«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Берҙәм дәүләт имтиханы: күрһәткестәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар



06.08.2011 Берҙәм дәүләт имтиханы: күрһәткестәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар

Республика йортонда мәктәп тамамлаусыларҙың берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса видеоконференция үтте. Унда ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, мәғариф бүлектәре етәкселәре ҡатнашты. БР Президенты Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, быйыл БДИ-ла республиканың 24 уҡыу­сыһы 100-әр балл йыйған. Улар араһынан Күмертауҙағы уҡыусы бындай күрһәткескә ике фәндән ирешкән. 100 балл йыйыусылар былтырғыға ҡарағанда әҙерәк булһа ла, 80-дән 90-ға тиклем балл менән баһаланыусылар һаны артҡан.
– Бер проблема бар: быйыл Башҡортостан БДИ тапшырыу ваҡытында хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса илдә алдынғылар рәтендә, – тине, был хәлгә борсолоуын белдереп, республика етәксеһе. Балалар кеҫә телефондарын, интернетты файҙаланған. Беҙ имтихан мәлендә йәмәғәтселек контролен булдырыу системаһын да һөҙөмтәле ҡулланмайбыҙ. Баҡһаң, ағымдағы йылда күҙәтеүсе сифатында 684 кеше аккредитацияланған, әммә улар тарафынан бер генә лә кире факт теркәлмәгән. Был, әлбиттә, һәйбәт эш тураһында һөйләмәй. БР Президенты был хәлгә бер ҡасан да ышанмаясағын белдерҙе. БДИ биреүселәр араһынан күптәренең һөҙөмтәләре күтәрелгән, бында ришүәтселек, намыҫһыҙлыҡ та сағыла. Шулай эшләргә мөмкин, тип уйлаған йәш кешенең артабан да шул юлды һайлауы бар. Был бер кем өсөн дә файҙаға түгел. «Шундай күренештәрҙән ҡотолоу өсөн республика Хөкүмәте янында ведомство-ара комиссия булдырыу мотлаҡ», – тине Рөстәм Хәмитов.
БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре тураһында ентекле һөйләне, күрһәткестәргә туҡталып, йомғаҡ яһаны. Республика төбәктәренә килгәндә, былтырғы менән сағыштырыу­ҙан күрһәткестәрҙең намыҫлы юл менән алынғанына шик барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Илеш, Шишмә, Бүздәк, Балтас, Борай райондары, Ағиҙел ҡалаһы биргән һөҙөмтәләр уртаса Рәсәй күрһәткестәренән күпкә юғарыраҡ. Рус теленән генә һөҙөмтәләр бер ишерәк. Имтиханды тәүҙә тапшыра алмай, ҡабаттан биреүселәрҙең балын сағыштырғанда ла айырма ҙур килеп сыҡҡан. Әгәр мәктәп шкалаһына күсергәндә, ул «бишле»гә тиң. Бының ғәҙел булмауы көн кеүек асыҡ. Вузға ла шундай юғары БДИ һөҙөмтәләре менән инеүселәр байтаҡ. Артабан ул бала, әлбиттә, насар өлгәшкәнен күрһәтәсәк.
Видеоконференцияла БДИ тапшырған ваҡытта күҙәтеүсе булып ултырған Рәмилә ҡапҡаева (Өфө ҡалаһының 22-се мәктәбенең идара советы ағзаһы), Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров та сығыш яһаны. Вуздарҙың дөйөм белем биреү учреждениелары менән бәйләнеше ныҡ булырға тейеш. Юғары уҡыу йорто БДИ-ны ғәҙел тапшырыу системаһы тирәләй ҙә булышлыҡ итә ала, йәғни бында теге йәки был район-ҡала студенттарының өлгәшенән күрһәткестәрҙе сағыштырыу күҙ уңында тотола. Быйылғы һөҙөмтәләр буйынса алға сыҡҡан Илеш, Шишмә райондарының мәғариф бүлеге етәкселәренең сығышы ла тыңланды. Улар һөйләүенсә, имтихандарға етди ҡарағандар, күҙәтеүселәр ҙә эшләгән. Президент белдереүенсә, быйылдан ошо төбәктәр студенттарының вузда нисек уҡыуы мониторингы алып барыласаҡ. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ла күрһәткестәрҙе ялғанлап яҙыу, урындағы етәкселәр­ҙең шул намыҫһыҙлыҡҡа күҙ йомоп ҡарауы, күп осраҡта үҙҙәре лә булышлыҡ итеүе хаҡында әсенеп һөйләне. «Республиканы бындай насарлыҡтан кисекмәҫтән арындырырға кәрәк, беҙҙә ҡаҙаныштар етерлек, әммә БДИ тирәләй хоҡуҡ боҙоуҙар яҡшы күрһәткестәр­ҙән өҫтөнлөк алмаһын ине», – тине ул. Кемдәр дәүләт имтиханына битарафлыҡ күрһәтеп, намыҫһыҙ юлға бара, бындай кешеләр мәғариф системаһында эшләргә лә тейеш түгел, тигән фекерҙә етәкселек.
Әйткәндәй, республикала БДИ-ны быйыл 26 963 уҡыусы тапшырған, улар араһында имтиханды былтыр бирә алмаған уҡыусылар ҙа бар. Минималь балл йыя алмаусылар һаны – 660. Һайлау мөмкинлеге бирелгән фәндәр­ҙән иң киң таралғаны йәмғиәтте өйрәнеү булған.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға