«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Күңелдәрҙә телгә һөйөү урғылғанда



13.01.2012 Күңелдәрҙә телгә һөйөү урғылғанда

Күңелдәрҙә телгә һөйөү урғылғанда
ҡышҡы каникул ваҡытында Өфө ҡалаһында уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы үтте. Унда республика мәктәптәренән һәм Ырымбур, Силәбе, ҡурған өлкәләренән 300-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйылғы олимпиада башҡорт мәктәптәре һәм башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе мәктәп уҡыусылары араһында ғына уҙғарылды. Ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе һәм гимназия-лицей уҡыусылары араһында олимпиада айырым ойоштороласаҡ.
Уҡыусыларҙы, ғәҙәттәгесә, өс һынау төрө көтә ине: иншалар конкурсы, викторина һәм сәсәнлек бәйгеһе. Ныҡлы әҙерлек менән килгәнлектән, уларҙың барыһы ла был һынау төрҙәрен уңышлы үтте. Жюри ағзаларына улар араһынан «иң-иң»дәрен һайлап алыуы ла еңел булмағандыр. Еңеүселәр 9-сы, 10-сы, 11-се синыф уҡыусылары араһында билдәләнде. Һәр синыфтан өсәр уҡыусы − өсөнсө, икешәр уҡыу­сы икенсе урынға лайыҡ булды һәм берәр еңеүсе билдәләнде. Еңеүсе­ләргә дипломдар һәм «Планета» китап магазинының сертификаттары тапшырылды. Бынан тыш, бик күп уҡыусы Маҡ­тау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән мәктәптәрҙән Шишмә районы Шишмә ҡасабаһының 4-се мәктәбенән 9-сы синыф уҡыусыһы Гөлүсә Ғимранова, Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылынан Алһыу Абдуллина, ҡыр­мыҫҡалы районы Иҫке Муса мәктәбенән 11-се синыф уҡыу­сыһы Диана Ғөзәйерова башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың быйылғы еңеүселәре тип табылды.
Күңелдәрҙә телгә һөйөү урғылғанда
Башҡорт мәктәптәре араһында 1-се урынды Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Фирүзә Вахитова, Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының 10-сы синыф уҡыусыһы Азат Камалов һәм Йылайыр райо­ны Һабыр урта мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Таңсулпан Атанғолова менән Мәсетле районының Йонос урта мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Альбина Шараева алды.
Уҡыусыларға килгәндә, улар олимпиадаға бик етди ҡарай, шуға күрә унда ниндәйҙер урын алыу – оло еңеү ул.
– Өс йыл рәттән олимпиадала беренсе урынды яулап киләм. Быйылғы еңеүемә алдан ныҡлы нигеҙ һалынды тип иҫәпләйем. Сөнки йыл һайын әҙерләнеү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Миңә айырыуса сәсәнлек бәйгеһе оҡшай. Ул үҙеңдең тел байлығыңды, телмәреңдең үҫешен күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Иншаны «Мостай Кәримдең трагедияларында трагик һәм героик образдарҙың бирелеше» тигән темаға яҙҙым, – ти Йылайыр ҡыҙы Таңсулпан.
Еңеүселәр араһында күрше өлкәләрҙән дә уҡыусылар бар.
Күңелдәрҙә телгә һөйөү урғылғанда
– Мин Ырымбур өлкәһе ҡыҙыл Гвардия районының Тәңес ауылынан – Мөхәмәтша Буранғо­ловтың тыуған ауылынан. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала беренсе тапҡыр ҡатнашам. Ул бик тә оҡшаны, береһенән-береһе яҡшыраҡ уҡыған тиҫтерҙәрең менән ярышыуы бик күңелле, күп дуҫ таптым. Мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға килергә йыйынам, – ти тик «бишле»гә генә өлгәшеүсе Вадим. Шәп егет, уның һөйләшеүенән, үҙен бик ышаныслы тотоуынан киләсәктә маҡсатына ирешәсәгенә тамсы ла шик ҡалмай.
– Олимпиадаға бик төплө әҙерләндек, 5-се синыф дәреслегенән башлап барыһын да ҡабатлап сыҡтыҡ. Район олимпиадаһында еңеү яулағас, бик ҡыуанғайным. Республика кимәлендә тәүге тапҡыр ҡатнашыуыма ҡарамаҫтан, шундай уңыш йылмайҙы. Бик шатмын, әлбиттә. Ғөмүмән, олимпиада бик шәп үтте. Киләһе йылда унда тағы ҡатнашасаҡмын.
«Йәшлек» гәзите лә йыл һайын олимпиадала ҡатна­шыу­сыларға үҙенең махсус бүләген әҙерләй. Быйыл гәзитебеҙҙең бүләген Ишембай райо­нының Ибраһим Ғиз­зәтуллин исемендәге Түбәнге Әрмет мәктәбенән 11-се синыф уҡыусыһы Ләйсән Ширғәлиева, Күмертау ҡа­лаһынан Республика политехник лицей-интернаты уҡыусыһы Әлиә Иҫәнғолова һәм Белорет ҡалаһының 20-се урта мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Илдар Ғимрановтарға тапшыр­ҙыҡ. Киләсәктә улар беҙҙең әүҙем уҡыусыларыбыҙ булыр тип ышанабыҙ.
Ғөмүмән, олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа ҙур дәрт һәм илһам алып ҡайта был саранан.
– Йыл һайын ғинуарҙа Өфө телһөйәрҙәрҙе үҙенә йыя. Өс көн буйы бара бәйге. Телдең рухын, бәҫен күтәреүгә ниндәй ҙур этәргес ошо сара. Олимпиадала уҡыусыларыбыҙ ярышып ҡына ҡалмай, йәмғиәттә үҙҙәрен тоторға, тиҫтерҙәре менән аралашырға, үҙҙәренең белемен практикала ҡулланырға өйрәнә.
Былтыр олимпиада Ғәлимов Сәләмдең ижадына бағышлан­ғайны, быйыл Башҡортостан­дың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейына арналды. Һөҙөмтәлә ике әҙиптең әҫәрҙәрен, тормошон, ижадын күпме бала үҙләштерҙе! Олимпиада быйыл да бик юғары кимәлдә үтте, үҙенең маҡсатына өлгәште. Уны ойоштороусылар­ға, беҙҙе матур итеп ҡабул иткән Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтлебеҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Кузбаева.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Игорь КИНЯПИН фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға