«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Быйыл да балаларҙың ялы тейешенсә ойоштороласаҡ



14.06.2011 Быйыл да балаларҙың ялы тейешенсә ойоштороласаҡ

Быйыл да балаларҙың ялы тейешенсә ойоштороласаҡУҡыусыларҙың көтөп алған иң оҙон каникулы ла килеп етте. Һәр кем уны ҡайҙа, нисек үткәреү тураһында алдан уҡ план ҡороп бөткән. Кемдәрҙер ауылда олатай-өләсәһе янында ял итергә йыйынһа, икенселәр атай-әсәйҙәре менән диңгеҙгә барырға ниәтләй, шулай ҙа күптәр ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында тиҫтерҙәре менән бергә ял итеүҙе хуп күрә. Ысынлап та, бында үҙеңә бик күп дуҫтар ҙа табырға була, өҫтәүенә, вожатыйҙар ойошторған төрлө күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр күңелдә мәңге онотолмаҫ сағыу хәтирәләр ҡалдыра. Быйыл республикабыҙҙа балалар өсөн ниндәй лагерҙар эшләйәсәк, уларға ҡайҙан путевка алырға мөмкин, тигән һорауҙар менән БР Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы ҒИЛМИТДИНОВАҒА мөрәжәғәт иттек.

– Мәрүә Мирсәйетовна, быйыл уҡыусыларҙы ниндәй ял көтә?
– Республикабыҙҙа мәктәп йә­шендәге 400 меңдән ашыу бала иҫәпләнә һәм беҙҙең алдыбыҙҙа ошо 400 мең баланың ялын ойоштороу бурысы тора. Беҙ балаларҙың ялын ойоштороуҙың төрлө формаларын ҡарайбыҙ. Иң беренсе сиратта мәктәп янында көндөҙгө ял итеү үҙәктәре эшләйәсәк. Тотош республика буйынса 1600-ҙән ашыуыраҡ ошондай үҙәк буласаҡ. Был үҙәктәрҙә 106 мең бала ял итергә тейеш. Ял үҙәктәрендә балалар ата-әсәһе эштә саҡта иртәнге сәғәт 9-ҙан 3-кә, 5-кә тиклем буш ваҡытын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрә ала. Бында улар өсөн төрлө уйындар, ярыштар, ҡыҙыҡлы кисәләр, осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Балаларҙы көнөнә ике-өс тапҡыр ашатасаҡтар, менюҙа йылы аш менән бергә йәшелсә-емештәр ҙә ҡаралған. 6 июндән башлап мәктәп янындағы ял итеү үҙәктәренең барыһы ла эшләй башланы.
Июнь башынан алып ҡала ситендә урынлашҡан лагерҙар үҙҙәренең тәүге ял итеүселәрен ҡабул итте. Әлеге көндә 30-ҙан ашыу лагерь эшләй. Республика буйынса беҙҙә 95 лагерь иҫәпләнә, 20 июнгә улар­ҙың барыһы ла асылып бөтөргә тейеш. ҡайһыһында ике, ҡайһыһында өс, ҡайһыһында дүрт смена буласаҡ. Лагерҙарҙың төрлөһө бар: муниципаль лагерҙар, төрлө ведомствоға ҡараған, шулай уҡ шәхси лагерҙар ҙа. Улар барыһы ла тейешле органдарҙың тикшереүен үтеп, балалар­ҙы ҡабул итергә әҙер. Был аҙнала ғына Благовещенда «Зарница» лагерында булып ҡайттыҡ, ул балаларҙы ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер.
Бынан тыш, республикала йыл әйләнәһенә балалар ҡабул итеүсе шифаханалар бар, йәйгеһен иһә улар тағы ла көсөргәнешлерәк эшләйәсәк. Сөнки уларҙың базаһында йәйге лагерҙар ойошторолоп, 30 меңдән ашыу баланы ял иттереү ҡаралған. Республика буйынса барлығы 37 шифахана-профилакторий булһа, шуларҙың 19-ы балалар өсөн тәғәйенләнгән.
– Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм сәләмәтлеген нығытыу өсөн республика бюджетынан күпме аҡса бүленгән?
– Былтырғыға ҡарағанда, быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн күберәк аҡса бүленде, дөйөм алғанда, 1 млрд һумдан ашыу. Ғинуар айында уҡ был аҡса район, ҡала хакимиәттәренә бүлеп бирелде. ҡала ситендә урынлашҡан ла­гер­ҙарҙа тәүлегенә бер балаға – 500, шифаханаларҙа һәм һауыҡтырыу лагерҙарында – 582, көндөҙгө ял үҙәктәрендә 70 – 100 һум иҫәбенән сығып, урындарҙа улар һәр бер ял үҙәгенә таратыласаҡ.
– Башҡортостанда ниндәйерәк профилле лагерҙар эшләйәсәк?
– Өлкән синыф уҡыусылары өсөн көндөҙгө хеҙмәт һәм ял лагерҙары ойошторола. Бынан тыш, палаткалы лагерҙар, туристик лагерҙарҙа үҫмерҙәр ял итә, үҙҙәренең буш ваҡытын мауыҡтырғыс итеп үткәрә аласаҡ. Шулай уҡ мәктәп янында көндөҙгө майҙансыҡтар эшләй. Йәш техниктар, спортсылар, экологтар, биологтар, туристар, крайҙы өйрәнеүселәр өсөн дә профилле лагер­ҙар ойоштороласаҡ. Бында өҫтәмә белем биреү учреждениеларында шөғөлләнеүсе балалар ял итәсәк. Лагерҙа улар йыл дауамында айырым йүнәлеш буйынса өйрәнгән-белгәндәрен нығытасаҡ. Белеүе­геҙсә, йыл һайын Башҡортос­тандың тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнгән балалар өсөн бик матур лагерь ойошторола. Бик күп уҡыусыларҙың ярат­ҡан лагеры ул, килергә атлығып торалар. Унда беҙ республиканан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә башҡорт телен өйрәнгән балаларҙы саҡырабыҙ. Күп йылдар ул Ғафури районының «Имәнкәй» лагеры базаһында ойошторолғайны, быйыл иһә туған телен өйрәнеүсе балалар Стәрлебаш районында ял итәсәк.
– Быйылғы йәй уҡыусылар өсөн тағы нимәһе менән иҫтә ҡаласаҡ?
– Каникул айҙарында үҫмерҙәр өсөн төрлө фестивалдәр ҙә үткәреләсәк. Благовещен районындағы «Зарница» лагерында «Йәш спецназовсы» фестивале үтәсәк, параллель рәүештә «Йәш ҡотҡарыусы» лагеры, экологтар фестивале ойоштороласаҡ. Оҙаҡламай Мишкә районында спорт йүнәлешендәге палаткалы лагерь асыласаҡ. Туймазыла инвалид балалар өсөн махсус лагерь буласаҡ. Бындай ҡыҫҡа сменалы палаткалы лагерҙар 14 көн дауам итәсәк.
Беҙҙең алдыбыҙҙа тағы ла бер ҙур яуаплы бурыс тора: быйыл Башҡортостанда йәш тыуған яҡты өйрәнеүсе-туристарҙың Бөтә Рәсәй слетын ойоштороу планлаштырыл­ған. Бөтә илебеҙҙән килгән балалар өсөн Белорет районының бик матур урынында палаткалар ҡороласаҡ. Әле шуға әҙерләнәбеҙ.
– Уҡыусылар йәйге каникул ваҡытында походтарға, экскурсияларға йөрөйәсәкме?
– «Республика балалары» программаһына ярашлы, баш­ҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, Баш­ҡортостанда төр­лө походтар ойоштороу өсөн дә аҡса бүленә. Уның буйынса һәр ҡала һәм район балаларға поход­ҡа сығыу өсөн аҙмы-күпме аҡса ала һәм шул иҫәпкә республиканың матур тәбиғәт урындарына сәйәхәт ойоштора. Шул рәүешле был йүнәлештә лә беҙҙә эш яйға һалынған, хатта айырым инструкторҙар ҙа булдырыл­ған.
– Бер балаға лагерға путевка алыу күпмегә төшә?
– Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса ведомство-ара комиссия эшләй. Ул путевканың уртаса хаҡын билдәләй. Быйыл ҡаланан ситтә урынлашҡан лагер­ҙар­ға путевка хаҡы уртаса 10500 һумға тиң. Ата-әсәләр шуның ун процентын ғына түләй, ҡалғаны хөкүмәт иҫәбенә. Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең балаларына иһә путевка бушлай бирелә. Муни­ципаль лагерҙар путевка хаҡын ошо сумманан арттырырға тейеш түгел. Әлбиттә, төрлө лагер­ҙар бар, шул иҫәптән шәхси лагерҙар ҙа. Уларға путевканың ҡиммәтерәк булыуы ихтимал. Был осраҡта путевка хаҡының 10500 һумын хөкүмәт бирә, ә ҡалғанын ата-әсәһе йәки предприятие ҡаплай. Шифахана­ларҙың барыһына ла уртаса хаҡ итеп 12 мең һум ҡуйылған. Йәй көнө шифаханалар ҙа, профилакторий­ҙар ҙа путевка хаҡын 12 мең һумдан арттырырға тейеш түгел. Шул уҡ «Салют», «ҡарлуғас», шул уҡ бүтән балалар шифаханалары.
– Ата-әсә балаһына путевка алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейеш?
– Улар үҙҙәре эшләгән предриятиеға, ойошмаға мөрәжәғәт итә. Беҙ предприятиелар менән эшләйбеҙ. Көҙ көнө үк ғариза биреп ҡуйыр­ға кәрәк, шул иҫәптән шифаханаларға, һауыҡтырыу лагерҙарына ла. Ә көндөҙгө ял үҙәктәренә ебәреү өсөн туранан-тура мәктәпкә ғариза яҙырға кәрәк.
– Әгәр ҙә баланың ата-әсәһе бер ерҙә лә эшләмәһә?
– Ул саҡта урындағы социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итеү зарур. Уларға БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аша аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар һәм инвалид балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн аҡса бүленә. Инвалид бала­лар­ға шифаханаларға ла, лагерҙарға ла путевка бушлай бирелә.
– Льготалы хаҡҡа йылына нисә тапҡыр путевка алырға мөмкин?
– Былтыр тәүҙә аҡса әҙ бүленгәнлектән, беҙ бер тапҡыр ғына, тип ҡуйғайныҡ, быйыл ундай сикләү юҡ. Үҙенең мөмкинлегенән сығып, бала ике мәртәбә лә, өс мәртәбә лә ял итә ала. Йәй көнө генә түгел, уҡыу­сыларҙың көҙгө, ҡышҡы каникул көндәрендә лә ял итеү, сәләмәтлеген нығытыу мөмкинлектәре бар.
– Элегерәк киң билдәле «Артек», «Орленок» кеүек Бөтә Союз лагер­ҙарына путевкалар бүленә торғайны...
– Хәҙер ҙә бар. Быйыл, мәҫәлән, «Орленок» Бөтә Рәсәй лагерына 200-ҙән ашыу путевка килгән. Беҙ уларҙы райондарға бүлеп бирәбеҙ. Унда 7 йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларҙан иң лайыҡлыларҙы һайлап алып, тәҡдим итәләр. Былтыр ҙа республиканан ял итеүселәр булды.
– Балалар менән эшләү өсөн тәрбиәселәрҙе, вожатыйҙарҙы нисек һайлап алалар?
– Вожатыйҙар әҙерләүсе педагогия училищелары бар, ял һәм һауыҡтырыу үҙәктәре туранан-тура улар менән эшләй. Шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла вожатыйҙар әҙерләнә. Киләсәктә лагерҙарҙа эшләйәсәк педагогтар­ҙың квалификацияһын күтәреү буйынса эш алып барасаҡбыҙ.
– Ял итеүсе балаларға теләктәрегеҙ?
– Иң мөһиме – балаларҙың матур итеп ял итеп, сәләмәтлектәрен нығытып, көс-дәрт алып, иҫән-һау 1 сентябрҙә парта артына килеп ултырыуҙарын теләйбеҙ.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
әңгәмәләште.

Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға