«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Автобус та, компьютер ҙа етә



26.11.2011 Автобус та, компьютер ҙа етә

«Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу барышында беҙҙең республикала башҡарылған эштәр мөһим һәм бихисап. Бөгөн был проекттың һөҙөмтәләрен барларға ла була. Ошо уңай­ҙан «Башинформ» агентлығында БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов журналистар менән осрашты.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы Рәсәйҙә иң ҡеүәтле һәм эреләрҙән иҫәпләнә. Беҙҙә 4 меңдән ашыу мәғариф учреждениеһы бар. Республикала дөйөм белем биреү системаһын модернизациялау өсөн комплекслы саралар ҡаралған. Бөтәбеҙ ҙә күреп торабыҙ − мәктәптәр автобустар менән тәьмин ителә, ошо аҙнала ғына республиканың 15 мәктәбенә заманса йыһазландырыл­ған, уҡыусылар өсөн бөтә уңайлыҡтары булған транспорт саралары тапшырылды. Дөйөм алғанда, быйыл ғына мәғариф өлкәһен модернизациялау өсөн федераль һәм урындағы бюджеттан 823,21 миллион һум аҡса бүленде. Был аҡса уҡыу-лаборатория, компьютер, спорт ҡорамалдары алыу, мәктәп ашханаларын йыһазландырыу, медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн тотонола. Мәктәптә эшләүселәрҙең эш хаҡын арттырыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Дөйөм белем биреүҙең төбәк системаларын модернизациялау программаларын тормошҡа ашырыу РФ Хөкүмәте Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Владимир Путиндың инициативаһы менән башланғайны.
Әлбиттә, мәғариф өлкәһендә проблемалар ҙа бар. Был тармаҡты ҡулайлаштырыу барышында эшһеҙ ҡалған уҡытыусылар, ябылған мәктәптәр генә түгел, башҡа мәсьәләләр ҙә етерлек. Илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләгән мәғариф өлкәһен бөгөн дә заманға яраҡлаштырыу, камиллаштырыу дауам итә. Билдәләнгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн башҡараһы эштәр күп.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға