«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » “Яҡшы уҡытыусы – ул бер үк ваҡытта педагог та, психолог та, артист та…»



04.10.2011 “Яҡшы уҡытыусы – ул бер үк ваҡытта педагог та, психолог та, артист та…»

“Яҡшы уҡытыусы – ул бер үк ваҡытта педагог та, психолог та, артист та…»
Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән сағынан уҡ Илгиз Мусин тел, милләт киләсәге өсөн янып-көйә ине. Егеттең үҙ киләсәген нәҡ уҡытыусылыҡҡа бағышларына шик юҡ ине. Әле ул Октябрьский ҡалаһының 4-се башҡорт һәм 2-се гимназияларында башҡорт теленән уҡыта.
Үҙ һөнәре тураһында йәш белгес ғорурлыҡ менән:
− Мин – Уҡытыусы! Был минең йәшәү рәүешем. Бала килеш кенә күңелемдә: “Уҡытыусы булам!” − тигән уй ярал­ғанда ла, оло талпыныу менән был хыялыма ашҡынғанда ла, ошо һөнәрҙең ҙур яуаплылыҡ, оло сабырлыҡ талап иткәнен аңлап етмәгәнмен. Парта артында һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та төбәлгән балаларға ҡарап, уйланам. Был сабыйҙар ниндәй шәхес булып үҫер?
Ошо һөнәрҙе һайлағас ҡына эшмәкәрлегемдең телем яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын аңланым. Уҡыусыларым киләсәктә үҙ урынын табып, илебеҙгә тоғро хеҙмәт итһен ине, тигән теләк менән көн дә яратҡан эшемә ашығам. Үҙ көнөмә генә түгел, халҡым киләсәгенә лә яуап­лымын, − ти.
Илгиз уҡытыусылар династияһын дауам итә. Салауат райо­нының Лағыр ауылында йәшәүсе атаһы Ғилман Ғарифулла улы география, һыҙма, хеҙмәт дәрестәренән уҡытһа, әсәһе Фәрбизә Рәсүл ҡыҙы башланғыс синыф балаларын белем донъяһына әйҙәй. Шулай уҡ апаһы Ләйсән менән һеңлеһе Наилә лә педагог һөнәрен үҙ иткән.
“Ата-әсәйем туған телебеҙгә ҡарата һөйөү, милләткә ихтирам уятты. Һәр эштең мәғәнәһен белеп, урын-еренә еткереп эшләргә өйрәтте. Уларҙың ныҡышмалылыҡ, сабырлыҡ кеүек сифаттары беҙгә тормоштоң ауыр мәлдәрендә бик ныҡ ярҙам итә. Бөгөн атайым Лағыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Әсәйем “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты конкурсында 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды, район күләмендә уҙған “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурсың еңеүсеһе”, – ти йәш белгес.
Гимназияла төрлө милләт балалары уҡый. Уларҙы башҡорт теленә ылыҡтырыуҙың ауыр булыуын да йәшермәне.
— Яйлап-яйлап телдең матурлығын, байлығын асып, уҡыу­сының мөнәсәбәтен үҙгәртергә тырышам. Яҡшы уҡытыусы – ул бер үк ваҡытта педагог та, психолог та, артист та. Уның роле белем биреүсе генә түгел, ә тормош ҡуйған мөһим һорауҙарға яуап тоторға ярҙам итеүсе остаз булыуы ла мөһим.
Йәш уҡытыусыны һынап ҡарар өсөн юрый һүҙҙе эш хаҡы мәсьәләһенә борҙоҡ. Илгиз, икеләнмәйенсә лә:
− Һәр беребеҙ, күп аҡса кәрәк, тип һөнәр алмаштыра башлаһа, белем усаҡтары кем ҡулында ҡалыр? Тырышҡанда йүнен табырға мөмкин ул. ҡул ҡаушарып, зарланып ултырмаҫҡа кәрәк, − тине.
Йәш уҡытыусыға гел уңыш йылмайһын. Ауырлыҡтар алдында баҙамай, һәр саҡ тик алға атлаһын.

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға