«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Практика йомғаҡтары барыһын да ҡыуандырҙы



22.11.2011 Практика йомғаҡтары барыһын да ҡыуандырҙы

Практика йомғаҡтары барыһын да ҡыуандырҙы
Яңыраҡ Башҡорт дәүләт аграр университетында студенттарҙың “Башаҡ” махсуслашҡан отрядының 2011 йылдың өсөнсө хеҙмәт семестрына йомғаҡ яһауға бағышланған тантаналы слет үтте. ҡатнашыусыларҙы тәбрикләргә БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, республиканың студенттар практика үткән ҙур предприятие лары етәкселәре һәм башҡа ҡунаҡтар килде.
Бөгөн махсуслашҡан студент отряды сафына 1500-ҙән ашыу студент ингән. Практика барышында улар социаль-күңел асыу объекттарын төҙөүҙә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге төрлө биналарҙы реконструкциялау, иген, йәшелсә үҫтереү һәм йыйыу эштәрен башҡара. Улар шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын диагностикалау, ремонтлау һәм тергеҙеү, хайуандарға ветеринар ярҙам күрһәтеү менән дә мәшғүл була. Студенттар республикала ғына түгел, ә Алтай, Краснодар крайҙарында, Адлерҙа, хатта ҡайһы берҙәре Германия, Дания, АҡШ кеүек сит илдәрҙә лә эшләп тәжрибә туплай.
Улар башҡарған эштәрҙең күләме лә ҙур: 77 900 гектарҙа иген сабылған, 132 445 баш мал һәм ҡош вакцинацияланған һәм тикшерелгән, 42 комбайн һәм 35 берәмек ауыл хужалығы техникаһы йыйыл­ған, 549 тонна элиталы орлоҡ әҙерләнгән, 1200 тоннанан ашыу картуф, сөгөлдөр, һуған йыйып алынып, һатыуға оҙатылған, 4500 метр кабель линияһы һуҙылған.
− Практиканың һәр бер көнө бик ҡыҙыҡлы һәм яҡшы үтте, – ти агрономия факультеты студенты, “Игенсе” отряды командиры Илнур Бәхтейәров. – 26 апрелдән 30 сентябргә тиклем унда эшләп, лекциялар ваҡытында алған белемебеҙҙе практикала ҡулландыҡ, иген, йәшелсә үҫтерҙек. Тәжрибә туплау, йәшәү өсөн беҙгә шарттар булдырылды, эш хаҡы түләнде.
Бар йөкмәтелгән эштәрҙе яҡшы һәм намыҫ менән башҡарған “Башаҡ” отряды студенттарын улар йәй дауамында эшләгән ойошмаларҙың етәкселәре бүләкләне. Алдынғылар Маҡтау ҡағыҙҙары, плазма телевизорҙары, спорт инвентарҙары һатып алыуға 5 мең һум аҡса һәм аҡсалата бүләктәр менән тәбрикләнде. ҡайһы бер етәкселәр, уларҙы эшкә көтөп ҡалыуҙарын белдереп, эш башлаған тәүге йылда торлаҡ сығымдарын яртылаш ҡапларға әҙер булыуҙары хаҡында әйтте.
− Республикала яҡшы иген үҫтерелгән һәм бик ябайҙарҙан булмаған йылда һеҙ эш менән танышып, тейешле тәжрибә алдығыҙ. Бөгөн һеҙҙе, буласаҡ белгестәрҙе − агрономдарҙы, инженер­ҙарҙы, иҡтисадсыларҙы һәм башҡа белгестәрҙе республика предприятиелары көтә. Студенттар отрядының киләсәктәге эшмәкәрлеге ҙур тәжрибә мәктәбе булып ҡалһын. Һеҙгә уңыштар, уҡыуығыҙҙы юғары баһаларға тамамлауығыҙҙы теләйем, − тине ҡотлау һүҙендә БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко.
“Башаҡ” студенттарҙың махсуслашҡан отрядының слеты күптәр өсөн ысын мәғәнәһендә байрам булды. Үҙҙәренең эшенә яҡшы баһа алып, маҡтау һүҙҙәре ишетеү – уларға тағы ла нығыраҡ тырышып белем алырға әйҙәүсе көс.

Самат ҡОТЛОЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға