«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Насар белем биргән вуздар ябыласаҡ



06.09.2011 Насар белем биргән вуздар ябыласаҡ

Ил Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Рәсәй Ректорҙар берлеге активистары менән осрашҡанда юғары уҡыу йорттарын модернизациялауға ентекләберәк тотонорға ҡушты. Уның фекеренсә, шул саҡта ғына уларҙың заманса талаптарға яуап биреүе мөмкин.
Тағы шуныһы: Премьер-министр, «университет», «академия» йәки «институт» тигән абруйлы исемде йөрөтөү ысынлап та заманса сифат һәм тулы белем менән тап килергә тейеш, тип белдерҙе. Ә насар белем биргән вуздарҙы, «дөйөм картинаны» боҙмаһын өсөн, мәғариф системаһынан бөтөнләй сығарырға ниәтләй­ҙәр. «Әгәр кеше теге йәки был юғары уҡыу йортон урап үтә, хатта бюджет урынына ла килергә теләмәй икән, был «ҡыңғырау» әлеге вуздың кәрәкме, юҡмы икәне тураһында етди уйланырға мәжбүр итә», − ти Путин.
Әлбиттә, Рәсәй вуздары студенттарының түбән кимәлдә белем алыуының сәбәптәре байтаҡ. Беренсенән, профилһеҙ факультеттар күбәйә бара һәм ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары, дәүләт нормативтарынан түбән булған коммерция урындарында уҡыу өсөн хаҡты төшөрөп, аҡса эшләп ҡалырға ынтыла. Хәҙер барлыҡ вуздарҙа ла рейтинг билдәләү өсөн эксперттар эшләүе күҙаллана. Модернизациялауға килгәндә, Рәсәйгә донъя кимәлендә танылыу яулаған ғалимдарҙы йәлеп итеү буйынса эш әүҙемләшә, инженер-техник кадрҙар әҙерләү өсөн финанслауҙы арттырыу буйынса пилот проекты булдырылған. Ул быйыл уҡ тиҫтә самаһы вузда эшләй башлаясаҡ.
Әйткәндәй, Путин студент ятаҡтарын төҙөкләндереүгә 2,5 миллиард һум аҡса бүлергә вәғәҙә итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға