«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » «Һәр нәмәгә системалы ҡараш кәрәк»



30.08.2011 «Һәр нәмәгә системалы ҡараш кәрәк»

Өфөнөң 155-се лицейы 2012 йылда үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Мәғлүмәт-технология йүнәлешенә өҫтөнлөк биргән мәктәпте яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов барып күрҙе. Ул уҡыу кластарын, медицина һауыҡтырыу үҙәген, тренажерҙар залын ҡарап сыҡты.
Президент менән әңгәмәлә лицей директоры Ирина Ибраһимова мәктәптә ике сменала 1316 кеше белем алыуы хаҡында һөйләне, унда һигеҙ йыл эшләп килгән медицина үҙәгенә иғтибар йүнәлтте. Фитобар, массаж кабинеты, спелеотерапия, дауалау гимнастикаһы – ошо һәм башҡа төрлө технологиялар, балаларҙы реабилитациялауға, профилактикалау һәм һауыҡтырыуға йүнәлтелгән. Рөстәм Хәмитов был хеҙмәттәрҙең ниндәй һорау менән файҙаланыуы һәм уларҙың һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынды.
Тренажерҙар залына ингәс, Рөстәм Хәмитов үҙәктең йыһазланышына иғтибар итте.
– Һәр баланың үҙенсәлектәрен күҙ уңында тоторға кәрәк, тренажерҙар урта звено уҡыусыһына ла, ун беренсе класс уҡыусыһына ла иҫәпләнгән булырға тейеш. Әгәр беҙ нимәлер эшләйбеҙ икән, быны сифатлы итеп башҡарырға тейешбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – һәр нәмәгә системалы ҡараш булырға тейеш.
Лицейҙа ҡулланылған электрон көндәлек системаһы Президентта айырым ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның ярҙамында ата-әсәләр теләгән ваҡытта балаларының нисек өлгәшеүе менән таныша ала. Мэр Павел Качкаев әйтеүенсә, декабргә улар баш ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә лә индереләсәк. Әммә электрон көндәлектәр арҡаһында ғәҙәтиҙәре бөтөрөлмәй.
Һәр мәктәп уҡыусыһының үҙенең электрон янсығы – белем биреү учреждениеһының түләү системаһы менән берләштерелгән пластик картаһы бар. Ата-әсәләр уны мәктәптәге махсус терминал аша ла, шулай уҡ «ҡала» («Город») системаһы аша ла тулыландыра ала. Уҡыусылар иһә, үҙ сиратында, карточкаһы менән мәктәптә 30 – 40 һумлыҡ иртәнге аш өсөн түләй. Ошо рәүешле балалар һәм педагогтар ҡулаҡса менән эш итеүҙән ҡотола.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға