«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Сессия, стипендия, йоҡоһоҙ төндәр...



07.06.2011 Сессия, стипендия, йоҡоһоҙ төндәр...

ҡурҡыта ла, әҙерәк ҡаушата ла
Имтиханға инер алдынан.
Әллә нисек бөтә белгән нәмәң
Сығып китә кеүек башыңдан.
Юғары уҡыу йорттарында йәйге сессия башланды. Студенттарға иркенләп йөрөү бөттө, хәҙер баш баҫып имтихандарға әҙерләнергә кәрәк. Һәр кемдең имтиханды яҡшы билдәләргә тапшырғыһы килә. Бигерәк тә стипендия тип тырыша улар. Ни тиһәң дә, әҙме-күпме аҡса бит, ашар­ға етмәһә лә, ҡапҡылауға ярап ҡала. Бер заман чиновниктар, стипендияны бөтөрөп, студенттарҙы эшләтергә кәрәк, тип тә шау-шыу ҡуптарып алғайны. Аптыра­ған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәндәре шулдыр инде. Стипендияны бөтөрөү түгел, ә күтәреү тураһында һүҙ алып барһалар, бер хәл. Былай ҙа бик әҙ бит инде ул, меҫкен студенттарҙы инде шуныһынан да мәхрүм итмәһәләр. 80-се йылдар­ҙа вуз студентының стипендияһы 40 һум була торғайны, ә уртаса эш хаҡы – 100 – 120 һум тирәһе. Ә хәҙер стипендия 1200 һум, уртаса эш хаҡы 12000 – 15000 һум. Элек стипендия эш хаҡының нисә процентын тәшкил иткән дә, хәҙер күпме?! Ә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы хәҙергеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел, көндән-көн үҫкәндән-үҫә генә бара. Өҫтәүенә, хәҙерге студенттарға интернет өсөн дә аҡса түләргә, рефераттарҙы ла баҫма вариантта ғына әҙерләргә кәрәк, йәш кешенең матур итеп кейенгеһе лә, киноға ла йөрөгөһө, кафела ла ултыр­ғыһы килә...
Дөрөҫ, РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Григорий Балыхин әйтеүенсә, студенттарҙың стипендияһы 2011 йылдың 1 сентябренән 29 процент­ҡа артырға тейеш. Әлеге ваҡытта депутаттар 2011 йылдың бюджетына төҙәтмәләр индерә, унда иһә стипендия арттырыу өсөн аҡса бүлеү ҙә күҙаллана. Әлбиттә, был һөйөнөслө яңылыҡ. Әммә 29 процент тип әйткәндә, күп кеүек күренһә лә, һумға әйләндереп иҫәпләгәндә ул артыҡ күп тә түгел, дөйөм алғанда, юғары уҡыу йорто студентының айлыҡ стипендияһы 1500 һум самаһы ғына килеп сыға. Бөгөнгө тормоштоң ни тиклем ҡиммәт булыуын иҫәпкә алғанда, ул артыҡ һиҙелмәйәсәк тә. Әммә студенттар шуныһына ла шат, мәж килеп имтиханға әҙерләнә. Ни тиһәң дә, 1 сентябрҙән инде әҙ булһа ла күберәк стипендия аласаҡ бит!
С. ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға