«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Белемгә, ижадҡа, изгелеккә – Яңы стандарттар аша



27.08.2011 Белемгә, ижадҡа, изгелеккә – Яңы стандарттар аша

Былтыр республиканың 40-ҡа яҡын районында һәм ҡалаһында 240-лап 1-се класс башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарты буйынса уҡый башланы. Районыбыҙҙа алты мәктәп – ҡаланың дүрт мәктәбе һәм Темәс, Иҫке Сибай мәктәптәре эксперименталь рәүештә яңы стандартты үҙ елкәһендә “татып ҡараны”. Яңы уҡыу йылынан был стандарттар бөтә мәктәптәргә лә индереләсәк. Ул башҡаларынан нимәһе менән айырыла? Өҫтөнлөктәре ниҙә? Беҙҙең уҡыусылар, ата-әсәләр был яңылыҡты нисек ҡабул итә? Ғөмүмән, кәрәкме ул? Күптән түгел мәғариф бүлегендә “түңәрәк өҫтәл” артында ошо хаҡта һөйләшеү үтте. Унда мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, баш белгес Вәсилә Йортбәкова, методик кабинет мөдире Гөлшат Сирғәлина, башланғыс кластар буйынса методист Зифа Хәсәнова, дәреслектәр буйынса методист Миңһылыу Мостаева, 1-се мәктәп директоры Илгиз Байымов, Темәс мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Сәлимә Ишбулатова, 4-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлшат Иҫәнбаева, мәктәпкәсә белем биреү буйынса методист Динара Йәнтүрина, 4-се мәктәптең беренсе класын тамамлаған уҡыусының әсәһе Сәриә Байморатова, балаһы 1-се класҡа барасаҡ Әлиә Рәхмәтуллина ҡатнашты.

– Дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарты нимәһе менән үҙенсәлекле?
Гөлшат СИРҒӘЛИНА:
– Беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙәге тормош етеҙ алмашына, шуға күрә мәғариф системаһы ла үҙгәрештәргә дусар. Ғалимдар, бөгөнгө уҡыусыларға киләсәктә әле беҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған һөнәрҙәр буйынса эшләргә тура киләсәк тип күҙаллай. Ни өсөн бөгөн “стандарт” һүҙе беҙҙе һиҫкәндерә, уны ишетеүгә барыһы ла уҡыу планын, яңы предметтарҙың исемдәрен эҙләй, сәғәт һандары менән ҡыҙыҡһына башлай? Дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарты – ул белем биреүҙең һөҙөмтәһенә ҡарата талаптар тураһында йәмғиәт, дәүләт һәм ғаиләнең үҙ-ара килешеүе. Бында мәктәпте үҫтереү программаһы, вариативлыҡ принцибы, баланың төрлө мөмкинлектәрен камиллаштырыу үҙәккә ҡуйыла.
– Уның бығаса ғәмәлдә булған стандарттарҙан айырмаһы нимәлә сағыла?
Вәсилә ЙОРТБӘКОВА:
– Мәктәптәрҙең бу­рыстары артты. Улар башланғыс баҫ­ҡыстар һуңында (1– 4-се кластар) уҡыусыны предметтар буйынса яҡшы өлгәше менән генә түгел, шәхси уңыштары менән дә тәьмин итергә бурыслы. Йәғни уҡыусы башланғыс мәктәпте тамамлағанда аралаша, төркөмдә эшләй, үҙ эшен күрһәтә белергә тейеш.
Бынан тыш, яңы стандарт уҡытыу шарттарына талаптарҙы ҡаты ҡуя. Мәҫәлән, мәктәптә йыһаз, уҡыу-методик комплекттар ғына түгел, электрон мәғлүмәт менән эшләү, тикшеренеү эшмәкәрлеге өсөн дә ҡорамалдар булыуы мотлаҡ.
Белем биреү программаһының структураһы ла стандарт менән нығытылған. Мәктәпкә яҡынса программа тәҡдим ителә һәм коллектив уның нигеҙендә төп белем биреү программаһын төҙөй. Уға ярашлы, баланың уҡыу барышы ғына түгел, бөтә тәрбиә эштәре, һаулыҡ һаҡлау программаһы, уҡыусылар менән алып барылған коррекцион эштәр ҙә күҙ уңында тотола. Шулай итеп, уҡыу сифатын күтәреү өсөн мәктәп бөтәһен дә эшләргә бурыслы.
Сәлимә ИШБУЛАТОВА:
– Мин дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарты буйынса бер йыл эшләнем. Әлеге ваҡытта икенсе класс өсөн план төҙөйөм. Төп белем биреү программаһын төҙөүҙә ата-әсәләр ҙә ҡатнаша аламы?
Вәсилә ЙОРТБӘКОВА:
– Эйе. Яңы стандарт буйынса төп белем биреү программаһының 20 проценты ата-әсәләр ҡатнашлығында формалаша. Шулай уҡ һәләтле һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн индивидуаль уҡыу пландары булдырыу рөхсәт ителә. Был, әлбиттә, ата-әсәләр менән берлектә эшләнә.
Илгиз БАЙЫМОВ:
– Беҙ бер йыл яңы стандарт буйынса белем алдыҡ. Әс­баптар менән ҡы­йынлыҡтар килеп тыуҙы. Дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарты буйынса уҡытҡанда иҫке дәреслектәрҙе ҡулланырға яраймы? Әгәр булмаһа, уҡыусылар 1 сентябргә яңы дәреслектәр менән тәьмин ителерме?
Миңһылыу МОСТАЕВА:
– Федераль исемлеккә индерелгән уҡыу-методик дәреслектәрҙе генә ҡулланырға мөмкин. БР Мәғариф ми­нистр­лығы яңылары менән тәьмин итә, учколлекторҙар улар­ҙы тарата башланы ла инде. Яңы уҡыу йылына тиклем беҙ өр-яңы китаптарға эйә булырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ.
– Яңы стандарт индерелеүгә бәйле, дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу ни яғы менән айырыла?
Илгиз БАЙЫМОВ:
– Яңы стандарт баланың дәрестәге һәм дәрестән тыш эшмәкәрлеген һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ уңында тота һәм уларҙың сиратлап килеүе ата-әсәләр менән килешеп эшләнә. Дәрестән тыш саралар уҡыу­сының шәхси үҫеш йүнәлештәренә ҡарап ойошторола (спорт-һауыҡтырыу, рухи-әхлаҡи, социаль, дөйөм интеллектуаль, мәҙәни һ.б.), шулай уҡ дәресен әҙерләтеү, индивидуаль күнекмәләр, консультациялар ошо төргә ҡарай.
Гөлшат ИҪӘНБАЕВА:
– Былтыр мин дә был экспериментта ҡатнаштым. Стандарттың өҫтөнлөгөн дәрестән тыш саралар сәғәттәренең индерелеүендә күрәм. Тик уларҙың йөкмәткеһе кем тарафынан билдәләнә?
Гөлшат СИРҒӘЛИНА:
– Яңы стандарт шарттарына ярашлы, белем биреү программаһы мотлаҡ уҡытылырға тейешле өлөштән һәм белем биреү барышы ҡатнашыу­сылары тарафынан формалаштырыл­ған дәрестән тыш уҡыуҙар өлөшөнән тора. Икенсе өлөшкә нисә сәғәт бүленеүен, ата-әсәләрҙең теләгенә, кадр­ҙар булыуына һәм матди-техник базаның яуап биреүенә ҡарап, мәктәп билдәләй һ.б.
– Яңы стандарт индерелеү менән уҡыу сәғәттәре артып китмәйме?
Илдус ЗӘЙНУЛЛИН:
– Дәрестәрҙең дөйөм һаны үҙгәрмәне. 1 сентябрҙән өс сәғәт физик тәрбиә дәресе мотлаҡ уҡытылырға тейеш. Шуның менән бергә иҫәпләгәндә, аҙнаһына 21 сәғәткә барып етә.
Сәриә БАЙМОРАТОВА, Әлиә РӘХМӘТУЛЛИНА:
– Яңы стандартҡа ярашлы, уҡыусылар нисәнсе класта сит телдәр һәм информатика дәрестәрен өйрәнә башлаясаҡ? 1-се класта компьютерҙа эшләү рөхсәт ителәме?
Илгиз БАЙЫМОВ, Вәсилә ЙОРТБӘКОВА:
– Быны мәктәп хәл итә һәм төп белем биреү программаһына индерә. Ғәҙәттә, сит телдәр 2-се кластан өйрәнелә башлай. Ә информатика айырым предмет булараҡ та, икенсе предметтар менән интеграль рәүештә лә уҡытылырға мөмкин. Мәҫәлән, төрлө мәғлүмәттәр менән математика, тирә-яҡты өйрәнеү дәрестәрендә танышырға, клавиатурала рус телен­дә яҙырға өйрәнергә була.
Ә компьютер менән эшләгәндә айырым ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Уҡытыусы был эште икенсе эшмәкәрлек менән сиратлап башҡарырға һәм заман техникаһы артында ултырыу оҙайлығын ҡәтғи күҙәтеп торорға тейеш.
Сәлимә ИШБУЛАТОВА:
– Стандарттарҙың үҙгәреүе бала өсөн артыҡ йөк булып, һаулығын ҡаҡшатмаҫмы?
Илдус ЗӘЙНУЛЛИН:
– Балаларҙың һаулығын һаҡлау яңы стандарт талаптарының береһе булып тора. Бынан тыш, мәктәп уҡыу­сыларҙың сәләмәтлеген һәм хәүеф­һеҙлеген тәьмин иткән нормаларҙы үтәргә бурыслы. Уларҙың бойомға ашырылыу-ашырылмауы контроль-тикшереү органдары тарафынан етди тикшерелә.
– Беҙҙең мәктәптәребеҙ яңы стандарт нигеҙендә белем бирә башлауға әҙерме?
Илдус ЗӘЙНУЛЛИН:
– Өлөшләтә әҙер. Беҙ башланғыс мәктәптәрҙә төп белем биреү программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн матди-техник шарттарҙы яҡшыртыу, уҡыусыларҙың буласаҡ ҡаҙаныштарын тәьмин итеү өҫтөндә ныҡлы эшләйбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, проблемалар бар, беҙ уларҙы уҡыу йылы аҙағына тиклем, ә яңы СанПин буйынса табылған етешһеҙлектәрҙе (компьютер технологиялары, уҡыусыларҙы йыһаздар менән тәьмин итеү) йыл барышында хәлебеҙҙән килгәнсә бөтөрөргә тырышасаҡбыҙ.
– Педагогтар яңы стандарттар буйынса эшләргә әҙерме?
Зифа ХӘСӘНОВА:
– Уҡытыусылар һәр ваҡыт үҙ-үҙен камиллаштырыу өҫтөндә даими шөғөлләнә, биш йыл һайын һөнәри квалификацияһын күтәрә. Быйыл 184 башланғыс класс педагогы яңы федераль дәүләт стандарттары буйынса махсус курс үтте, шулар­ҙың 85-е – буласаҡ беренсе кластарҙың уҡытыу­сылары. Улар яңы стандарт буйынса эшләргә әҙер.
– Беҙ башланғыс мәктәптәргә индерелгән яңы стандарт буйынса әңгәмәләшәбеҙ. Ә артабанғы баҫ­ҡыс­тар өсөн дәүләт документтары бармы?
Гөлшат СИРҒӘЛИНА:
– Әгәр ҙә бала быйыл беренсе синыфҡа килә икән, ул 2015 йылда икенсе баҫҡыс стандарт (5 – 9-сы класс) буйынса уҡыясаҡ. Яңы дәүләт стандарты буйынса икенсе (5 – 9 класс) һәм өсөнсө (10 – 11-се класс) баҫҡыстарға ла дәүләт документтары әҙерләнә.
Илгиз БАЙЫМОВ:
– Балалар баҡсалары буласаҡ беренселәрҙе яңы стандарттарға әҙерләйме? Был эш беҙҙең районда башланғанмы?
Динара ЙӘНТҮРИНА:
– 2011 йылдың 1 сентябренән мәктәпкәсә белем би­реүҙең төп дөйөм белем биреү программаһы структураһына “Федераль дәүләт талаптары” үҙ көсөнә инәсәк. Был талаптар нигеҙендә “Уңыш” исемле яҡынса программа төҙөлгән. Уның йөкмәткеһе балаларҙы физик, телмәр-танып белеү, шәхси һәм эстетик йүнәлештәрҙә үҫтереүҙе үҙ эсенә ала. Бөтә балалар баҡсалары ла уның нигеҙендә үҙҙәренең программаһын төҙөй. Быйыл 60 тәрбиәсебеҙ ошо йүнәлештәр буйынса курс үтте. Улар 1 сентябрҙән башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарты буйынса эшләргә әҙер.
– Былтыр ҡала һәм районда алты мәктәптә беренсе класҡа килгән уҡыу­сылар яңы стандарт буйынса белем алды. Уҡытыу барышында ниндәй проблемаларға, ҡаршылыҡтарға осранығыҙ?
Гөлшат ИҪӘНБАЕВА:
– Мәктәпкә һәләтле балалар менән бергә күпселектә күмәк эшкә өйрәтелмәгән йәки мөмкинлектәре сикләнгән, хәүеф төркөмөнә ҡараған балалар ҙа килә. Шуға күрә күберәк индивидуаль эш алып барырға тура килә. Икенсе проблема – ата-әсәләр баланың аҡыл үҫешенә төп иғтибар бирә, һөҙөмтәлә уның рухи-әхлаҡи яғы ҙур зыян күрә. Был күренеш баланың уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы юғалыуға килтерә.
Сәлимә ИШБУЛАТОВА:
– Миңә яңы стандарттар буйынса сығарылған әсбаптар оҡшай. Улар сағыу һүрәтле, күтәреүгә еңел. Әммә матди базаның, мәктәп бинаһының талаптарға тура килмәүе предметтар­ҙы тейешенсә өйрәнергә ҡамасаулай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға