«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Фәндә әйтер һүҙҙәре бар



15.11.2011 Фәндә әйтер һүҙҙәре бар

Уралия Ғәбиҙуллина һәм Гөлназ Фазылова һыу таҙартыуҙың яңы ысулы өҫтөндә эшләй
Фәндә әйтер һүҙҙәре бар
Студент тормошо үҙеңде төрлө яҡлап һынау өсөн бик күп мөмкинлектәр аса. Кемдер уҡыуҙа алдынғылыҡ яулаһа, икенсе берәү ойоштороусы лидер һәләтен аса, өсөнсөһө спорт буйынса һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеп, уҡыу йортоноң данын күтәрә, ә дүртенсеһе фән өлкәһен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Фән тигәндә, тәбиғәттең, кеше эшмәкәрлегенең асылмаған серҙәре бик аҙ ҡалғандыр һымаҡ тойолһа ла, әле асыҡланмаған күренештәр байтаҡ. Ғалимдарҙы, фән менән шөғөлләнеүсе йәштәрҙе алда яңы асыштар көтә. Тик тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе нигеҙендә килтереп сығарылған асыштары бойомға ғына ашырылһын.
Таныштырасаҡ геройҙарым − БДУ-ның химия факультеты студенттары. Уралия Ғәбиҙуллина − 5-се курс студенты, РФ Президенты стипендианты, Гөлназ Фазылова икенсе йыл аспирантурала уҡый, быйыл БР Президенты стипендияһына лайыҡ булған.
Уларҙы йәш ғалимдар тип әйтергә була. Сөнки ҡыҙҙар үҙ өлкәләрендә ярайһы уҡ хеҙмәт итеп өлгөргән. Бөгөн бик актуаль булған йүнәлештә эшләй улар − ҡулланылғандан һуң ағып сыҡҡан һыуҙы таҙартыуҙың яңы ысулын тәҡдим итәләр. Әлеге мәлдә һыу таҙартыу ҡорамалдарында активлаштырылған күмер ҡулланыла. Был күмер онтаҡ рәүешендә һәм шуға ла һыуҙа ваҡ ҡына күмер бөртөктәре ҡалмаһын өсөн, бер нисә тапҡыр фильтр аша үткәрергә кәрәк. Ә Гөлназ менән Уралия яңы сорбент (бөтә зарарлы матдәләрҙе, ауыр металдарҙы үҙенә йыйыусы матдә) − әүҙемләшкән углерод туҡыма тәҡдим итә. Уның, күмер менән сағыштырғанда, өҫтөнлөктәре байтаҡ − һыуҙы бер тапҡыр ғына таҙартыу ҙа етә, арзаныраҡҡа ла төшә. Регенерациянан һуң (үҙенә йыйған насар матдәләр­ҙән таҙартҡандан һуң) һыуҙы йәнә таҙартырға һәләтле, ә күмер онтағын яңынан ҡулланып булмай, уны, ғәҙәттә, күмеп ҡуялар. Бик ҡулайлы ла, арзан да ысул һымаҡ күренгәс, ҡыҙҙарҙан: «Ә быны практикаға индереп буламы?» − тип тә һораным. «Беҙҙә был бик ауыр мәсьәлә шул, сөнки элекке юл менән эшләргә күнегелгән, ниндәйҙер яңылыҡты индерергә ашығып бармайҙар. Бөтә өлкәлә лә тип әйтерлек шул уҡ хәл», − тип ҡуйҙы ҡыҙҙар.
Уралия ла, Гөлназ да – Саҡмағош райо­нының Саҡмағош ауылы ҡыҙҙары. Икеһе лә мәктәптә тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән. Гөлназ спорт менән дә бик дуҫ, саңғы, баскетбол ярыштарында ҡатнашып, урындар яулаған, бейеү түңәрәгендә лә шөғөлләнгән. Әле лә, ауылына ҡайт­һа, саңғыһын кейеп, урманға сығып китә. Бәйләм бәйләү, сигеү ҙә – яратҡан шөғөлө. Ә химия фәнен һайлауы менән уҡытыусыһы Наил Нәзиф улы Сабировҡа бурыслы. Үҙ предметына булған һөйөүен уҡыу­сыларына ла һеңдерә алған ул.
Фәндә әйтер һүҙҙәре бар
Уралия бәләкәй сағынан кем генә булыр­ға хыялланып бөтмәгән − уҡытыусы ла, юрист та, табип та. ҡыҫҡаһы, бөтә һө­нәр­ҙәрҙе барлап сыҡҡан тиһәң дә була, әллә күпме түңәрәккә лә йөрөгән. Төрлө фәндәр­ҙән район һәм республика олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Ә 8-се синыфта химия дәресе инә башлағас, химик булырға ҡарар итә. Уҡы­тыусыһы Лилиә Мөхәммәт ҡыҙы Дәүләто­ваға шул тиклем үҙ фәнен яҡшы өйрәтә алғаны, уға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғаны өсөн бик рәхмәтле. Шулай уҡ ата-әсәһенә лә рәхмәте ҙур Уралияның. «Күп кенә ата-әсәләр, эшләп йөрөүҙәренә, ваҡыттары юҡлығына һылтанып, балаларына иғтибарҙы аҙ бүлә, уларҙы үҫтереүҙе ҡайғыртмай. Шуға ла бала ҡайһылыр яҡлап үҫмәй ҡала, ҡыҙыҡһыныусанлығын юғалта, нимәгәлер ынтылыуҙан туҡтап ҡалыуы бар. Ә мин был яҡтан бик бәхетлемен», − тип йылмая ҡыҙ. Университетҡа уҡырға ингәс тә, беренсе курстан уҡ лабораторияға килеп яҙыла (студенттар лабораторияға 4-се курста ғына беркетелә), фән менән ҡыҙыҡһынып, эш башлай.
ҡыҙҙарҙың Маҡтау ҡағыҙҙарын һанап та бөтөрлөк түгел. Әллә күпме халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика конференцияһында, конкурста, симпозиумда ҡатнашҡандар. Новосибирск, Томск, Краснодар ҡалаларында доклад менән сығыш яһағандар. «Беҙ өйрәнгән тема бик актуаль, шуға ла конференцияларҙа хатта ауыҙ асып тыңлай­ҙар. Үҙебеҙ ҙә күп яңы нәмә белеп, төрлө йүнәлештә белем туплап, фекер алышып ҡайтабыҙ», − ти Уралия менән Гөлназ.
Эштәренең тейешенсә баһаланыуы − ҡыуаныслы күренеш. Һыу − йәшәү сығанағы, уның таҙа булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. ҡыҙҙарҙың проекттары яҡын арала сәнәғәт предприятиеларында ҡулланы­лыш­ҡа ла инер, ҡағыҙҙа ғына ятып ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға