06.08.2011 Уҡырға бер ҡасан да һуң түгелме?
Баш ҡалабыҙҙа «Ололар өсөн халыҡ университеты» («Народный университет третьего возраста») республика маҡсатлы программаһы буйынса төркөм йыйыу иғлан ителде. Йәғни 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарға, 60-тан үткән ир-атҡа уҡыу мөмкинлеге бирелә.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өлкәндәргә дүрт йүнәлеш буйынса белем биреләсәк: компьютер технологияһы нигеҙҙәре, инглиз телен өйрәнеү, ғаилә психологияһы, шәхси гигиена һәм һауыҡтырыу физкультураһы.
Дәрестәр 1 сентябрҙә башлана, теләүселәр ғаризаһы, паспорты менән БР Хеҙмәт министрлығының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итһен.
Әйткәндәй, халыҡ университеты атамаһын алған программа 2011 йылдың 17 майында БР Президенты тарафынан раҫланған. Документта ҡаралған уҡыу йүнәлештәре ҡала һәм райондарҙа үткәрелгән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан оло йәштәгеләрҙең теләктәрен иҫәпкә алып билдәләнгән. Уҡытыу Туймазы, Салауат ҡалаларында, Өфөнөң Совет районында алып барылған да инде. Мәҫәлән, Туймазы дәүләт юридик колледжында пенсионерҙар өсөн мәктәп бер нисә йыл эшләй. 2011 – 2012 йылдарҙа әлеге төрҙәге университет 70-ләгән уҡыу учреждениеһы базаһында барлыҡҡа киләсәк. Унда 20 мең тирәһе өлкән кеше белемен камиллаштыра, яңы һөнәрҙәр үҙләштерә аласаҡ.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, уҡырға, белем алырға һуң булыуы мөмкинме?
Әнисә СӘҒИТОВА, хаҡлы ялдағы педагог-тарихсы:
– Бөгөнгө заманда ниндәй ҙә булһа яңылыҡты аҡылың менән ҡабул итә алмау, юғары технологияларҙың һинең өсөн хатта хыялда ла үтә алыҫ булыуын таныу бик ҡыйын. Йәштәр һәр нәмәгә тиҙ яраҡлаша, ә бына беҙгә ауырыраҡ. Әле донъяны компьютерлаштырыу, мобиль элемтә, виртуаль селтәрҙең генә лә аралашыу өсөн әллә нисә төрө баҫып килә. Ярай, кеҫә телефонынан һөйләшергә өйрәнеүе ҡыйын түгел, ә компьютерға яҡын барырға ҡыймайыраҡ та торам. Ә уны бик тә белге килә.
Ошондай уҡыу саралары ойоштороп, дөрөҫ эшләйҙәр. Пенсионерҙарҙың күбеһе әүҙем тормош менән йәшәй, артабан да белем алырға теләүселәр күп булыр тип ышанам. Эйе, һәр яңылыҡты үҙләштереү кимәле төрлө йәштә төрлөсә, әммә өйрәнергә бер ваҡытта ла һуң түгел. Үҙемә килгәндә, был юлы уҡ булмаһа ла, башҡа ваҡытта мотлаҡ халыҡ университетына барасаҡмын.
Марат РӘХИМҒОЛОВ, спорт ветераны:
– Белем алыу бер ҡасан да туҡтарға тейеш түгел. Бер генә миҫал килтерәм: 90-сы йылдарҙа дини үҫеш тергеҙелгәс, күпме өлкән йәштәге кеше тырыша-тырыша ҡөрьән аяттарын, доғаларҙы ятланы. Был да бит ҙур эш. Иҫтәрендә ҡалдырҙылар бит ғәрәп телендәге яҙмаларҙы. Тимәк, компьютерға ҡағылышлы мәғлүмәтте лә үҙләштерә аласаҡтар. Әлбиттә, бөгөндән ул университеттарға һөрлөгөшөп килмәҫтәр, бигерәк тә беҙҙең халыҡ, шулай ҙа пенсияға яңы сығыусылар, сәләмәтлектәре ныҡтар уҡырға теләр. Әлегә мин бар нәмәгә балаларымдан, ейәндәремдән өйрәнәм. Һәйбәт уҡыталар, шилмалар.
Руслан ЗАРИПОВ, М. Аҡмулла исемендәге педагогия университеты студенты:
– Оло кешеләрҙе уҡытыу педагогтарға бер аҙ ауырға төшәсәк-төшөүен, әммә беҙҙең олатай-өләсәйҙәр шундай быуын кешеләре – алдарына алғанды, ҡыйынлыҡ менән булһа ла, барыбер еңеп сығасаҡтар. Мин, уларҙың хәтерҙәре насар, тип тә әйтмәҫ инем, йәшлек ваҡыттарын деталләп, хатта даталары менән иҫләп һөйләй алалар. Бары тик уңайлы методика менән өйрәтергә кәрәк.
Кеҫә телефоны менән ҡулланырға өйрәткәс, өләсәйемдең нисек ҡыуанғанын, ғорурланғанын күрһәгеҙ! Тормоштан артта ҡалырға яратмай хәҙерге ололар. Республика маҡсатлы программаһын хуплайым, бик дөрөҫ маҡсат. Тимәк, беҙҙә ҡартайған кешеләргә иғтибар көслө. Ә уҡырға бер ҡасан да һуң түгел, теләк кенә кәрәк.
М. С., хеҙмәт ветераны:
– Мин ғүмер буйы ауылда йәшәнем, мәктәптән һуң колхозда ҡалдым, төрлө ауыр эштәр ҙә башҡарҙым. Уҡырға әллә ни теләгем булманы. Әммә үҙемә кәрәкле нәмәгә тиҙ өйрәнәм. Беҙгә ни телефондан смс яҙаһы юҡ, компьютерҙа күҙ боҙола, тиҙәр, инглиз теле кәрәкмәй – сәйәхәткә йыйынмайым.
Ғаилә психологияһына килгәндә, ҡатыным менән алты бала үҫтерҙек, уларҙың барыһы ла юғары белемле, әхлаҡлы, насар ғәҙәттәре юҡ, ғаиләләре татыу. Был юҫыҡта уларға тейешле тәрбиә бирә алғанбыҙҙыр тим. Йәғни, ғаилә, берҙәмлек, татыулыҡ, әхлаҡ – иң ҡиммәт нәмә, тип өйрәттек балаларға. ҡалаға барып уҡып ятырға ваҡыт та юҡ – мал, ҡош-ҡорт, Аллаға шөкөр, йорт тулы. Уҡыу ҡала пенсионерҙарына кәрәк инде ул. Шулай ҙа өлкән кешеләрҙе онотмай, университеттарға саҡырыуҙары һәйбәт.