«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » ҮҪЕШ ҺӘМ ЫНТЫЛЫШ ЮЛЫНДА



04.09.2010 ҮҪЕШ ҺӘМ ЫНТЫЛЫШ ЮЛЫНДА

Яңы уҡыу йылы башланды. Уны урындарҙа нисек ҡаршы алдылар? Ғафури районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Шамил Насибулла улы ХӘБИБУЛЛИНҒА бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Районда мәғариф системаһы, торошо бөгөн ниндәй үҙгәрештәр кисерә?
– Һүҙемде изге, хәйерле хәбәр­ҙән башлағым килә. ҡасандыр беҙҙең Ғафури районын, юлһыҙ, «зәңгәр яғыулыҡ»һыҙ, артта ҡалған төбәк, тип әйтә килделәр. Емерек мәктәптәре менән дә ғафуриҙар «данлыҡлы» инде, тип тә көлдөләр. Ысынлап та, был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ та бар ине. Тик бөгөн хәл бөтөнләй башҡаса. Заман менән беҙ ҙә бергә, тиң атлайбыҙ. 2000 йылда емерек мәктәптәр һаны дөйөм һандың 55 процентын тәшкил итә ине. Тимәк, һәр икенсе мәктәп авария хәлендә, тигән һүҙ. Бөгөн, матди-техник база нығытылды, авария хәлендәге бер генә мәктәбебеҙ ҙә юҡ, тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. Ун йыл эсендә туғыҙ белем биреү учреждениеһы төҙөлдө, 10 мәктәптә капиталь төҙөкләндереү үткәрелде.
Райондың мәғариф системаһы һәр ваҡытта ла белем биреү сифатын күтәреү, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең мәғарифҡа булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү буйынса эшләй. Райондағы бөгөнгө демографик хәл, мәғариф системаһын йән иҫәбенә ҡарап финанслауҙы индереү, ошоға бәйле хеҙмәткә түләүҙең яңы системаһы барлыҡҡа килеүе структур үҙгәрештәргә килтерҙе.
Үҙгәрештәрҙән һуң бөгөн районда 23 урта дөйөм белем биреү, шул иҫәптән бер гимназия-интернат, туғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбе ҡалды. 26 мәғариф учреждение­һының структур бүлексәләре – башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, мәктәпкәсә йәштәге төркөм, мәктәпкәсә белем биреү төркөмө, мәктәпкә әҙерләү маҡсатында балалар­ҙың мәктәптә ҡыҫҡа ваҡытлы булыуы төркөмдәре, биш башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһы, дүрт мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы эшләп килә. Шулай уҡ өс өҫтәмә белем биреү учреждениеһы – балалар ижады үҙәге, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, муниципаль уҡыу комбинаты бар. 1 сентябрҙән ҡормантау урта мәктәбе – төп белем биреү мәктәбе (70 бала), Ташбүкән төп дөйөм белем биреү мәктәбе башланғыс мәктәп (23 бала) итеп үҙгәртелде.
Шулай уҡ белем һәм тәрбиә биреүгә тейешле шарттар булмау сәбәпле, Еҙем-ҡаран һәм Родина мәктәптәре ҡарамағындағы Яҡ­тыкүл һәм Заречный башланғыс мәктәптәре бөтөрөлә. Балаларҙы был ауылдарҙан автобус менән йөрөтөп уҡытыу ойоштороласаҡ.
– Уҡырға барыусы балалар һаны ла кәмейҙер...
– 2009 – 2010 уҡыу йылы башында 4864 бала дөйөм белем алыуға йәлеп ителгәйне. Уҡыу йылы аҙағына уларҙың һаны 4830-ға тороп ҡалды. Йәғни уҡыу йылы барышында 34 бала бүтән ҡала-райондарға күсеп китте. Район буйынса һәр клас­ҡа уртаса 12,3 бала (уртаса республика күрһәткесе – 16 уҡыу­сы), һәр уҡытыусыға уртаса 7,5 уҡыу­сы ( республика буйынса 10 уҡыу­сы) тура килә. 2010 – 2015 йылдарға күҙаллауҙар буйынса район мәктәптәрендә балалар һанының кәмеүе күҙәтелә. Быйыл 1 сентябргә 4831 бала уҡыр­ға киләсәк. 2014 – 2015 уҡыу йылына иһә уҡыусылар һаны 4774-кә тиклем кәмейәсәк. Беҙҙә лә, ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, демографик хәлде, дөйөм республикала, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, яҡшы тип әйтеп булмай.
– Ни генә тимәйек, мәғарифҡа дәүләт тарафынан да, урындарҙа ла иғтибар ныҡ бирелә. Шулай бит?
– Мәғарифҡа иғтибар биреү – ул киләсәкте хәстәрләү, тигән һүҙ. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты, мәҫәлән. Ул мәғариф учреждениеларын, уҡытыусыларҙы инновацион эшмәкәрлектәре өсөн дәртләндереү булып тора. Проект булдырылғандан алып дүрт мәғариф учреждениеһы 1 миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәште. Был – мәктәптәр өсөн матди йәһәттән дә, рухи һәм интеллектуаль йәһәттән дә әйтеп бөткөһөҙ ярҙам.
Шулай уҡ 23 уҡытыусы 100 мең һумлыҡ дәртләндереү премиялары алды. Башҡортостан Республикаһы буйынса булдырылған милли проект сиктәрендә ике уҡытыусы – 30 мең һумлыҡ, бер уҡытыусы республика бюджетынан булдырылған 50 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды. Федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә мәғариф учреждениеларына 22 кабинет, 7 мультимедиа комплекты йыһаздары һәм 11 интерактив аппарат-программа комплексы ҡайтарылды. Уҡыусыларҙы мәктәпкә йөрөтөү өсөн 12 мәғариф учреждениеһы автобустар менән тәьмин ителде. «Ауыл мәктәбе автобусы» программаһы буйынса былтыр биш автобус алынды. Ошо һандар араһында ни тиклем иғтибарлылыҡ, йылылыҡ ята түгелме һуң?
Бөгөн мәктәптәрҙе заманса техникаһыҙ, элемтә бәйләнешенән тыш күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, 39 мәғариф учреждениеһы интернет селтәренә тоташтырылды һәм бөгөнгө көндә уҡытыу-тәрбиә процесында интернет ҡулланыла.
Район хакимиәте лә мәғариф системаһына ҙур ярҙам күрһәтә. Ул, милли проектҡа ҡушылып, төрлө номинациялар буйынса үҙ грантын булдырҙы. «Иң һәйбәт мәғариф учреждениеһы» номинацияһында өс мәктәп – 100 мең һум, «Иң һәйбәт мәктәпкәсә мәғариф учреждение­һы» номинацияһында ике балалар баҡсаһы 10 мең һум премия менән бүләкләнде.
Шулай уҡ «Иң һәйбәт етәксе» тип бер етәксе – 10 мең һум, 20 уҡытыу­сы, «Иң һәйбәт педагог» номинацияһында билдәләнеп, 10 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. «Йыл уҡытыусыһы» (ете уҡытыусыға 5-әр мең һум), «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» (ете уҡытыу­сыға 5-әр мең һум) конкурстарында еңеүселәргә лә аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
– Мәктәптәр Белем көнөн нисек ҡаршы алды? Яңы күлдәк, яңы яулыҡтамы?
– Мәктәптәрҙә косметик ремонт уҙғарыуға 1 миллион һум аҡса бүленде. Әлбиттә, был бик аҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, барлыҡ мәктәптәрҙә лә косметик ремонт эшләнеп, улар бөгөн балаларҙы балҡып, байрамса кейенеп ҡаршы ала. Шулай уҡ быйыл Красноусолдағы 2-се мәктәптең тәҙрә блоктары пластикка алмаштырылды. Был маҡсатҡа 2,5 миллион һум аҡса тотонолдо. Мәндем мәктәбенең ҡыйығын ремонтлауға 58 мең һум аҡса йүнәлтелде. Уҫман башланғыс мәктәбенә капиталь ремонт үткәрелде.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларына килгәндә, Красноусолдағы «Әкиәт» балалар баҡсаһын капиталь ремонтлауға 1 миллион 648 мең һум аукцион иғлан ителде. Шулай уҡ «Тирәккәй» балалар баҡсаһын ремонтлау ҙа күҙ уңында тотола. Был балалар баҡсаһында канализация, һыу үткәргесте яңыртыу, ҡыйыҡҡа ремонт уҙғарыуға 303 мең һум аҡса бүленә. Шулай уҡ автоматик янғын сигнализацияһы урынлаштырыу өсөн 277 мең һум аҡса тотоноу ҡаралған.
– Йылытыу миҙгеле башланыу менән янғын сығыу хәүефе лә арта...
– Янғын хәүефһеҙлеге мәсьә­ләһенә лә етди иғтибар бирелә. 2006 – 2010 йылдарға иҫәпләнгән янғын хәүефһеҙлеге буйынса район программаһына ярашлы, 14 мәктәпкә автоматик янғын сигнализацияһы ҡуйылды. Тағы ла туғыҙ балалар баҡсаһына ошондай уҡ ҡорамал ҡуйҙыртаһы бар. Дүрт мәғариф учреждениеһында автоматик янғын сигнализацияһы урынлаштырыу планлаштырылған. Ғөмүмән, барлыҡ мәғариф учреждениеларын автоматик янғын сигнализацияһы менән тәьмин итеү өсөн 4,5 миллион һум аҡса талап ителә. Июль айы башында МЧС линияһы буйынса өс мәктәп ябылғайны. ҡотлоғужа башланғыс мәктәбендә автоматик янғын системаһы һәм янғын тураһында хәбәр белдереү ҡорамалы монтажланды, төп етешһеҙлектәр бөтөрөлдө. Әле ҙур мәктәптәр­ҙән Табын урта мәктәбендә янғын сигнализацияһы системаһы юҡ. Был мәктәпте 2011 йылғы программаға индерәбеҙ.
Дөйөм алғанда, райондың мәғариф учреждениелары йылытыу миҙгеленә әҙер һәм, көн торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, биналар йылы, таҙа һәм яҡты буласаҡ.
– 2011 йылдың 1 ғинуарынан башланғыс белем биреүҙең яңы стандарты рәсми рәүештә үҙ көсөнә инәсәк. Был турала хәстәрлек күрә башлағанһығыҙҙыр?
– Эйе. Шулай уҡ 1 сентябрҙән башҡорт мәктәптәренең башланғыс класс уҡытыусылары 1-се класс уҡыусыларын яңы уҡытыу-методик комплекты буйынса уҡытасаҡ. Ошоға бәйле, июнь айында семинар уҙғарылды. Был семинарға дәреслек авторҙары Ф. Сын­булатова менән Т. Харисова, шулай уҡ Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыһы С. Пичугина саҡырылды.
Яңы стандарттарға күсеүгә бәйле мәсьәләләр директор һәм уларҙың урынбаҫарҙары кәңәшмәһендә лә тикшерелде. Яңы стандарттарға күсеү бөгөнгө көн талабы ине һәм был күсеү процесы уңышлы булһын өсөн барлыҡ кимәлдә лә планлы һәм ныҡышмалы эшләү талап ителә.
– Бер ни тиклем уҡыу-уҡытыу торошона ла туҡталып китәйек...
– Педагогтарҙың юғары һөнәри оҫталығы һөҙөмтәһендә уҡыу­сылар­ҙың өлгөрөш һәм белем сифаты күрһәткесе йылдан-йыл яҡшыра бара. Мәҫәлән, 2009 – 2010 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса өлгөрөш – 99,8 процент, белем сифаты 52,5 процент (былтыр 99,7 һәм 50 ине) булды. 2009 йылда мәктәпте тамамлаусыларҙың 50 проценты юғары һәм махсус урта белем биреү йорттарына уҡырға инде. Ә 2010 йылда был һан тағы ла күтәрелде – 61 процент.
Шулай итеп, дөйөм алғанда, районда мәғариф системаһы күп төрлө параметр буйынса юғары кимәлдә һәм етеҙ темпта тотороҡло үҫеш кисерә. Башҡортостан Республикаһы кимәлендә беҙҙең район мәктәпкәсә белем биреү буйынса – 29-сы, дөйөм мәғариф буйынса – 7-се, милли мәғариф буйынса – 6-сы, педагогик кадрҙар буйынса – 35-се, белем һәм тәрбиә биреү шарттары буйынса – 12-се, өҫтәмә белем һәм тәрбиә биреү буйынса 19-сы урынды биләй. Күренеүенсә, республикалағы 54 район араһында әллә ни артта һөйрәлмәйбеҙ. Әммә беҙҙең бар йәһәттән дә алға китергә мөмкинлегебеҙ бар һәм, дөйөм көс менән беҙ быны эшләргә тырышасаҡбыҙ.

Мөнир ҡУНАФИН әңгәмәләште.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға