәйгән һайын тәрбиәгә ауыр бирелеүсе балалар ҙа күбәйә. Үҫмерҙәр араһында енәйәтселек арта, ҡайһы бер балалар алкоголь, наркотик ҡуллана. Былар иһә барыһы ла уҡытыусы, уҡыусы, ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе лә ҡатмарлаштыра. Ғаилә менән бәйләнеш ойоштороу, ата-әсәне бала тәрбиәләү эшенә йәлеп итеү ҡыйынлаша. Бының сәбәптәре лә бик күп. Хәҙерге тарихи үҙгәрештәр осоро үҙенсәлектәре лә, заман һулышы ла ғаилә тәрбиәһендә тиҫкәре сағылыш таба. Бөгөн бала күңеле ҙур бушлыҡ кисерә, йәғни ул ата-әсә менән бик аҙ аралаша, тәрбиәне күпселек интернет, телевизор, кино аша ала тиһәк тә, яңылыш булмаҫ. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәрҙе нисек эш табыу, нисек тә эштән ҡыҫҡартыусылар иҫәбенә инмәү, ғаиләне ашатыу-кейендереү һәм башҡа шуның кеүек уйҙар борсой. Һәр кемдең үҙ проблемаһы. ҡайһы бер ата-әсәләр балаларына әллә ни иҫе китмәй, берәүҙәре байлыҡ, аҡса туплау менән мәшғүл булһа, икенселәре, киреһенсә, тапҡан-таянғанын араҡыға алмаштырып, эсеү менән мауыға. Уҡытыусы иһә бер үҙе генә ғаилә тәрбиәһен алмаштыра алмай. Ни бары 45 минут дәрес үткәреп кенә ул бала күңелен тулыһынса аңлап, тик тәрбиәүи эш кенә алып бара алмай, дәрес темаһын да аңлатаһы бар бит әле. Был бер булһа, икенсенән, баланың тотош мәктәпкә, белем алыуға ҡыҙыҡһыныуының кәмеүе, әйткәнде тулыһынса ҡабул итмәүе лә ауырлыҡ тыуҙыра.
Бала, уҡытыусы, ата-әсә – бына ошо өс яҡ араһындағы асыҡ мөнәсәбәттәр, тәрбиәнең йөкмәткеһе, уртаҡ тырышлыҡтың ғына ыңғай һөҙөмтә бирәсәге көн кеүек асыҡ. Уҡытыусының төп маҡсаты − төплө белем, әхлаҡи тәрбиә биреү, баланыҡы – тырышып уҡыу, өлгөлө тәртипле булыу, ата-әсәнеке иһә – үҙҙәренә тоғро алмаш булырҙай, тәртипле, аҡыллы, тәүфиҡлы, белемле бала үҫтереү. Уларҙың маҡсаттары ла тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш тә, тик хәҙерге заманда ошо сылбырҙың өҙөлөүе ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
Үҙ балаларына ниндәй тәрбиәүи йоғонто яһауҙары буйынса ла ата-әсәләр бер тигеҙ түгел. Күптәре балаларына бөтөнләй битараф, ҡайһылары, мәктәпкә тапшырғанмын, әйҙә тәрбиәләһендәр, тип ҡарай. Тағы ла кире тәьҫир итеүсе иң ҡурҡыныс сир булып эскелектең сәскә атыуы тора. Шул арҡала күпме ғаилә тарҡала, һөҙөмтәһе асыҡ, тулы булмаған ғаиләләр балаға барыбер тулы тәрбиә бирә алмай. Юҡҡамы ни баланан: «Ниңә һинең ҡулың икәү?» − тип һорағас, ул: «Бер ҡулым – атайға, икенсеһе әсәйгә тотонор өсөн», − тип яуаплаған. Ошо сабыйҙың яуабы ла күп мәғәнәгә эйә. Сөнки тыуған көндән башлап ғүмерҙең һуңғы минуттарына ҡәҙәр тотонор урының, таяныр кешең булыу мөһим. Юғиһә йығылып имгәнеүең, юлда аҙашыуың, тормошта яңылышыуың бар...
Бының шулай булыуын барыбыҙ ҙа аңлай, әлбиттә. Әммә ни өсөн ата-әсәләре иҫән булып та, балалар йортонда йәшәргә мәжбүр булған сабыйҙар һаны кәмемәй, киреһенсә, арта ғына? Ғаиләлә сит милләт вәкиленә йәки малайҙарҙа ҡыҙҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләнмәүен нисек аңлатырға? Эшсән ата-әсә ғаиләһендә ниңә ҡайһы бер балалар йүнһеҙ, ялҡау булып үҫә? Ғаиләлә өлкәндәр менән балалар араһында йыш ҡына аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа, үҫмерҙәр наркомания, алкоголь менән мауыға, йәмәғәт тәртибен боҙа, енәйәтселек ҡыла... Ни өсөн? Ғәйепте урамдан да эҙләнек, мәктәпкә, ғаиләгә лә һылтап ҡараныҡ. Беҙгә, бәлки, үткәндәргә боролоп ҡарарға, йәмәғәт активистарының, аҡыллы шәхестәребеҙҙең тәрбиә эшендәге тарихи иҫтәлек булып һаҡланған уңыштары менән ҡайтанан танышырға, уларҙың тәжрибәһен өйрәнергә кәрәктер?
Бәлки, халыҡ педагогикаһы, ғаиләлә олатай-өләсәй тәрбиәһе менән ҡабаттан танышыу һәм уларҙы тормошта даими ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирер. Нисек кенә булмаһын, һәр дәүерҙә балалар өлкәндәрҙең иғтибарына, ярҙамына, уларҙың ҡайғыртыуына мохтаж. Аҡылыбыҙҙы, аңыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө бергә берләштергән саҡта ғына йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләү мәсьәләһен хәл итә алырбыҙ.
Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, уҡытыусы − уҡыусы – ата-әсә сылбырын берләштереп, өҙмәй, йомоҡ сылбырға әйләндереп, киләсәктең алмашсыларын тәрбиәләйек.
Дилара ӘҘЕҺӘМОВА,
Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы.
Баймаҡ районы.