«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Уҡыу түләүле булмаясаҡ



07.06.2011 Уҡыу түләүле булмаясаҡ

Юғары уҡыу йорттары яртылаш түләүле белем биреүгә күсеп бөттө, тиҙҙән мәктәптәр­ҙә лә уҡыу түләүле булыр инде – күптәр шулайыраҡ фекер йөрөтә. Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышында ла иң үҙәк мәсьәләләрҙең береһе булараҡ тап ошо һорау күтәрелде.
– Беҙ мотлаҡ бушлай белем биреүҙе һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ, ул беҙҙең Конституцияның төп положениеларының береһе, – тип белдер­ҙе РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин, Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышы Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының съезында сығыш яһап. Уның әйтеүенсә, дәүләт белем биреү процесын тулыһынса финанслаясаҡ һәм мәктәптәрҙе тәьмин итеү, төҙөкләндереү, уҡытыусыларға эш хаҡы түләү, йыһаздар, ҡорамалдар һатып алыуҙы ла индереү һәм үҫтереү бурысын да тулыһынса үҙ өҫтөнә аласаҡ.
Дәүләт стандарттары сиктәрендә рус теле, әҙәбиәт, сит телдәр, математика, физика, география, химия, тарих, биология, физкультура һәм башҡа бөтә төп белем биреү программаһы бюджет иҫәбенә уҡыты­лыр­ға тейеш. «Рәсәй мәғарифының үҫеше тураһында һүҙ алып барғанда йыш ҡына Америка, Көнбайыш Европа һәм Азия моделдәрен миҫал итеп килтерәләр, әммә Рәсәйҙең үҙ юлы буласаҡ. Рәсәйҙең мәғариф системаһының иң яҡшы традициялары һаҡлап алып ҡалынасаҡ, шул уҡ ваҡытта совет мәктәбенең дә», – тип ышандыр­ҙы хөкүмәт башлығы.
Мәктәптәргә автономиялы учреждение статусы биреүсе 83-сө федераль закон тураһында һүҙ алып барғанда, РФ Хөкүмәте Премьер-министры уның тирәләй бик күп миф йөрөүен билдәләне. «Дәүләт белем биреү учреждениеларын тулы кимәлдә финанслауҙы дауам итәсәк, түләүле уҡы­тыу­ға күсеү, шул иҫәптән мәктәп программаһы сиктәрендә айырым фәндәрҙе ата-әсәләр иҫәбенә уҡытыу тураһында һүҙ булырға тейеш түгел», – тине ул.
Автономиялы учреждение булған мәктәптәр үҙҙәренең эшмәкәрлеге барышында экономиялай алған ресурстарҙы үҙҙәре теләгәнсә, шул иҫәптән уҡытыусылар­ҙың эш хаҡын күтәреүгә лә файҙалана ала.
Йыйылышта ҡатнашыусылар берҙәм дәүләт имтиханы тураһында ла фекер алышты. Берҙәм дәүләт имтиханының киләсәге бармы, юҡмы – шундайыраҡ һорау күтәрҙе педагогтар.
– Минеңсә, әле уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған ваҡытта БДИ-ҙы бөтөрөү тураһында һүҙ алып барыу башҡа һыймаҫлыҡ хәл, – тине РФ мәғариф министры Андрей Фурсенко. – Парламент беренсе уҡыуҙа ла, икенсе уҡыуҙа ла БДИ тураһындағы законды ғәмәлдән сығарманы. Киреһенсә, йылдан-йыл уны камиллаштырыу өҫтөндә эш алып барыла. Ә был иһә уның көсһөҙлөгөн түгел, ә көсөн генә аңлата. БДИ хаҡында ниндәй генә кире фекер­ҙәр ишетелмәһен, яңы стандарттарҙа ла ҡабул итеү һынауҙары итеп имтихандарҙың тап ошо формаһы күрһәтелә. Шуға күрә яҡын киләсәктә БДИ-ҙы бөтөрөү тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Шулай уҡ мәктәптә уҡыуҙы түләүле итеү тураһында ла һүҙ булғаны юҡ.
Урта белем биреү Рәсәйҙә бер ҡасан да түләүле булмаясаҡ,сөнки ярашлы конституцион норма бар. Өҫтәүенә, яңы стандарттарҙа ла, аҙнаһына 37 сәғәт бушлай дәрестәр ҡаласаҡ, тип әйтелгән, ә был иһә әлегенән 1 сәғәткә күберәк.
Үҙ сиратында, РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Григорий Балыхин БДИ-ҙы бөтөрөү һәм урта дөйөм белем биреүҙе түләүле итеү тураһында закон проекты булмауын раҫланы.
Шулай уҡ уҡытыусыларҙың квалификацияһын, эш хаҡын күтәреү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Владимир Путин, июндән бюджет хеҙмәткәр­ҙәренең эш хаҡы 6,5 процентҡа артыуын билдәләп, 1 сентябрҙән уҡытыусыларҙың эш хаҡы фонды 30 процентҡа артырға тейеш, тине.

С. ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға