«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Уҡыу йылын тулы әҙерлек менән



04.09.2010 Уҡыу йылын тулы әҙерлек менән

Уҡыу йылын тулы әҙерлек менәнМәктәптәрҙә уҡыуҙар башланды. Яңы уҡыу йылында баш ҡала уҡыусыларын нимәләр көтә? Белем усаҡтары уҡыусыларҙы ниндәй әҙерлек менән ҡаршылай? Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов журналистар менән осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләне.
Баш ҡаланың белем биреү учреждениелары һәр йәһәттән дә республика мәктәптәренә өлгө булып тора. Быйылғы уҡыу йылын да улар тулы әҙерлек менән ҡаршы алды. Баш ҡаланың 106 мәктәбендә капиталь ремонт үткәрелгән. Мәғариф учреждениелары биләмәһен төҙөкләндереүгә, янғын хәүефһеҙлеге системаһын көйләүгә ҙур иғтибар бирелә. 24 ҡала мәктәбенең ашханаһында ла төҙөкләндереү эштәре башҡарылып, уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү өсөн иң яңы ҡорамалдар һатып алынған. Мәктәптәрҙе заманса мәғлүмәт технологиялары менән байытыу йәһәтенән дә ҙур эштәр башҡарыла. 72 белем биреү учреждениеһында 1С программаһы буйынса система индерелгән.
Баш ҡалала балалар һаны ни тиклем генә күп булмаһын, ике сменалы мәктәптәр һаны ла йылдан-йыл кәмей бара. Әлеге ваҡытта белем усаҡтарының 20 процентында ғына тиерлек уҡыусылар ике сменала белем ала. Быға әленән-әле сафҡа индерелеүсе яңы мәктәптәр ҙә булышлыҡ итә. Октябрҙә иһә Сипайлово биҫтәһендә 825 урынлыҡ өр-яңы мәктәптең асылыуы көтөлә.
Уҡыусыларҙы туҡландырыу, сәләмәтлеген нығытыу, йәйге ялын ойоштороу кеүек мәсьә­ләләр ҙә күтәрелде осрашыуҙа. Баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Биктимер улы әйтеүенсә, баш ҡаланың күп мәктәптәре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҡеүәтле медицина үҙәктәренә эйә. Уларҙа уҡыусылар йыл әйләнәһенә һаулығын нығыта, беренсе медицина ярҙамы ала.
Дөйөм мәғариф системаһында барған үҙгәрештәр баш ҡала мәктәптәрендә лә сағылыш таба. Яңы уҡыу йылынан баш ҡаланың 59 белем биреү учреждениеһы автономиялы режимда эшләйәсәк. Уларҙың 54-е – мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, шулай уҡ Совет районының 44-се дөйөм белем биреү мәктәбе лә был исемлеккә инә. Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы етәксеһе Азамат Сәйфуллин әйтеүенсә, автономиялы белем биреү учреждениеларының ыңғай яҡтары күп. Бюджеттан финансланыуға ҡарамаҫтан, улар сығымдарҙы ҡайҙа йүнәлтергә үҙ аллы хәл итә, шул уҡ ваҡытта өҫтәмә белем биреү хеҙмәте күрһәтеп, уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыу, уҡытыусылар­ҙың эш хаҡын күтәреү мөмкинлегенә лә эйә.
Әлеге көндә баш ҡалала 228 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы булыуына ҡарамаҫтан, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы балалар баҡсаларына урынлаштырыу мәсьә­ләһе лә әлегәсә иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Балалар баҡсалары етешмәй. Кескәйҙәрҙең 69,4 проценты ғына балалар баҡсаһына йөрөй. Был мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө йүнәлештәре ҡарала. Беренсенән, 90-сы йылдар башында икенсе маҡсатта файҙаланыла башлаған балалар баҡсаларын кире ҡайтарыу буйынса эш алып барыла, яңы баҡсалар төҙөлә.
– Һуңғы биш йыл эсендә 30 балалар баҡсаһын ҡалаға ҡайтарыуға өлгәштек, – ти Сынтимер Биктимер улы. – Йәй башында ғына Киров районында 50-се балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Әле ҡариҙел, Дим – 8 микрорайондарында яңы тәрбиә усаҡтары төҙөлә.
Ата-әсәләрҙең теләген иҫәпкә алып, һуңғы йылдарҙа ҡыҫҡартылған көн тәртибендә эшләүсе балалар баҡсаларының һаны күбәйтелә. Әлеге ваҡытта уларҙың һаны 45-кә етте. Шулай уҡ ғаилә төркөмдәре лә асыла. Сынтимер Биктимер улы әйткән һөйөнөслө яңылыҡтарҙың береһе – теге йәки был сәбәп буйынса балаһын балалар баҡсаһына урынлаштыра алмаған ата-әсәләргә 3000 һум күләмендә компенсация түләнәсәк. Был 1,5 – 3 йәшлек балаларға ғына ҡағыла, сөнки балалар баҡсаларында тап ошо кескәйҙәр төркөмдәре етешмәй.
Бына шулай. ҡала хакимиәте хәстәрлеге менән баш ҡала мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында йәш өфөләргә йәшәү, белем һәм тәрбиә алыу, сәләмәтлеген нығытыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған, уҡыусыларға иһә, тырышып уҡырға ғына ҡала.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға